Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Декабрь 2017, 11:06

Мөлкәтегеҙҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бүлегеҙ

Һыуыҡтар башланыу менән ауыл халҡы ҡошҡорт, һуғым һуя башлай. Хужалар иттәрен гаражға һәм келәткә элеп ҡуя. Енәйәтселәргә бындай урындарға инеү бер ауырлыҡтар тыуҙырмай. Йыл һайын тап ошо осорҙа полицияла ҡылынған енәйәттәр араһында граждандарҙың шәхси хужалыҡтарынан ит урлау факттары күберәк була.

Уҙған йылда ғына ошондай урлашыуҙарҙан райондың Үрге Шәкәр, Үрге Аллағыуат, Һарайҫа, Баҡый, Айҙарәле һәм башҡа ауылдары халҡы зыян күргән. Әлеге енәйәттәрҙе анализлағандан һуң, уларҙы ауыл халҡы үҙе һәм ситтән килгәндәр ҡылыуы асыҡлана. Тап һуңғылары айырыуса хәүеф тыуҙыра, сөнки улар бер нисә енәйәт ҡыла. Был енәйәтселәр берҙәм эш итә, уларҙың кәрәкле инструменттары бар, оператив-тикшереү эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен һәйбәт белә. Полиция тарафынан йыл һайын бындай төркөмдәр ҡулға алына, әммә улар урынына шәхси граждандар иҫәбенә байырға теләгән яңы уғрылар килә. Үҙеңде бындай хаслыҡтан һаҡлау өсөн бер нисә ябай һаҡлыҡ сараһы үтәү ҙә етә. Мөлкәтте ныҡлы стеналы һәм һәйбәт биге булған бинала һаҡларға кәрәк, өҫтәүенә ишектә уйып ҡуйыла торған йоҙаҡ булырға тейеш. Элеп ҡуя торған йоҙаҡ енәйәт ҡылыусынан һаҡламай, уны ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән еңел һуғып төшөрөргә йәки махсус инструменттар ярҙамында киҫергә мөмкин. Склад биналарына рәшәткәләр ҡуйыу зарур. Бөгөн хәүефһеҙлегегеҙҙе ҡайғыртһағыҙ, киләсәктә үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

Илшат ХӘМИҘУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы буйынса полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.


Читайте нас в