Музей директоры Зөлхизә Әсәҙуллина мамонттар, динозаврҙар йәшәгән ваҡыттан алып беҙҙең көнгә тиклем, боронғо кешеләрҙең тормошо һәм көнкүреше, уларҙың кәрәк-яраҡтары тураһында балаларға аңлайышлы итеп һөйләне. Музейға тәүге тапҡыр килгән тәрбиәләнеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Тәбиғәт, хайуандар донъяһы, тыуған яғыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белде.
Күптән онотолған көнкүреш әйберҙәре үҙҙәренең ябайлығы һәм ныҡлығы менән балаларҙы ғына түгел, хатта өлкәндәрҙе лә ғәжәпләндерә. Балалар уҙған быуат башындағы «кер йыуыу машиналарын», үтек урынына ҡытыршы таяҡ булыуын, ә һыу үткәргес өсөн бүрәнәләрҙе соҡоп эшләгән торбаларҙы күрҙе. Һәм быларҙың барыһы ла кеше ҡулдары менән яһалған.
Патифон балаларҙы айырыуса шатландырҙы, улар тарихҡа әүерелгән һәм музейҙарҙа, ата-бабаларыбыҙҙың хәтерендә генә һаҡланған винил пластинкаларҙы ғәжәпләнеп ҡараны.
Ә хәрби темаға бағышланған залда балалар һуғыш мәлендә беҙҙең һалдаттарҙың йыһаздары, тарих менән танышты. Улар һуғыш мәленән һаҡланған экспонаттарҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе һәм өлкәндәр һөйләүенән, занятиеларҙа ғына танышҡан үҙ халҡының тарихына ҡағылды. Һуғышта батырлыҡ күрһәткән һәм орден-миҙалдар менән бүләкләнгән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында белде.
Беҙ балаларыбыҙҙы уҙғандарҙы хөрмәт итергә, телевизор экрандарын һәм киң мәғлүмәт сараларын тултырған уйлап сығарылған көнбайыш «геройҙары»нан түгел, ә үҙ халҡыбыҙҙың тарихына ғәйәт тос өлөш индергән ысын батырҙарыбыҙ миҫалында илһөйәрлек хисе тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Һәм ошонда Рәсәй Президенты В.В.Путиндың: «Тыуған илебеҙҙең тарихи үткәндәренә хәтер - һәр граждандың изге бурысы» тигән һүҙҙәрен килтерге килә.
Тыуған еребеҙҙең тарихы менән тәүге танышыу балаларға бик ныҡ оҡшаны һәм ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Балалар баҡсаһына ҡайтҡас, улар күргәндәре тураһында бик оҙаҡ һоҡланып һөйләнеләр.
Резида ХӘЙБУЛЛИНА, 3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Фото автор тарафынан бирелде.