Бөтә яңылыҡтар

АҠ БИЛЕТ

Эх, бала саҡта йәйҙе көтөп алыуҙарым! Оҙайлы ҡыш үтә. Уҡыуҙар тамамланып, йәйге каникул башлана. Июнь урталарында колхоз бесәнгә төшә. Бына шул ваҡыт беҙ, ауыл малайҙары, «общий двор» тип аталған, колхоздың ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға һәм башҡа кәрәк-яраҡтары һаҡланған, ҙур булмаған келәтенә йыйылабыҙ. Ат ҡараусы булып эшләгән Ильяс олатай һәм Хаммат ағай, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға тәғәйенләп, ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға, арҡалыҡ ҡайышын өләшеп сыға. Беҙ малайҙарҙың күҙҙәре үткер, эшсе ҡиәфәт менән барыһын тикшереп ҡарап, ҡабул итеп алабыҙ. Һәр кем сбруйҙарының билгеләрен иҫтә ҡалдырып таралышабыҙ.

Һөйрәлә йөрөргә аттарҙы, һәр кемдең сослоғона, үткенлегенә ҡарап, тәғәйенләп бирәләр. Йыуаш малайҙарға, сабан булһа ла, йыуаш ат эләгә, ҡыйыу, үткен малайҙарға салт малҡай тәтей. Миңә һәр ваҡыт йыл да менеп өйрәнгән атым – Күк бейәне бирәләр. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр ҡайһыбыҙға йыл да һөйрәлә менеп өйрәнгән атыбыҙҙы тәғәйенләйҙәр. Беҙ бит малайҙар, күберәк аттарҙы сабыштырырға, ярышырға яратабыҙ. Минең Күк бейә, сабышыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, тыныс холоҡло. Йыл да ҡолонлай. Тик бына ҡолон башҡа бәлә була торғайны. Көнө буйы арттан эйәреп йөрөп, кискә табан арый, эҫенән, себен, күгәүен талауынан ҡасып, ағас күләгәһендә тора ла ҡала, һыҙғырып саҡырһаң да килмәй, ҡайһы саҡ төшкө аштан һуң бейәһенә эйәрмәй, һыу буйында төтәткес һалынған стандан сыҡмай (Бесәнселәр ятағын бар кеше шулай тип атай). Бер-ике сәғәт үтеүгә, бейәнең елене тулыша ла, ҡолонон юғалтып тынысһыҙлана башлай. Ваҡыт һайын яланды яңғыратып, ҡолонон саҡырып бер туҡтауһыҙ кешнәй, тыпырсына, өҫтәүенә, күгәүендәр тынғы бирмәй.
Кис етә. Бөгөнгә эш тамам. Бесән тейәүсе апайҙар, тырматыусы ҡыҙҙар һөйрәткегә бесән һалып алып, биш-алты кеше тейәлешәләр. Беҙ, ат башындағы малайҙар, шуны ғына көтәбеҙ, кемуҙарҙан аттарыбыҙҙы ярыштырып, ҡыуышҡа табан елдерәбеҙ.
Барыбыҙҙы ла «кашауар» Васпиямал апайҙың тәмле ашы көтә. Тамаҡ туйҙырғас, кемдер ҡыуышта әүен баҙарына китә, кемдер зыҡ ҡубып ҡыҙҙар менән шаяра. Беҙ, бер нисә малай, һәр ваҡыттағыса, кәбән һалыусы абзыйҙарҙың ҡыуышы тирәһенә йыйылышабыҙ. Ҡыҙыҡлы мәҙәктәр тыңлап, яңылыҡтарға ҡолаҡ һалып ваҡыт үткәрәбеҙ.
Конюх Ильяс олатай аттарҙы теүәлләп эргәләге тау битенә төнгөлөккә ҡыуа ла, ирҙәр эргәһенә килеп ултыра. Сәйгүндән сәй яһап эсә, шунан үҙенең яңы хәбәрен теҙә. Беҙгә шул ғына кәрәк, бер-беребеҙгә һыйынышып, олатайыбыҙҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ.
- Һуғышҡа ауылыбыҙҙан 19 йәше тулған бер тиҫтер егеттәр бергә саҡырылдыҡ, - тип башланы ул үҙенең һуғышҡа киткән осорон иҫкә төшөрөп. - Комиссия үткәс, юлға әҙерләнеп килергә ваҡыт биреп, өйгә ҡайтарҙылар. Билдәләнгән көндө, барыбыҙ ҙа арҡаларыбыҙға юл тоҡсайы аҫып, район үҙәгендә урынлашҡан Хәрби комиссариатҡа йыйылдыҡ. 1942 йылдың йылы йәйе ине. Сафҡа теҙеп, исем-шәрифтәребеҙ буйынса тикшергәс, «Вольно» командаһы яңғыраны, иркен тын алып, комиссариат алдындағы йәш үләнгә сүгәләнек. Кемдер тәмәке ҡабыҙҙы, кемдер оҙатырға килгән туғандары менән һаубуллаша.
Арабыҙҙа күрше Сосновка ауылынан Гриша исемле егет тә бар. Хәрби комиссариатҡа ул лаяҡыл иҫерек килде. Дөрөҫөрәге, ҡултыҡлап алып килделәр. Нисек ҡурҡмағандыр, кем менән шул тиклем эскән – берәү ҙә белмәй. Военком уны күреү менән:
- Кем була, фамилияһы? - тип аныҡлағас, - Әйҙә, бында бикләйбеҙ, - тип ҙур булмаған бүлмәнең ишеген асты. Гришаны һөйрәкләп ошо бүлмәгә индереп бикләнеләр. - Иртәнгә тиклем айныҡһын! - Сусҡа! Эсеп туймағанһың икән! - тип, эттән-эткә һалып һүкте.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡаты иҫкәртеп, район үҙәгенән ситкә таралмаҫҡа ҡуштылар. Бөгөнгә Һарыҡташ станцияһына барыуҙан фәтүә юҡ, сөнки Урта Азия тарафынан килеүсе паровоз иртәгә төнөн генә станцияла була. Кемдер туғандарына, кемдер таныш-белештәренә таралыштыҡ. Фронтҡа китеүселәргә ҡәҙер-хөрмәт ҙур, төн үткәреп сығыуға бер кем дә ҡаршы түгел ине.
Күрше генә ауылдан булғас, Гришаны яҡшы белә инем. Әсәһенең берҙән-бер балаһы булып иркә үҫте. Бер балаға ашау яғы ла мул булғанғалыр, ул кәүҙәгә лә, буйға ла беҙҙән ныҡ айырылып тора ине.
Һуғыш башланырҙан алда бер йыл элек ҡапыл әсәһе үлеп китте. Гриша бик ауыр кисергәндер инде был ҡайғыны. Әсәһен ерләп ҡайтҡас, аҙна буйы өйөнә инмәй, солан тупһаһында ултырған икән, тип һөйләнеләр. Ауылдаштары уны йыуатып, төрлөсә өгөтләп ҡарайҙар, тик ул бер кем менән дә һөйләшмәй, ишетмәгәндәй ултыра биргән. Йәлләп ашарына ла алып килеп ҡарағандар, үҙҙәренә саҡырғандар. Гриша ҡымшанмаған да. Аптырағас, район үҙәгендә йәшәгән ике туған апаһына хәбәр иткәндәр. Апаһы оҙаҡ көттөрмәй, килеп, кәрәк әйберҙәрен йыйнап, өйөн бикләп, үҙенә алып ҡайта.
Иртәгеһен таң менән фронтҡа саҡырылғандар хәрби комиссариатҡа йыйыла башланыҡ. Шул саҡ комиссариатта шау-шыу ҡупты. Беҙ, тағы ни булды икән тип, аптырашып эскә индек, ә унда военком ярҙамсыһы йәнә Гришаны һүгә.
- Скотина! Һин ни эшләнең! Йүнһеҙ! Дурак! - тип аҡыра. Ә Гриша, бер ни булмағандай, йоҡоло күҙҙәрен бер асып, бер йомоп, иҙәндәге йәймәһенә ҡарап ҡатҡан. Бер аҙ өндәшмәй торғас, телгә килеп:
- Ә ни эшләргә ине миңә? Ишек бикле, этеп ҡараным, асылмай, салбарға һалырғамы? Уны йыуырға кәрәк, ҡасан кибә әле, ә алмаш салбарым юҡ минең…
- Хәҙер үк йыйыштырып ал, хайуан! - тип сығырынан-сығып ҡысҡырҙы военком ярҙамсыһы.
- Ә нисек? Нимә менән һөртәйем һуң? – тип яуап биреүенә.
- Теләһә нимә менән йыйыштыр! Биш минуттан инеп ҡарайым, бер нәмә лә ҡалмаһын бында! Фу! – тип танауын баҫып кабинетына инеп юғалды.
Гриша аптырап ҡалманы, көрәктәй ҡулдары менән бүлмәнең уртаһына һалған йәймәһен һоҫоп алды ла, беҙҙе, ҡыҙыҡһынып ҡарап торғандарҙы, терһәктәре менән йырып тышҡа сығып китте. Комиссариаттың баҡсаһына ташлағас, бармаҡтарын, устарын, баҡса кәртә бағанаһына һөрткөләне лә, тағы эскә инеп китте. Был күренеште тәҙрә аша күреп ҡалған военком, ярҙамсыһын саҡырып алды ла, уң ҡулының бармағын сикәһе тирәһендә өйрөлткөләп күрһәткәс, Гришаны саҡырып алды. Ҡағыҙға ниҙер яҙып ҡулына тотторҙо ла:
- Район больницаһының ҡайҙа икәнен беләһеңме? – тип һораны. Гриша беләм тип яуап биргәс: - Бар, ошо ҡағыҙҙы, регистратураға тапшыр, ҡалғанын үҙҙәре аңлатыр. Улар яҙып биргән ҡағыҙҙы ҡулыңа алғас, бында килерһең, - тип, сығарып ебәрҙе. Үҙе ярҙамсыһына: - Ундайҙарҙы фронтҡа ебәрергә ярамай. Бәләһенән баш-аяҡ, кире ҡайтарһалар, беҙҙең баштан һыйпамаясаҡтар, врачтар комиссияһы нимә тип яҙыр?.. Һуңынан күҙ күрер, - тине.
Гришанан башҡа барыбыҙ ҙа фронтҡа киттек. Ауылдан хат алып торҙом. Хат аша Гришаның хәлен һорашып белдем. «Аҡ билет» тотторғандар икән. Ул заманда аҡ билет биреп армияға алмаһалар, урамға сығып, кеше күҙенә күренергә ояла торғайнылар. Ҡайтҡанда ҡаса-боҫа, эңер төшкәс кенә ауылға инә торғайнылар. Күрәһең, ауырыуы булғандыр. Һуғышҡа алмағас, Гриша тыуған ауылына ҡайтып, ике балалы тол ҡатынға йортҡа ингән икән. Ауылда кешеләр менән бик аралашмай, ауылдаштары ла уның менән бик һүҙгә кермәйҙәр. «Алйоттарға закон ҡағылмай» тигәндәй, уның холоҡ-фиғылына бик әһәмиәт бирмәйҙәр.«Мин һеҙгә ҡағылмайым, һеҙ миңә бәрелмәгеҙ» тигән кеүек, донъя ағышында йөҙөп йәшәй. Яҙ, бесәне бөтә башлағас, төндә, һорауһыҙ-ниһеҙ, колхоз аҙбарынан бер күбә тирәһе бесәнде арҡанлап, елкәһенә һалып алып ҡайтып килгәндә, бригадир тота тегене. Әммә, әллә шөрләп, әллә йәлләп, тауыш күтәрмәй. Йәй бер кәбән бесән сабып бирәһең, - тип иҫкәртеүҙән уҙмай. Ул хәлде һуңынан, һуғыштан һуң байтаҡ йылдар үткәс, лаҡап итеп һөйләнеләр…
Ильяс олатай һөйләүенән туҡтап, сынаяғына һыуыҡ сәйҙе ҡойоп эсте лә, ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы. Тәрән итеп һурғас, һүҙен дауам итте.
- Аяуһыҙ, ҡанлы һуғыш та тамамланды. Ауылыбыҙҙан бергә саҡырылып, һуғышҡа киткән алты егеттән икәүбеҙгә генә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙҙы.
Һуғыш тамамланыуға бер йыл тирәһе ҡалғас, Гриша ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһенең район үҙәге Һарыҡташҡа күсеп китә.
Байтаҡ йылдар үткәс, Һарыҡташҡа юл төштө. Ит баҙарына инһәм, прилавка артында һатыу итеп торған ирле-ҡатынлыға иғтибар иттем. Гришаны күҙ һирпеп ҡарау менән таныным, эргәләренә килеп сиратҡа баҫтым һәм тыныс ҡына ҡарап тора башланым. Гриша, ҡараштары менән миңә текләп торғас, һүҙ ҡушты:
- Һине таныным, тик бына исемең хәтеремдән сыҡҡан, кем тип әйтергә лә белмәйем? – тип миңә күрешергә ҡул һуҙҙы.
Мин исемемде әйткәс:
- Эйе, Сайырлы ауылынан бит әле һин, - тип йылмайып ҡуйҙы. – Әйҙә, ситкәрәк китеп һөйләшеп торайыҡ, - тип, үҙенең артынан әйҙәне. - Йә, ни хәлдә йәшәйеш, яҡташ! Һине иҫән-һау күреүемә бик шатмын. Имен-аман ҡайтыуыңа ҡыуанам. Һаулыҡ нисек? Ғаиләң барҙыр бит? - тип төпсөндө.
Мин дә үҙ сиртымда уның көнитмеше менән ҡыҙыҡһындым. Һүҙ ыңғайы башымда мең төрлө уйҙар ҡайнашты. Һөйләгән һүҙҙәрендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмайым. Һин дә мин хәбәрен яра ғына.
Бер аҙ шулай әңгәмәләшеп торғас, бар ҡыйыулығымды йыйып:
- Гриша, теге ваҡыт (Теге ваҡыт тип әйтеүем, һуғышҡа саҡырылған сағыбыҙҙы иҫкә алыуым) нисегерәк булды һуң әле? Эскән баш менән юрый ҡыландыңмы? Әллә ысынлап та бер-бер хәл булдымы? - тип һорап ҡуйҙым.
Гриша башын эйеп, бер нөктәгә төбәлеп ҡарап торҙо ла:
- Кем белә инде, йәш, балалыҡтан яңы сыҡҡан саҡ, бәлки, әсәйемдең үлеме мине ныҡ тетрәндергәндер. Әммә минең һуғышҡа барғым килмәй ине. Һуғыштың нимә икәнен үҙең беләһең, иҫән ҡайтырға яҙһа, ғәрип булһаң да ҡайтаһың, юҡ икән, яу яланында ятып ҡалаһың. Больницала арлы-бирле тикшерҙеләр ҙә, ҡағыҙҙы тултырғансы яҙып, мисәт һуғып: «Бар, комиссариатҡа алып барып бир», - тип сығарып ебәрҙеләр. Унда яҙылғанды ентекләп уҡып сыҡҡас, ҡулыма «Аҡ билет» тоттороп, ҡайтарып ебәрҙеләр. Бына шул ваҡыттан алып «Аҡ билет»ым минән алда йөрөй. Йөк бушатыусынан бүтән эшкә алмайҙар… - Ул бер аҙ уйланып торғас, һүҙен дауам итте. - Ә мин бит техниканы ла беләм, машина йөрөтөргә, трактор, комбайн йүнәтергә, башҡа эшкә лә оҫталығым бар. Ике йыл элек иҫке йортто һипләп яңыртып, өй һалып сыҡтыҡ. Өйгә электр сымын да үҙем үткәрҙем… Үҙемдең балаларым булманы, ҡатынымдың ике балаһын ҡарап үҫтерештем. Әллә ҡатыным минән ауырға ҡалырға ҡурҡты, әллә үҙемдән булды, врачтарға барғаным булманы. Ҡайһы саҡ кешеләрҙең күҙенә тура ҡарарға оялам. Фронтҡа ебәрһәләр яҡшы булған да бит, тип уйлап ҡуям. Үлеп ҡалһам да, тере ҡайтһам да… Әммә былай булмаҫ ине… - Ул йәнә бер аҙ уйланып торғас: - Сусҡа аҫрайбыҙ, ҡош-ҡорт тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Ял көндәре һирәкләп булһа ла баҙарға сығарып ит һатабыҙ...
Гриша ҡатынының эргәһенә килеп ҙур ғына киҫәк итенә төртөп күрһәтте лә:
- Ал, бушлай бирәм, күстәнәскә, - тине. - Килтер сумкаңды, - тип, минең кәрәкмәй тиеүемә ҡарамай, итте сумкама тыҡты.
Ҡатынының, кем ул, тип һорауына:
- Сайырлы ауылынан балалыҡ дуҫым, - тип яуап бирҙе. - Ильясҡа буш бирһәм дә була, ул минең өсөн дә, үҙе өсөн дә фронтта немецтарға ҡаршы һуғышты, - тип һөйләнеп, адресын яҙып ҡулыма тотторҙо. - Юл төшкәндә килеп йөрө, ҡатының менән бергәләп килегеҙ, - тип, хушлашырға ҡулын һуҙҙы.
Мин, баҙар ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡапылда ҡайһы яҡҡа атларға белмәй юғалып ҡалдым. Әле генә булған осрашыуға, аңҡы-тиңке булып, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, бер урында тапанып торҙом да, тоҫмал менән ҡайтыу яғына юлландым. Ҡулыма тотҡан ҙур булмаған моҡсайымдың эсендә ятҡан күстәнәс ит, ниндәйҙер көс етмәҫлек ауыр йөк кеүек тойолһа ла, ни хәл итәһең инде, ташлап китеп булмай. Гриша ла уны ысын күңелдән күстәнәс итеп бирҙе бит...

Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ.https://shonkar.rbsmi.ru/articles/c-sm-er/a-bilet/

Читайте нас: