Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
15 Декабрь 2017, 12:59

Ағасты законһыҙ киҫеү - енәйәт

Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, урманда үҫкән ағасты законһыҙ киҫкән өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Урман участкаһы арендаһы килешеүенән тыш ағастарҙы , ҡыуаҡтарҙы, һатып алыу - һатыу килешеүенән тыш урман үҫентеләрен, шулай уҡ сит участкала йәки уның сиктәрендә киҫергә ярамаған ағастар, ҡыуаҡтарҙы билдәләнгән күләмдән артығыраҡ киҫеү - законһыҙ киҫеү тип аңлата.

Мәҫәлән, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең тәүтикшереү төркөмө тарафынан йыл башынан «Урман үҫентеләрен законһыҙ киҫеү» РФ Енәйәттәр кодексының 260 статьяһы 1 бүлеге буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшерелде. Һәр осраҡта ла енәйәт ҡылыуҙы асыҡлағанда шуныһы күренә: ауыл ерендә граждандар законлы рәүештә урман үҫентеләрен киҫеүгә рөхсәт алып тормай, улар үҙҙәренең көндәлек хужалыҡ эштәре хаҡына законды боҙа - утын, бағана, бүрәнәләр әҙерләй. Ғәҙәттә улар күпләп киҫмәй, әммә был ҡылған эштәре өсөн яуаплылыҡтан азат ителмәй. Законһыҙ ағас киҫеү административ хоҡуҡ боҙоу, шулай уҡ енәйәт ҡылыу булып та иҫәпләнә. Барыһы ла ҡылынған зыян күләменә бәйле.

Һәр граждан башына бәлә алмаҫ өсөн ағас әҙерләү законлы юл менән башҡарылырға тейешлеген иҫендә тотһон ине (бының өсөн урмансылыҡ участкаһына мөрәжәғәт итеп, урман үҫентеләрен һатып алыу - һатыу килешеүен төҙөү зарур).

Тирә-яҡ мөхит торошо дөйөм алғанда дәүләттең, мәҙәниәттең үҫешеү дәрәжәһен, кешеләрҙең именлеген күрһәтә . Граждандарҙың тәбиғәт байлыҡтарына яуапһыҙ мөнәсәбәте, тәү сиратта, кешенең үҙенә ҙур зыян килтерә.

Әлиә ХОҘАЙБИРҘИНА, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең тәүтикшереү төркөмө начальнигы.
Читайте нас: