1. Хыял. Юл башы
Бөтәһе лә саф, бер ҡатлы, илертерлек һәм шул уҡ ваҡытта бойомға ашмаҫ булып тойолған хыялдан башланды. Йәнтөйәгемдең тәбиғәте үҙе үк әллә ҡайҙа төпкә йәшеренгән хис-тойғоларҙы ҡуҙғытып, уятып, яратырға, һоҡланырға, һәр нәмәне күңелең аша үткәрергә һәм, әлбиттә, хыялланырға мәжбүр итә. Донъя күрергә хыялландым мин.
Көҙгө кистәрҙең береһендә, ергә шәфәҡ төшөп, тирә-яҡ ҡараңғыланғас, 11 йәше тулып уҙған Урал ағайым мине поездар ҡарарға тип алып китте. Абына-һөрлөгә барһам да, ул ваҡытта ерҙәге иң ышаныслы, көслө булып тойолған ҡулды тотоп, ағайым янынан ваҡ-ваҡ аҙымдар менән атлауымды беләм. Ул туңған ер буйлап үтеләсәк юлды фонарь менән яҡтыртып бара. Ниһайәт, ауыл артындағы ҙур булмаған ҡалҡыулыҡҡа күтәрелдек һәм беҙҙең алда бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы уйһыулыҡта йымылдаған уттар сынйыры менән балҡыған станция ҡасабаһы пәйҙә булды. Үҙемде биләп алған көтөлмәгән ҡыуаныстан хатта тыным ҡыҫыла яҙҙы һәм күҙҙәремде ҙур асып, иҫ киткес ғәжәп күренешкә төбәлдем. Ул саҡта миңә уттар менән яҡтыртылған шул ҡасаба үҙенә тартҡан яңы донъя булып тойолдо.
Көтмәгәндә төнгө көҙгө тынлыҡта ҡайҙалыр алыҫта оҙайлы гудок һәм яҡынлашып килгән поездың тәгәрмәс тауыштары ишетелде. Ағайым мине яғамдан тартты ла: “Ҡара, хәҙер поезд күренәсәк, анауында ҡара!” – тине Ҡапыл ағастар араһынан локомотив прожекторының нуры күренде, ә уның артынан күпер алдындағы асыҡ урынға тәүге вагон килеп сыҡты, артабан икенсеһе, өсөнсөһө…
Байрамса балҡып торған поезд тәгәрмәстәрен күңелле генә тыҡылдатып, туҡтамайынса беҙҙең ҙур булмаған станция аша үтте һәм хушлашыу гудогын яңғыратып, боролоштан китеп юғалды. Яйлап ҡына алыҫлаша барған төркөмдөң тәгәрмәс тауыштары ла тынды. Мин әле генә күргәндәрҙән шаҡ ҡатып, өнһөҙ генә ағайым янында баҫып торҙом һәм ҡапыл шул вагондың эсендә пәйҙә булып, тәҙрә янына ултырып, алыҫ киләсәккә юлланғым килде. Ағайымдан шым ғына былай тип һораным: “Кемдәр унда? Ҡайҙа юл тоталар?” Ә ул һис тә ғәжәпләнмәйенсә: “Унда кешеләр, Өфөгә китеп баралар”, – тип яуапланы.
“Ни өсөн унда китеп баралар һуң?” – тип һорарға теләнем, әммә шул ваҡытта күктән тын ғына итеп инде ҡасанан бирле көткән эре-эре ҡар бөртөктәре төшә башланы. Ағайым менән бер үк ваҡытта ҡулдарҙы һуҙҙыҡ, устарыбыҙға килеп төшкән ҡар бөртөктәре шунда уҡ иреп юҡҡа сыҡты. Ҡар яйлап ҡына йоҡа аҡ япма булып ерҙе ҡаплай, донъя тағы ла яҡтырып китә. Ағайым етеҙ генә мине ҡулымдан эләктереп алды ла беҙ ҡайтыу яғына йүгерҙек. Юл ыңғайында бер нисә тапҡыр артҡа әйләнеп ҡарарға маташтым, әммә хәҙер инде станция уттары аҫтында емелдәгән ҡар ҡатламынан башҡа бер ни ҙә күренмәне.
Шул саҡтағы һоҡланыу тойғоһо күңелемдә ғүмерлеккә ҡалды. Сираттағы тормош үренә артылғанда һәр саҡ уның артында яҡтылыҡ менән ҡойолған яңы, бала саҡтан таныш булған күп-күп уттар менән йымылдаған яҡты донъяны күрәсәгемде белдем. Һәм бер ваҡытта ла алданманым, тиерлек. Борсолдорған, йөрәкте ҡыҫып-ҡыҫып алған һоҡланыу тойғоһо һуңғараҡ әллә ҡайҙарға алыҫҡа, күҙгә күренмәҫлек тарафтарға әйҙәүсе аңлы хыял булып үҫеште. Һәм ул тормошомдоң төп маҡсатын билдәләне. Ана шул маҡсатҡа ынтылыш ғүмер буйы яңы бейеклектәргә артылырға, оло-ҡара илебеҙҙең сикһеҙ киңлектәре буйлап хәрби бәхет эҙләп, бер хеҙмәт урынынан икенсеһенә күсеп йөрөргә мәжбүр итте.
2. Тәүге һынау
…Барлыҡ борсолоуҙар артта ҡалды, имтихандар тапшырылған, һуңғы һынауҙы – яҙмышымды хәл итәсәк мандат комиссияһын[1] ғына үтәһе ҡалды. Балалыҡ хыялымды тормошҡа ашырыр хәрби училищеға уҡырға инеү өсөн бер аҙым ғына яһарға ҡалды. Имтихандарҙың барыһын да яҡшы билдәләргә тапшырҙым, йыйған балдар суммаһы артыҡ хафаланыуһыҙ мандат комиссияһы ултырышына барырға мөмкинлек бирҙе, әммә йөрәкте иртәнән бирле хафаланырға, икеләнергә мәжбүр иткән тойғо биләгән.
Хәүефһеҙләнергә сәбәп тә бар – шәхси эшемдә бер мөһим документ етмәй – район хәрби комиссариатынан секретлылыҡ режимы буйынса рөхсәт ҡағыҙы алынмаған. Ошо документ арҡаһында яҙмышыма булышлыҡ итерҙәй көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп тыуҙы. Тормошта йыш ҡына шулай була, берәүҙең битарафлығы, үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы кешегә төрлө кәртәләр тыуҙыра һәм уларҙы барыһы ла йырып сыға алмай.
Был ҡаршылыҡ китер алдынан ғына, Өфө ҡалаһының саҡырылыш пунктында, рөхсәт ҡағыҙы булмағанлыҡтан, миңә хәрби училищенан саҡырыу ебәрмәүҙәре һәм шул сәбәпле унда уҡырға ебәрә алмауҙары хаҡында хәбәрҙе ишеткәс тыуҙы. Тәүҙә юғалып ҡалдым. Барыһын да күңелдән үткәргәндән һуң, әлеге халәтемде үпкә һәм өмөтһөҙлөк хисе алмаштырҙы. Шул тиклем бойоҡтом, хатта ошоноң менән тормошом тамамланған кеүек тойолдо. Башта нисек итеп өйгә ҡайтайым да ҡайһылайтып дуҫтарымдың күҙенә күренәйем, тигән берҙән-бер уй ҡайнаны. Ниндәйҙер бөтөнләй үҙемә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында хәрби училищеға инергә яраҡһыҙ булып сығыуым өсөн оят ине миңә. Ситкәрәк китеп, иҫке фибра сумаҙан өҫтөнә ултырҙым һәм тирә-йүндәгеләр үпкәләүҙән бына-бына йәшкә сыланырға торған күҙҙәремде күрмәһен өсөн башымды түбән эйҙем.
Бер минутҡа һуҙылған йомшаҡлыҡтан һуң үҙемде ҡулға алдым, урынымдан күтәрелдем дә тәүәккәл рәүештә башҡалар артынан саҡырылыш пунктына йүнәлдем. Абитуриенттарҙы оҙатыуға әҙерлек бара. Бүлмәләге өҫтәл артында ултырған майор ниндәйҙер документтар тултырыу менән мәшғүл ине. Ҡыйыулығымды йыйып уның янына килдем дә һөйләргә керештем. Моғайын, үҙемде ышаныслы итеп тотҡанмындыр, ул ҡағыҙҙарын ситкә һалып ҡуйып, миңә ентекле ҡараш ташланы һәм ҡабатлап һораны: “Хәрби училищеға инеү теләгең ҙур, шулаймы?”
“Был хаҡта бала саҡтан уҡ хыялланам!” – тинем мин. “Яҡшы. Һине башҡалар менән бергә Рига училищеһына ебәреү әллә ни ҡыйын булмаҫ. Әммә шуны аңларға тейешһең, уҡырға мотлаҡ инә аласағыңа ышаныс юҡ. Шулай ҙа мөмкинлегеңде һынап ҡара, һәр хәлдә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә аласаҡһың, һәм, әгәр ҙә кире уйламаһаң, киләһе йылда уҡырға инеүе еңеләрәк буласаҡ. Йә, хәл ит: тағы ла бер йыл әсәйең янында йәшәйһеңме, әллә быйыл уҡ барып бәхетеңде һынап ҡарайһыңмы?” Шулай итеп мине училищеға юлланыусылар теҙмәһенә индерҙеләр. Ҡайһы берҙә үҙенә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған һәм үҙ эшен күрһәтмә буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарған бер кеше икенсе берәүҙең яҙмышын хәл итә ала шул.
Абитуриенттар төркөмө ете кешенән тора. Беҙҙе теҙеп ҡуйып, арабыҙҙан команда өсөн яуаплы кешене билдәләнеләр, инструктаж үткәреп, юл йөрөүгә бәйле һәм башҡа документтарҙы тапшырҙылар. Туғандар менән хушлашып, плацкарт вагонда урын алып, быға тиклем таныш булмаған яңы донъяға табан елергә генә ҡалды. Ригаға Мәскәү аша барҙыҡ, абитуриенттарҙы хәрби хәбәрҙәр комендатураһы офицеры һәм капитан (училище вәкиле) ҡаршы алды. Уңышлы килеп етеүебеҙгә инанғас, офицер беҙҙе ҡала буйлап йәйәү атлатып училищеға алып китте. Юл ыңғайы ҡыҙыҡһыныу менән таныш булмаған урамдарҙы, иҫке биналарҙы, үтеп барыусыларҙы күҙәттек. Вокзал ҡаршыһындағы каналда һис өркмәйенсә аҡ һәм ҡара аҡҡоштар йөҙөп йөрөй, өлкән йәштәге кеше һәм уның янындағы балалар уларҙы икмәк менән һыйлай ине. Һомғол ҡоштар янында йөҙөп йөрөүсе ҡырағай өйрәктәр иң тәмле киҫәктәрҙе эләктереп ҡалырға тырыша. Беҙ туҡтап уларҙы күҙәтә башланыҡ, капитан ары атларға кәрәклеген хәтергә төшөргәс кенә юлыбыҙҙы дауам иттек.
Бишенсе корпус бинаһы вокзалдан алыҫ булмай сыҡты. Беҙгә иртәгә үк йәйге лагерҙарға йүнәлеүебеҙ һәм шунда имтихандар тапшырыуыбыҙ хаҡында иғлан иттеләр.
3. Хәҡиҡәт мәле
Быларҙың барыһын да мандат комиссияһы ултырышы барған бүлмә ишеге янында торғанда хәтергә төшөрҙөм. Үкенескә ҡаршы, минең менән Өфөнән килгән ете егеттең дүртәүһе һынауҙарҙы үтә алмайынса ҡайтып китергә мәжбүр булды. Имтихандар мәлендә танышҡан, документ йәһәтенән проблемалары булмаған яңы дуҫтарым бойоҡмай, хафаланмай ғына үҙ сиратын көтә. Әленән-әле ишектәр асыла һәм залдан ҡәнәғәт, бәхетле яңы курсанттар – кисәге абитуриенттар атылып килеп сыға. Ниһайәт, миңә лә сират етте.
Өйрәтеүҙәре буйынса, теремек кенә иҙәндең буйынан-буйына һуҙылған балаҫтан уҙҙым һәм комиссия ағзалары ҡаршыһында билдәләнгән дистанцияла туҡтаным. Көр тауыш менән һәм аныҡ рәүештә үҙемдең килеп етеүемде белдерҙем. Ҡабул итеү комиссияһы өҫтәленең ике яғынан буласаҡ уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ урын алған. Уларҙың күбеһе өлкән офицерҙар булыуына иғтибар иттем. Байтаҡтарының йәнләнеп китеп, миңә ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлағандарын тойҙом. Курс етәксеһе һәм курс офицерҙары айырым өҫтәл артында ултыра ине.
Беҙҙең курс офицеры, өлкән лейтенант Кривошеин минең уңыштарым хаҡында бәйән ҡылды, ул ентекләп ҡабул итеү имтихандары мәлендә алған баһаларымды атап үтте, ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирҙе, спорттағы ҡаҙаныштарымды телгә алды һәм һуңынан былай тип өҫтәп ҡуйҙы: “Был абитуриенттың ике туған ағаһы ике курсты тик бишле билдәләренә генә тамамлаған Яҡупов Руслан беҙҙең училищела белем ала, ҡустыһы ла ағаһынан ҡалышмаҫ, яҡшы билдәләргә өлгәшер, тип ышанабыҙ. Абитуриент Сәлимов ауылда милли мәктәп тамамлауға ҡарамаҫтан, уның белеме яҡшы тип баһаланды, бигерәк тә математика һәм физика буйынса күрһәткән һөҙөмтәләрен бишлегә баһаларға булыр ине”.
Үҙемә ҡарата бындай яҡшы ҡылыҡһырлама биреүҙәрен ишетеүе шул тиклем рәхәт ине һәм офицерҙарҙың йөҙөндәге ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ҡәнәғәт йылмайыу менән алмашыныуын тойҙом. Көтмәгәндә, нисектер атайҙарса хәстәрлек менән училище етәксеһе мөрәжәғәт итте: “Ҡайҙан булаһың, улым?” Бер мәлгә юғалып ҡалып, шым ғына яуап ҡайтарҙым: “Башҡортостандан”. “Ҡайһы тарафынан, ниндәй райондан?” – тип ҡабатлап һораны генерал. “Шишмә районынан”, – тип тағы ла юғала биреберәк яуапланым.
Сал сәсле генерал урынынан торҙо, әллә күпме орден һәм миҙалдар йәмләгән кителен рәтләне, өҫтәл артынан сыҡты һәм йылмайып дауам итте: “Тимәк, деньги есть, Уфа гуляем, денег нет – Чишма сидим, тиһең инде?!”
“Тап шулай! Иптәш, генерал, һеҙ был әйтемде ҡайҙан беләһегеҙ?!” – тип ғәжәпләндем мин.
Барыһы ла йылмайып ҡуйҙы, генерал да ауыҙ йырып яуапланы: “Нисек инде белмәҫкә? Мин һуғышты һинең яҡташтарың менән – башҡорт дивизияһында үттем”. Һуңынан етди рәүештә дауам итте: “Дивизия Өфө янындағы Алкин ҡасабаһында ойошторолғайны. Ҡасан да булһа кешеләр иңенә төшә торған иң ауыр һынауҙарҙы беҙ улар менән бергә үттек!”
Ҡаршымда фронт юлдарын бергә үткән һәм күптәре яуҙан әйләнеп ҡайтмаған башҡорт һалдаттарының һыҙаттарын хәтерләргә тырышҡандай уйсан бағып, бейек кәүҙәле, сал сәсле генерал баҫып тора. Килеп тыуған тынлыҡтан файҙаланып, ниндәйҙер майор үҙ урынан торҙо.
– Иптәш генерал-майор! – тине ул ҡырҡа ғына. – СССР-ҙың айырым КГБ бүлексәһенең өлкән вәкиле майор Петров, – тип таныштырҙы үҙен. – Абитуриент Сәлимовҡа 2-се һанлы формалағы рөхсәт бирелмәгән һәм ҡарарға ярашлы беҙ уны училищеға ҡабул итә алмайбыҙ.
Майор тағы ла нимәлер өҫтәргә теләгәйне, әммә генерал ҡашын йыйырып уны киҫкен генә туҡтатты.
Бына алдан уҡ иҫкәртелгән хәҡиҡәт мәле етте. Борсолоуҙан күҙҙәремде йомдом һәм башымды эйҙем, миңә генерал алдында оят булып китте – әйтерһең дә, кемделер алдарға ниәтләгәнмен, ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай, шәхси теләгемә генә буйһоноп, маҡсатыма ынтылғанмын. Әммә үҙҙәре документтың булмауы хаҡында белә тороп, имтихан тапшырырға рөхсәт иттеләр бит!
Тиҙҙән генералдың ҡәтғи тауышы яңғыраны: “Һеҙгә курсантҡа рөхсәт ҡығыҙы әҙерләр өсөн ике аҙна ваҡыт бирәм. Эштең үтәлеше хаҡында шәхсән миңә белдерергә!”
“Курсант” һүҙе ошо мәлдән хәрби училищеға ҡабул ителеүемде аңлата ине. Бер минуттан һуң генерал минең тойомлауымды дөрөҫләп ҡуйҙы, ул яныма килеп ҡулымды ҡыҫты һәм маршал Бирюзов исемендәге Рига хәрби училищеһына ҡабул ителеүем менән тәбрикләне.
Уның һүҙҙәре ғүмерлеккә күңелемә һеңеп ҡалды. Ул былай тине: “Иптәш курсант! Беҙҙең хәрби училищеға ҡабул ителеүең менән ҡотлайым! Биш йылдан һуң тәүге офицер званиеһын алырыңа ышанам. Погондарҙы ғорурлыҡ менән йөрөт, намыҫыңды һаҡла, Бөйөк Ватан һуғышында алышҡан һәм яуҙан әйләнеп ҡайта алмаған яҡташтарыңдың яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмә!”
Ошонан һуң ул нимәнелер иҫләгәндәй бер аҙ уйланып, ниндәйҙер бер йылы, яғымлы, шул уҡ ваҡытта ҡәтғи тауыш менән һәр һүҙенә баҫым яһап дауам итте:
– Башҡорттар һәйбәт халыҡ! Герой халыҡ! Улар менән бөтә һуғыш юлын үттем! Бөгөн башҡорт яугирҙары бер бөтөн булып, тағы ла атакаға барҙы һәм алышҡа ҡаршы торҙо. Бөгөн улар һинең өсөн, һинең киләсәгең өсөн көрәште. Быны бер ҡасан да онотма. Һинең яҡты киләсәгең өсөн башын һалған яҡташтарың иҫтәлегенә лайыҡ бул! – Уның ҡаты итеп ҡулды ҡыҫыуы һәм устарының йылыһы әлегәсә хәтеремдә. Генерал Глущенко Андрей Владимировичтың һүҙҙәрен һәм үҙемдең ҡыҫҡа ғына антымды һәр саҡ иҫтә тотам. Ул саҡта яуап итеп мин былай тинем: “Есть, иптәш генерал!”
4. Һайлау
Һөнәр һайлауға ике туған ағайҙарым – Руслан һәм Илдус Яҡуповтар булышлыҡ итте. Өлкәне Илдус ул ваҡытта офицер булып, Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә, кесеһе Рига юғары хәрби команда училищеһында белем ала ине. Күршем Суфиян ағай Динисламов хәрби диңгеҙ офицеры булды. Ул ауылға формала ҡайтһа, барлыҡ малайҙар ҙа уны күрергә йүгереп килеп етә торғайны.
Әммә һөнәр һайлауҙа иң мөһим һәм хәл иткес ролде атайым уйнаны. Ул, отставкалағы капитан Бәкер Ишмөхәмәт улы Сәлимов, һуғыш башланыр алдынан ғына Сызрань пехота училищеһын тамамлай, фин алышында ҡатнаша, ә Бөйөк Ватан һуғышында легендар генерал Родимцев етәкселек иткән 13-сө гвардия дивизияһы составында була. Взвод командирынан батальон командирынаса юл үтә, Сталинградта яралана, әммә эвакуацияланмай, ротаһын ахырғаса ташламай, дошман әсир ителгәнгә тиклем үҙ һалдаттары менән бергә алыша.
1943 йылдың йәйендә Курск янында атайым ауыр яра ала һәм капитан званиеһында инвалидлыҡ буйынса хәрби көстәрҙән демобилизациялана. Бик күп ордендар менән бүләкләнгән атайым минең өсөн герой ғына түгел, тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итеү өлгөһө лә булды. Тәүге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены уға фин һуғышында ҡатнашҡаны өсөн бирелһә, икенсеһен 1941 йылда ала. Һуғыш башланған мәлдә алынған орденды Совет хөкүмәтенең иң ҙур наградаһына тиңләргә мөмкин булыуында шигем юҡ. Атайым һәм илебеҙҙе фашистарҙан азат иткән башҡа геройҙар хаҡында мотлаҡ яҙасаҡмын әле. Ошо миҫалдар минең хәрби кеше булырға тигән ҡарарға килеүемә булышлыҡ итте.
Был ниәтем хаҡында оҙаҡ ваҡыт әсәйемә белдерә алмай йөрөнөм. Ғаиләлә кинйә малай булараҡ, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса атай-әсәйем хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш инем. Өлкән ағайҙарым алыҫта йәшәй: береһе – Норильскийҙа, икенсеһе – Ленинградта. Уртансы ағайым һәм апайым Өфөлә ғүмер кисерә. Шуға ла ауылда атайым менән әсәйем янында ҡалыу миңә яҙмыштың үҙе тарафынан билдәләнгәйне.
Эйе, оҙаҡ ваҡыт әсәйемә хыялым хаҡында әйтеп һалырға ҡыйманым Шулай ҙа бер кисте уға үҙ ҡарарым хаҡында белдерҙем. Әсәйемдең күҙҙәренә йәш төйөлдө, әммә ул әлеге йүнәлеш буйынса уҡырға теләүемде ҡабул итте. Әсәйем алдында сикһеҙ бурыслымын.
Хәрби училищеға уҡырға ингәс, военкоматтан әсәйемә улына – буласаҡ офицерға һәм тыуған ил һаҡсыһына яҡшы тәрбиә биргәне өсөн ҡотлау открыткаһы ебәргәндәр. Тағы ла Шишмә ҡасабаһындағы район хәрби комиссариатына теге уҡырға ҡабул ителеүгә ҡамасаулай яҙған рөхсәт ҡағыҙын алырға саҡырғандар. Туғандарым хаҡында автобиографик белешмә талап ителгәс, әсәйемдең унда барыуы мотлаҡ булған.
Һуңынан әсәйем рәсми власть вәкилдәренән тәүге тапҡыр үҙенә ҡарата йылы һүҙ ишетеүе хаҡында һөйләне. Хәрби комиссариатта уны сәй, кәнфит менән һыйлағандар, ҙур булмаған сәй сервизы бүләк иткәндәр, хатта машина менән өйгә тиклем илтеп ҡуйғандар. Ул йылдарҙа Шишмә районы хәрби комиссариатында эшләгән майор Курмашевҡа рәхмәт.
5. Мәғәнә
Уҡыу йылдары тиҙ үк үтеп китте. Әйткәндәй, миңә артиллерияның төп маршалы М.И. Неделин исемендәге Ростов инженер-команда юғары хәрби училищеһын тамамларға тура килде. 1977 йылда Рига училищеһы тарҡатылып, беҙҙең факультет Дондағы Ростов ҡалаһына күсерелде бит. Хәрби училищены тамамлағандан һуң мин Себер хәрби округына тәғәйенләнеш алдым. Хеҙмәт еңелдән түгел ине, әммә ҡыҙыҡлы булды. Карьера уңышлы барҙы һәм бер нисә йылдан һуң мине дивизион командиры урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Был вазифа Мәскәүгә хәрби училищеға уҡырға инеү өсөн тура юл ине.
Бер мәл ҡышын хәрби дежурство алмашынғас, шәхси составым менән ракета дивизионы позицияһынан өс саҡрымда ятҡан ҡыр лагеры штабына килдек. Себер һалҡыны барыһын да тиҙ үк палаткаларға ҡыуалап индерҙе, ә беҙ офицер менән туңған битебеҙҙе ыуа-ыуа уҡыуҙың тәүге көнөн барлау һәм төнгө маршҡа йомғаҡ яһау өсөн штаб палаткаһына йүнәлдек.
Палаткала йылы һәм йәмле ине. Мөйөштә ҡайын ағастары дөрләп янған тимер мейес. Мейес яғыусы-дневальный рядовой Мкртчян палатканы тәртиптә тота. Ағас иҙәндәр таҙа итеп һеперелгән, уртала – йыйылмалы өҫтәл һәм ултырғыстар. Өҫтәл өҫтөндә аҫылынып торған лампочка тоноҡ ҡына яна һәм ҡайҙалыр лагерь артында геүләгән движок ыңғайына емелдәй ине.
Дежур көстәр командиры үткән тәүлектәрҙәге хәрби дежур мәсьәләләренең үтәлеше һөҙөмтәһен барланы һәм офицерҙарға дивизия командирының ҡыр позицяһында уңышлы ойошторолған һәм үткәрелгән марш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тәүлек дауамында аяҡ өҫтө булдыҡ. Ҡыҫҡа ғына һөҙөмтәләрҙән һуң офицерҙарға мейес яғыусылар уяу булһын, йоҡлап китмәһен тип иҫкәртеп, уларҙы ялға ебәрергә булдым. Әммә киң күңелле Мкртчян офицерҙарға сәй тәҡдим итте һәм барыһы ла ҡыуанып риза булды.
Рядовой Мкртчян Таулы Карабахтан саҡыртылған. Армияға саҡлы педагогия институтын тамамлаған, хатта мәктәптә завуч булып эшләргә лә өлгөргән. Әлегәсә мәктәп ғәҙәте буйынса хәрби дежурға расчет етәксеһе булғанда һалдаттарға “Балалар! Стройға йүгерегеҙ!” тип команда бирә. Һәм һалдаттар уҡыусылар кеүек етди рәүештә уның бойоҡтарын үтәргә ашыға. Ул өлгөлө һалдат ине, үҙенең хәрби һөнәрен яҡшы белә. Бына шунда Мкртчян ҡапыл бер һорау бирҙе, уны мин һуңынан да йыш иҫкә алдым. Әллә ни әһәмиәт бирмәй, әммә етди рәүештә: “Иптәш өлкән лейтенант! Нисек уйлайһығыҙ, һуғыш буласаҡмы?” – тип һораны ул. Мин политзанятиеларҙағы кеүек үҙебеҙ хеҙмәт иткән Совет Армияһының һәм Хәрби диңгеҙ флотының Ракета-стратегик ғәскәрҙәренең ҡеүәте хаҡында һүҙ йөрөттөм һәм Америка империализмының беҙҙең социалистик тыуған илде баҫып алыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ, тинем. Шунда был һорауҙың ябай ҡыҙыҡһыныуҙан ғына бирелмәүен аңлап, тынып ҡалдым. Күпмелер тынлыҡтан һуң һорап ҡуйҙым: “Мкртчян, һинең кемең дә булһа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанмы?”
“Эйе, ике олатайым яуҙан әйләнеп ҡайтмаған”, – тип шым ғына яуапланы ул. “Минең дә атайым һуғышты, уның бер туған ҡустыһы яу яланында ятып ҡалған”, – тип дауам иттем. Палаткалағы офицерҙарҙың барыһының да тиерлек яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған булып сыҡты. Һуғыштың аяуһыҙ ҡулы барыһына ла тейгән һәм Рәсәйҙә юғалтыу һағышын кисермәгән ғаилә лә булмағандыр. Палаткала тынлыҡ урынлашты. Бына шунда шаҡ ҡатырырлыҡ һығымтаға килдем: минең туғандар араһында һуғышта ҡатнашмаған ир-ат вәкиле булмаған. Атайым – Фин, Бөйөк Ватан һуғышында, олатайым – Герман һәм Граждандар һуғышында, ҡарт олатайым – Япон, уның атаһы – Ҡырым, уның атаһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Беҙҙең хәрбиҙәр һәм тархандар тоҡомонан сыҡҡандарҙың күбеһе кантон хеҙмәте осоронда кадет корпусын һәм Ырымбурҙағы генерал Неплюев исемендәге хәрби училищены тамамлаған. Уларҙың барыһы ла тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, яуҙа ҡатнашҡан һәм еңеүсе булып ҡайтҡан. Һуғышта кәрәк буласаҡ һабаҡтар алһаҡ та, үҙемә – беҙҙең быуындың тәүге вәкиленә һуғышырға тура килмәҫ, тип өмөтләндем. Шунда, хаҡлығыма ышанып, рядовой Мкртчянға былай тип яуап бирҙем: “Башҡаса һуғыш булмаясаҡ, атай-олатайҙарыбыҙ тыныс киләсәк өсөн етерлек һуғышҡан һәм беҙ башҡаса бындай мәғәнәһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡбыҙ…”
Бер нисә йылдан һуң Мкртчян миңә Таулы Карабахтан хат ебәрҙе. Унда ул мәктәп директоры булып эшләүен, һалҡын кабинетта ултырыуын, балаларҙың күптән инде дәрескә йөрөмәүен, ә уның алдында автомат ятыуын һәм ул һуғышырға мәжбүр икәнлеген яҙған. Был ҡот осҡос, аяуһыҙ һуғышты туҡтатыу өсөн бер нәмә лә эшләй алмайым, тигән ул. Төрмәнән ҡотолоп булмағандай, һуғыштан да ҡотолоп булмай икән, ә бит беҙ һуғыш артта ҡалыуына шикләнмәй инек, тигән. Унан башҡаса хат алманым.
***
1993 йылда, Мәскәү хәрби академияһын тамамлағандан һуң, хеҙмәтте артабан дауам итер өсөн Төньяҡ-Кавказ хәрби округы штабына ебәрҙеләр. Кавказға туҡтауһыҙ командировкалар башланды. Артабан беҙ конституцион бурысыбыҙҙы үтәгән һуғыш булды, һуңынан яралар, госпиталдәр, хәрби табиптар һәм оҙаҡҡа һуҙылған һауығыуҙар…
Бер мәлде атайым миңә: “Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең тарихыбыҙҙағы иң һуңғы ҡан ҡойош булды. Шундай ҡот осҡос ваҡиғанан һуң кешеләр башҡаса ундай мәғәнәһеҙлеккә юл ҡуймаҫ. Балаларыбыҙ бындай вәхшилекте күрмәһен өсөн һуғыштыҡ”, – тигәйне. Үкенескә ҡаршы, атайым яңылышҡан шул.
[1] Мандат комиссияһы – ҡабул итеү комиссияһы. https://shonkar.rbsmi.ru/articles/-bi-t/ofitser-ya-malarynan/