Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Декабрь 2017, 13:42

Хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн административ штраф янай

Карантин, айырыуса хәүефле һәм хәүефле үҫемлек ҡоротҡостарына, үҫемлек сирҙәрен барлыҡҡа килтереүселәргә, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш дәүләт әһәмиәтенә эйә.

Был өлкәлә хоҡуҡ боҙған өсөн, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы территорияһына һәм карантин объекттарынан азат булған зоналарға карантинда булған продукцияны (карантинда булған материалды, йөктө) индереү, ил территорияһынан һәм карантин фитосанитар зоналарҙан сығарыу тәртибен, шулай уҡ вәкәләте булған органдар һәм вазифалы шәхестәр тарафынан карантинда булған продукцияны етештереү, әҙерләү, ташыу, һаҡлау, ҡайтанан эшкәртеү, ҡулланыу һәм һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яҙыҡлыҡ ҡылыуҙа ғәйеплеләргә административ штраф һалына.
Ғәмәлдәге законға ярашлы ошо хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралмаһа, ғәйеплеләр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста ҡаралған административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Мәҫәлән, административ яуаплылыҡ ҡаралған хоҡуҡ боҙоуҙарға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
Карантин, айырыуса хәүефле һәм хәүефле үҫемлек ҡоротҡостарына, үҫемлек сирҙәрен барлыҡҡа килтереүселәргә, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (статья 10.1) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Карантинда булған продукцияны (карантинда булған материалды, йөктө, статья 10.2) индереү һәм сығарыу тәртибен боҙған өсөн - граждандарға 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Карантинда булған продукцияны етештереү, әҙерләү, ташыу, һаҡлау, ҡайтанан эшкәртеү, ҡулланыу һәм һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (статья 10.3) - граждандарға 200 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик белеме булмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырған кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем штраф йәки эшмәкәрлектәрен туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу менән янай; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына йәки эшмәкәрлектәрен туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу менән янай.
Прокурор, тәүтикшереүсе, тәфтишсе йәки административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эште алып барған вазифалы шәхестең законлы талаптарын үтәмәгән өсөн (статья 17.7) - граждандарға 1 мең һумдан 1500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 3 мең һумға тиклем штраф йәки алты айҙан бер йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем административ штраф һалына йәки туҡһан тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәрен административ туҡтатыу менән янай.
Дәүләт күҙәтеүе (контроль), муниципаль контролде бойомға ашырған органдың (вазифалы кешенең) законлы ҡарарына буйһонмаған өсөн (статья 19.4) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 4 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Дәүләт контроле (күҙәтеүе) органы, муниципаль контроле органының (вазифалы кеше) законлы эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған өсөн (статья 19.4.1) - граждандарға 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 4 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Әлеге статьяның 1 бүлегендә ҡаралған эшмәкәрлек (эш итмәү) арҡаһында тикшереүҙе үткәреү йәки тамамлап булмаған өсөн вазифалы шәхестәргә 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 20 мең һумдан 50 мең һумға тиклем административ штраф һалыу менән янай.
Әлеге статьяның икенсе бүлегендә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабаттан ҡылған өсөн вазифаһы кешеләргә - 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф йәки алты айҙан бер йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Дәүләт күҙәтеүе (контроль), муниципаль контролде бойомға ашырған органдың (вазифалы кешенең) законлы бойороғон (ҡарарын, күрһәтмәһен) ваҡытында үтәмәгән өсөн (статья 19.5) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 1 мең һумдан 2 мең һумға тиклем штраф йәки өс йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Мәғлүмәт тапшырмаған өсөн (статья 19.7).
Дәүләт контроль (күҙәтеү), дәүләт финанс контроле, муниципаль контроль, муниципаль финанс контролен бойомға ашырған дәүләт органына (вазифалы кешегә), органға (вазифалы кешегә) мәғлүмәттәрҙе тапшырмаған йәки ваҡытында тапшырмаған йәки ошондай мәғлүмәттәрҙе тулы булмаған күләмдә йәки боҙоп тапшырған өсөн - граждандарға 100 һумдан 300 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 300 һумдан 500 һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 3 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн (статья 20.25).
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы штрафты ваҡытында түләмәһәң, түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырыу (әммә ул бер мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел), ун биш көнгә тиклем ҡулға алыу, йәиһә 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү ҡаралған.

А.Н.ПОПОВ,

үҫемлектәр карантины һәм ашлыҡ һәм орлоҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеген дәүләт тарафынан контроллек итеүҙе тәьмин итеү бүлегенең дәүләт инспекторы.



Читайте нас: