Бөтә яңылыҡтар

Еңеү эшелоны киләсәк

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата еңеү һәм унда совет халҡының юғалтыуҙары тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатынан Рәсәй буйлап «Еңеү эшелоны-2020» хәрби эшелоны ойошторола.

Унда Өфө ҡалаһы ла индерелде. Мәғлүмәт биреү һәм пропагандалау акцияһының маршруты Иркутск , Красноярск , Новосибирск , Омск , Төмән , Силәбе , Өфө , Һамар , Пенза ,Саранск , Ҡазан , Ижевск , Пермь , Екатеринбург ҡалалары буйлап үтәсәк.

Поезд 24 апрелдә Иркутск ҡалаһынан ҡуҙғала һәм 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһына килеп етә. Өфөгә хәрби эшелон 1 майҙа иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, көндөҙгө сәғәт 5-се 2 минутта ҡуҙғалырға тейеш.

Поезд составында 18 вагон: 4 пассажир вагоны, 4 багаж вагоны, хәрби техниканың тарихи өлгөләре өсөн 6 платформа, платформа-сәхнә, музей һәм медицина тәьминәте өсөн 2 ябыҡ вагон, вагон-ресторан буласаҡ.

Фото: yandex.kz

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/E-e-esheloni-kil-s-k-167536/

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: