Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Декабрь 2017, 13:55

«Енәйәт яҙыҡлығы» төҙәлергә мөмкинлек бирәсәк

Юғары суд тәүге тапҡыр ауыр енәйәт ҡылмаусылар өсөн енәйәт яҙыҡлығы тураһында закон проекты әҙерләне һәм Дәүләт Думаһына индерергә ҡарар итте, бының өсөн иректән мәхрүм итеү янамаясаҡ. Ошо статья буйынса яза биреүселәр хөкөмгә тарттырылған тип иҫәпләнмәйәсәк.

Юғары суд тәүге тапҡыр ауыр енәйәт ҡылмаусылар өсөн енәйәт яҙыҡлығы тураһында закон проекты әҙерләне һәм Дәүләт Думаһына индерергә ҡарар итте, бының өсөн иректән мәхрүм итеү янамаясаҡ. Ошо статья буйынса яза биреүселәр хөкөмгә тарттырылған тип иҫәпләнмәйәсәк.

«Енәйәт яҙыҡлығы» - ошондай төшөнсәне законға Юғары суд пленумы индерергә тәҡдим итте. Ҡарарға ярашлы, «Ҙур булмаған ауырлыҡта ҡылынған енәйәт (бының өсөн Енәйәт кодексы менән иректән мәрхүм итеү язаһы ҡаралмаған)» яҙыҡлыҡ тип таныла. Енәйәт яҙыҡлығы ҡылған өсөн енәйәт яуаплылығы булмай, ғәйеплеләргә штраф һалынасаҡ һәм мотлаҡ төҙәтеү эштәре тәғәйенләнәсәк.

Шулай уҡ, әгәр кеше беренсе тапҡыр ҙур булмаған ауырлыҡта енәйәт ҡылһа һәм ул быға тиклем хөкөмгә тарттырылмаһа, суд уға штраф һалып, енәйәт язаһынан азат итәсәк. Юғары суд элек ҙур булмаған ауырлыҡта енәйәт тип иҫәпләнгән 80 составты енәйәт яҙыҡлығы тип таныны. Был, мәҫәлән, яла яғыу, вандализм, кредит биреү өлкәһендә йәки түләү карталары менән мутлашыу, уллыҡҡаҡыҙлыҡҡа алыу серен асыу, журналистар һәм һайлау комиссияһы эшенә ҡамасаулау, балиғ булмағандарға алкоголь һатыу, авторлыҡ хоҡуҡтарын, торлаҡтың ҡағылһыҙлығын боҙоу. Проект авторҙары фекере буйынса, был енәйәттәр «Ҙур булмаған ауырлыҡта» тип атау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла хәҙер уларҙы «Енәйәт яҙыҡлыҡтары» тип атаясаҡтар. «Енәйәт яҙыҡлығы башҡа ҙур булмаған ауырлыҡта енәйәттәргә ҡарағанда йәмғиәткә ҙур хәүеф менән янамай», - тиелгән закон проектына аңлатма яҙыуында. Енәйәт яҙыҡлығы ваҡыты бер йыл буласаҡ, был ҙур булмаған ауырлыҡтағы енәйәттәр менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ. Енәйәт яҙыҡлығы өсөн кешегә штраф түләргә йәки билдәле сәғәттәрҙә төҙәтеү

эштәрен башҡарырға тура киләсәк, әммә ул хөкөмгә тарттырылған тип иҫәпләнмәйәсәк. Былай кешенең яҙмышы боҙолмаясаҡ һәм уға төҙәлеү мөмкинлеге биреләсәк. Яңы термин индереү суд эштәрен кәметергә һәм Енәйәт кодексын гуманлаштырырға ярҙам итәсәк. Юғары суд пленумы ултырышы 31 октябрҙә үтте. Уның һөҙөмтәһе буйынса «Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына «Енәйәт яҙыҡлығы төшөнсәһен индереүгә бәйле Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексына һәм Рәсәй Федерацияһы Енәйәт процессуаль кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон проектын индереү тураһында» ҡарар ҡабул ителде.

Әлфиә ЛАТИПОВА, Стәрлебаш район-ара судының суд ултырышы секретары.


Читайте нас: