Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш уға быуатлыҡ ғүмер бүләк итә

Стәрлебаш ауылынан Рәмзиә Әмирйән ҡыҙы Ремееваны юбилейы менән гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе ҡотланы

- Көҙөн генә ойоҡбаштар бәйләй инем, ә хәҙер бик бәйләй алмайым, - тип бошондо Рәмзиә инәй.
- Һин сентябрҙә беҙгә картуф алырға ла ярҙамлашҡайның, - тип йылмайҙы килене Әлфинә.-- Бына, ҡарағыҙ. Ул беҙгә телефон-планшеттан картуф баҡсаһында өс ҡатындың картуф сүпләп ултырған фотоһын күрһәтте.
- Ярҙамлашмай ни, ҡарап ултыра алмайым бит, - тип яуап бирҙе Рәмзиә инәй. - Әммә, быйыл ярҙамлаша алырмынмы, белмәйем.
- Үҙеңә нисә йәш икәнен онотма әле, - тип билдәләне һеңлеһе Алһыу.
Ә йөҙйәшәрҙең йәше оло. 8 мартта йөҙө туласаҡ.
Йылдар, һис шикһеҙ, үҙ эшен эшләй. Рәмзиә Әмирйән ҡыҙының хәтирәләр һуҡмағынан йөрөшө бик ышаныслы түгел. Әммә шулай ҙа хәтерендә күп кенә ваҡиғалар һаҡланған.
Ул Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуып үҫә. Ун йылдан атаһы ғаиләһен Стәрлебашҡа күсереп алып килә. Ошонда Рәмзиә ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Әммә ошо көнгә өс аҙна ҡалараҡ уларҙың класына мәғариф бүлеге вәкиле килеп инә. Бөтәһен дә иғтибарлап ҡарай. Һуңынан:
- Ҡыҙҙар, кемегеҙ Тәтер-Арыҫлан мәктәбенә уҡытыусы булып барырға теләй, - тип һорай.
Береһе лә өндәшмәй. Рәмзиә ҡул күтәреп:
- Мин риза, - ти.
Атаһы, Әмирйән Һәүбән улы, ҡаршы килмәй. Әсәһе, Ғәзипкамал Әхмәтшәрәф ҡыҙы тәүҙә бер аҙ икеләнә.
- Һиңә бит 14 кенә йәш.
Әммә һуңынан ул да ризалаша.
Рәмзиәгә ауыр була. Фатирҙа тора. Әммә бирешмәй, түҙә. Үҙенә лә эш оҡшай башлай. Башланғыс кластарҙа балаларҙы уҡытыуы ҡыҙыҡлы була.
Шулай өс йыл үтеп китә.
- Һиңә, ҡыҙым, артабан уҡырға кәрәк, - ти бер саҡ атаһы. - Әйҙә, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға ин. Тырыштырырбыҙ.
Ремеевтарҙың нәҫеле был йәһәттән күренекле була, тип билдәләп үтергә кәрәк. Рәмзиәнең олатаһы тәүҙә Ырымбур гүбернияһында йәшәй. Төркиәлә мәҙрәсәлә уҡый. Ҡайтҡас, Тәтер-Арыҫлан ауылы мәсетенә имам итеп ебәрәләр. Уның улы Әмирйән Стәрлебаш мәҙрәсәһендә шәкерт була һәм башланғыс белемгә өйрәтә. Һуңынан «Ғосмания» («Усмания») урта мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһында беренсе йәмиғ мәсете ҡарамағындағы ошо уҡыу йортонан 1887 йылда беҙҙең райондың Ибраҡай ауылынан Хәйрулла Ғосманов (Усманов) нигеҙ һала. Уның йәшәү йылдары 1848-1907. Тәүҙә ул Стәрлетамаҡта, артабан - юғарыла атап үтелгән мәсеттә имам-хатип була. Ә Әмирйән һуңынан Өфөлә икенсе йәмиғ мәсете ҡарамағындағы «Ғәлиә» юғары мәҙрәсәһендә белем ала. Ике уҡыу йортонда ла Джадидизм - йәғни яңы уҡыу ысулы индерелә, уҡыусылар дини генә түгел, донъяүи белем дә ала. Дини белемдән тыш, уҡыу программаһына шулай уҡ психология, педагогика, дидактика, әҙәбиәт, туған һәм рус теле, алгебра, геометрия, физика, химия фәндәре инә. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә төрлө түңәрәктәр, хор, ҡыллы музыка ҡоралдары оркестры була, ҡулъяҙма журналдар сығарыла. Ике уҡыу йорто ла Ырымбур мосолмандар Диниә назараты ҡарамағында була. Стәрлебашта Әмирйән Һәүбән улы тәүҙә башланғыс кластар, һуңынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була.
Әммә беҙҙең мәҡәлә геройына ҡайтайыҡ. Рәмзиә педучилищены 1940 йылда тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Стәрлебашҡа ҡайта. Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире быға бик ныҡ шатлана. Бер нисә ауылды һанап сыға.
- Һине Ямғырсы ете йыллыҡ мәктәбенә ебәрербеҙ, моғайын, - ти ул.
Һуңынан район партия комитеты секретары менән ихлас әңгәмә була.
Ямғырсыла ул тарих һәм география уҡытыусыһы булып эшләй. Ике йылдан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.
Һуғыш башланыу менән педагогия кадрҙары менән дә ауырлыҡтар тыуа. Ир-егеттәр фронтҡа китә. Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп Мария Хәмзинаны тәғәйенләйҙәр. Бер ваҡыт ул Ремееваны саҡырып, ихлас әңгәмәләшеп ала.
- Һине мәғариф бүлегенә күсерергә тура килер, - тип уртаҡлаша фекерҙәре менән Хәмзина.
Бик ауыр заман. Ғәйәт ҙур юғалтыуҙар. Аслыҡ. Район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы сифатында Рәмзиә төрлө ауылдарға йөрөй, уҡыу процесында ярҙамлашырға тырыша, дәртләндерә, ауыл Советтары етәкселәре, ата-әсәләр менән әңгәмәләшә. Иҫке, туҙып бөткән кейемдәрҙә аслыҡтан йонсоған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы күреп уның йөрәге әрней.
Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа ла ауыр була.
Район халыҡ мәғарифы бүлегендә Ремеева биш йыл эшләй. 1948 йылда атаһы:
- Белемеңде арттырырға кәрәк, - тип иҫкәртә.
Һәм бер ваҡыт йылмайып:
- Ике йылдан миңә 60 йәш була. Юбилейыма ошондай бүләк яһаһаң, бик шат булыр инем, - тип өҫтәй.
- Тырышырмын, - тип яуап бирә Рәмзиә.
Ә Мария Хәмзина тәүҙә бер аҙ уйланып ала.
- Бәлки, тағы берәй йылға ҡалырһың, - тип үтенә.
- Юҡ, - тип ҡәтғи яуап бирә Рәмзиә.
Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары еңел булмай. Әммә нимә эшләйһең. Йәнә түҙә. Иртә менән тиҙ-тиҙ атлап дәрескә баралар.
- Стипендияның күп өлөшөн туҡланыуға тотоп ҡалалар, тиҙәр, - ти бер ваҡыт Рәмзиә бүлмәләш әхирәтенә. - Бәлки, беҙ ҙә шулай итербеҙ.
- Ул саҡта башҡа сығымдарға аҙ ҡала бит, - тип яуап бирә әхирәте.
- Уныһы шулай. Әммә нисек тә түҙербеҙ.
Рәмзиә бында ла яҡшы уҡый. Уҡыу программаһынан тыш, өҫтәмә рәүештә китапханала белемен арттыра. Йәшлек - йәшлек инде. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, студент тормошо ҡыҙыҡлы була. Төрлө саралар. Яҡшы уҡытыусылар ҙа студенттарға оптимизм өҫтәй.
Һәм бына уның ҡулында диплом. Йүнәлтмә буйынса Ремееваны Архангель районына ебәрәләр. Мәғариф бүлегендә уға уның Шәрәй ете йыллыҡ мәктәбенә туған тел уҡытыусыһы булып барыуын хәбәр итәләр.
Коллектив уны йылы ҡабул итә. Мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы була. Әммә шулай ҙа ике йылдан күңел тыуған яҡтарға тартыла. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән уҡытыусыны мәктәп директоры ҡалырға өгөтләй. Әммә уның ҡарары етди була.
Стәрлебаш район халыҡ мәғарифы бүлегендә лә тап ошондай белгестәр менән ауыл мәктәптәрен нығытырға кәрәклеген аңлайҙар. Уға дүрт мәктәп тәҡдим итәләр. Ремеева Әмир ете йыллыҡ мәктәбендә туҡтала.
Бында бик шәп ҡатын, абруйлы Һылыу Шәмсетдинова директор була. Ремееваның килгәненә шатлана. Изге күңелле кешеләрҙә фатирҙа урынлашырға ярҙам итә.
- Татыу һәм берҙәм эшләрбеҙ, тип ышанам, - ти Һылыу Баһауетдин ҡыҙы.
Рәмзиә Әмирйән ҡыҙы туған тел һәм әҙәбиәт буйынса уҡыта башлай. Оҙаҡламай уҡыусылар уны ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле дәрестәре өсөн ярата. Ул асыҡ күңелле кеше була, тирә-яҡтағыларҙы ярата. Көсөн йәлләмәй. Уҡыусыларҙа яңы мәғлүмәтте белеү теләген хуплай, үҙенең дәресенә һөйөү уята.
Был мәктәп уҡыусыларының бер өлөшө уҡыуын дауам итергә Стәрлебаш урта мәктәбенә килә. Ә өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң улар Әмир мәктәбе уҡытыусыларына, шул иҫәптән Рәмзиә Әмирйән ҡыҙына ла рәхмәт әйтәләр. Был ҙур шатлыҡ була.
1957 йылда уны күрше Хәлекәй ауылы мәктәбенә күсерәләр. Йәнә төрлө мәшәҡәттәргә тулы көндәр. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул КПСС райкомы һәм район Советы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Хәлекәйҙәр араһында ихтирам яулай. Бында Рәмзиә Әмирйән ҡыҙы 18 йыл эшләй. Коллектив уны 1975 йылда хаҡлы ялға оҙата.
... Рәмзиә Әмирйән ҡыҙы байтаҡ йылдар һеңлеһе Алһыу менән йәшәй. Әҡсән урамында урынлашҡан был өйҙө уларҙың аталары төҙөй, әммә ул әле лә матур, һәйбәт торошта. Ә Алһыу Әмирйән ҡыҙы 30 йыл район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Рәмзиә Әмирйән ҡыҙы бер быуатлыҡ ғүмер кисерә. Ғәйәт ҙур ваҡыт арауығы. Һәр замандың төрлө тарихи ваҡиғалар шаһиты ул. Биш йыл элек, йөҙйәшәр инәй 95 йәшен билдәләгәндә, ҡайһы власть ваҡытында йәшәүе яҡшыраҡ ине, тип шаяртып һорайҙар.
- Һау-сәләмәт булһаң ғына йәшәүе һәйбәт, - тип ихлас күңелдән яуап бирә ул.
Ысынлап та, һуңғы айҙарҙа ул бер аҙ бирешкән. Аптырарға кәрәкмәйҙер. Йөҙ йәш - уйын түгел. Үҙен һәйбәт хис итә, һәйбәт ишетә, күрә. Йөрөй.
- Гәзитте күҙлекһеҙ уҡый, - тип билдәләне һеңлеһе. - Эйе, бына шундай үҙенсәлеге бар уның.
Өйҙә таҙа һәм тәртип. Йорт та ҡарҙан таҙартылған.
- Туғаныбыҙ Йәлил менән киленебеҙ Әлфинә килеп ярҙамлашалар, - ти Алһыу Әмирйән ҡыҙы.
Хужалар менән һаубуллашырға ваҡыт. Ғәҙәттәгесә, киләсәккә иң яҡшы теләктәр.
- Иҫән булығыҙ, оптимист булып ҡалығыҙ - тим юбилярға һәм уның һеңлеһенә.
- Тырышырбыҙ, - тип йылмайҙылар улар.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: