Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Декабрь 2017, 11:03

Тыйылған мәғлүмәтте таратҡан өсөн яза ҡаралған

Стәрлебаш район-ара суды ағымдағы йылда Рәсәй Федерацияһында тыйылған мәғлүмәтте таратыу тураһында район прокуратураһының 12 дәғүә ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе.

Судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн прокурор тикшереүе һөҙөмтәһе нигеҙ булды, уның барышында ҡулланыусыларҙың төрлө сайттар ярҙамында закон тарафынан тыйылған Интернетресурстарға ирекле инә алыуы билдәләнде. Мәҫәлән, ҡайһы бер сайттарҙа алкоголь продукцияһы һатыу (ете сайт), белем алыу тураһында ялған документтар, аттестаттар, дипломдар, академик белешмәләр эшләү (биш сайт) тураһында мәғлүмәт ҡуйылған. «Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында»ғы федераль закондың 10 статьяһына ярашлы, тыйылған мәғлүмәтте таратыу тыйыла, бының өсөн енәйәт йәки административ яуаплылыҡ янай. Ошоға бәйле, район прокуроры дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Прокурор талаптары суд тарафынан тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк.

Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.


Читайте нас: