Бөтә яңылыҡтар

Тапшырыу Еңеү яулаусыларҙы данлай

Белеүегеҙсә, быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошоға бәйле халыҡ ҡаһармандары, яу яландарында башын һалған һалдаттар, тыл хеҙмәткәрҙәре хәтергә йышыраҡ төшә.


Һуғыш күптән үтһә лә, һулышы ауыр яра булып халыҡ күңелендә йәшәй. Сөнки илебеҙҙең һәр ғаиләһендә тиерлек яуҙа ҡатнашҡан ҡәҙерле кешеһе бар. «Юлдаш» радиоһында донъя күргән «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуы ла илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә». Еңеү яулаусыларҙы данлай. Бәйәндәребеҙ был айҙарҙа – яугирҙар, тыл фронты һалдаттары, һуғыш йылы балалары хаҡында. Изге маҡсат беҙҙе оҙон сә­фәрҙәргә лә әйҙәй. Мәҫәлән, бы­йылғы ҡыштың һуңғы көн­дәрендә ҡырҡ-өйлө меңдәр донъя көткән тарафҡа юл төшөп, бик күп яҙма алып ҡайттыҡ. Бишбүләк райо­нының Аҙнай ауылынан Әбүҙәр Сөләймәнов олатай менән таныш­тыҡ. Ул заманында Ҡытайҙа ла хеҙмәт иткән. Ҡытай халҡына ярҙамға ебәрелгән совет һал­даттарының береһе менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү минең өсөн яңылыҡ булды. Әбүҙәр ҡаһарман йәмәғәте Рәсимә инәй менән өлгөлө ғаилә ҡороп, бәхетле ғүмер көҙөн кисерәләр. Тапшырыу 11 мартта 11 сәғәт 15 минутта эфирға сыға.
Хөрмәтле дуҫтар, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә журналист яҙмаларын һүрәтләгән ВЕНЕРА СИТДИҠОВА ИЖАДЫ тигән асыҡ төркөмгә инеп, яугир олатай-өләсәйҙәрегеҙ тураһында, ғаилә­геҙгә, күршеләрегеҙгә бәйле бул­ған хәтер-тарихтарҙы яҙып ҡалдыра алаһығыҙ. Ул хәтер-сәхифәләрҙең телдән телгә еткән хазина – ауыҙ-тел ижады, лаҡап­тар, ер-һыу атамаларына ла бәйле булыуы мөмкин.
Еңеү яулаусылар хаҡында, һуғыш һәм солох тураһында иҫтә­лектәрҙе, хәтер-тарихтарҙы бергә барлайыҡ, дуҫтар! Һуғыш йылдарына бәйле ғаиләләр, яҙмыштар тураһында хәтер-сәхифәләр кө­тәм. Йорт-илебеҙ һәр саҡ ты­ныслыҡ яҡлы булыуын, ҡот осҡос яу яфаһын хәтирәләр аша ла еткереү мөмкинлеге барлығын бергә иҫбатлайыҡ.

Фото:Т,Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/tapshyryu-e-e-yaulausylar-y-danlay-/
Яңылыҡ авторы: Венера Ситдикова
Читайте нас: