

Был этнографик өй-музейҙы Илдус Ҡолһарин булдырған. Уның боронғо әйберҙәр коллекцияһын йыйыу идеяһы Өфө ҡалаһында республика сәнғәт мәктәп-интернатында уҡып йөрөгән йылдарҙа тыуа. Тәүге уҡыу йылынан һуң Илдус йәйге каникулға тыуған ауылына ҡайта. Малай олатаһы Рәхмәтулла Хәмиҙулла улында булырға ярата. Олатаһы шәп балыҡсы була һәм ейәнен йыш ҡына селәүсен ҡаҙырға ебәрә. Дуҫтары менән көллөктә йөрөгәндә улар боронғо ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе – сулпылар таба. Көмөштән эшләнгән был биҙәүестәрҙе күрәһең, ҡасандыр кемдер, һаҡлап ҡалырға тырышып, ергә күмеп ҡалдырған булғандыр. Илдус уларҙы өйгә алып ҡайтып, атаһына күрһәтә:
— Быларҙы үҙең менән интернатҡа алып бар ҙа, мәктәп музейына тапшыр, - тип кәңәш итә атаһы. Был һөйләшеүгә өләсәһе менән әсәһе лә ҡушыла. Өләсәһе малайға музей өсөн үҙенең тәңкәләр менән биҙәлгән боронғо селтәрен тәҡдим итә, ә әсәһе ике сигелгән таҫтамал өҫтәй. Шулай итеп, был әйберҙәр мәктәп-интернат музейында урын ала.
Тап ошо ваҡыттан алып уның боронғо әйберҙәр менән ҡыҙыҡһына башлай һәм йылдар үткән һайын был мауығыуы көсәйә генә бара. Ул үҙе ауылдарға барғанда халыҡтан боронғо әйберҙәр йыя, һатып ала. Бер үк ваҡытта халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен һәм йолаларын да өйрәнә. 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары үткән мәлдә был майҙансыҡта ете башҡорт тирмәһе ҡуйыла. Саммиттан һуң тирмәләр эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн коммерция фирмаларына һәм шәхси эшҡыуарҙарға тапшырыла. «Торатау» Конгресс-холы эргәһендәге «Ватан» этноауылы ойошторола. Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарары буйынса, тап уртала ултырған тирмәлә Илдус Сибәғәтулла улы башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған «Тылсымлы тирмә» этномузейын аса. Уның әйтеүенсә, килеүселәр күп була, айырыуса сит ил студенттары һәм туристар ҡыҙыҡһынып ҡарай. Музей 2018 йылға тиклем эшләй һәм тирмәләрҙе һүтеү сәбәпле ябыла. Пандемия арҡаһында этномузей проекты бер аҙға туҡталып тора.
Ата-бабалары тамырҙарына тоғро ҡалып, Илдус Сибәғәтулла улы 2023 йылда «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексында музей эшен ҡабаттан тергеҙә. Йылдан-йыл уның коллекцияһы яңы экспонаттар менән тулылана бара. Уларҙың күбеһе, нигеҙҙә боронғо йорт йыһаздары һәм һауыт-һабалар, уның Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге өйөндә һаҡлана. Ә хәҙер иһә этномузей Түбәнге Аллағыуат ауылына — алты бала үҫтереп, уларға белем алырға ярҙам иткән һәм лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән ата-әсәһе Тәнзилә (Мәүлетҡолова) менән Сибәғәтулла Ҡолһариндар йәшәгән өйгә күсте.
Ошо көндәрҙә әлеге ауылға барып башҡорттар йәшәгән ауыл өйөнөң тергеҙелгән интерьерын күреп ҡайттыҡ. Иғтибарҙы иң тәүҙә уҙған быуаттың 60-сы йылдарындағы боронғо йыһаздар йәлеп итә. Бындағы әйберҙәрҙең күбеһен Илдус Сибәғәтулла улы үҙ ҡулдары менән йыйған, һатып алған һәм яңыртҡан. Уның олатаһы Рәхмәтулла, әйткәндәй ул 1916-1914 йылғы Беренсе Бөтә донъя һуғышында, 1918-1921 йылғы Граждандар һуғышында һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шәп балта оҫтаһы булған: ауылда колхозға малсылыҡ һарайҙары, клуб, мәктәп, йорттар һалған, йыһаздар эшләгән, уларҙан ейәненә ултырғыс менән аш-һыу шкафы мираҫ булып ҡалған. Олатаһы һымаҡ, ул да буш ваҡытында ағас эшкәртеү, башҡорт тирмәһе яһау һәм йыһаздарҙы яңыртыу менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул бала сағында туғандары менән уйнаған традицион урындыҡты (һикене) ҡабаттан тергеҙгән. Уның атаһы рәсем төшөрөргә яратҡан һәм улын да өйрәткән, ә әсәһе иренең рәсемдәре буйынса ашъяулыҡтар сиккән һәм төрлө орнамент менән шәлдәр бәйләгән. Тәҙрәләрҙә селтәр менән аҡ ҡормалар эленгән. Мөйөштә сигеүле аҡ тыштар кейҙерелгән мендәрҙәр өйөлгән тимер карауат урынлаштырылған. Бирнә менән килгән әсәһенең һандығы ла һаҡланған. Шулай уҡ интерьерҙа Ҡолһариндарҙың 11-се быуынға тиклемге нәҫел шәжәрәһе айырым урын алып тора.
- Мин кешеләргә үткән быуатта беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың нисек йәшәгәнен күрһәтергә теләйем, — тип һөйләй Илдус Сибәғәтулла улы (уның музейы ҡапҡа төбөнән үк башлана). — Күреүегеҙсә, бында башлыса урындағы тимерлектә оҫталарыбыҙ үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр – йәмкә, тәртешкә, тотҡос һәм башҡалар урын алған. Беҙҙең атай-бабаларыбыҙ хужалыҡта йылҡы тотҡан, шуға күрә уларға егеү кәрәк-яраҡтары, дағалар, ыңғырсаҡ, башҡа ҡорамалдар кәрәк булған. Атайым умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде һәм умарталарҙы, рамдарҙы үҙе яһаны.
Музейҙың бер өлөшө әлегә верандала урынлашҡан. Бында беҙ эйәр, егеү кәрәк-яраҡтары, сергетыш күрҙек. Йәйә менән уҡтар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әйткәндәй, уҡ-һаҙаҡ ҡабын (һаҙағын) үҙе эшләгән, ҡалайға һырлау (чеканка) эштәрен дә шәхсән үҙе башҡарған.
- Төлкө тиреһе — минең ҙур табышым. Мин элек һунарсылыҡ менән шөғөлләндем, бер ваҡыт дуҫтарым менән беҙгә уңыш йылмайҙы. Үткән быуат әйберҙәренән әсәйем ҡулланған сепараторҙар, атайымдың эш ҡоралдары, шулай уҡ үҙем мәктәпкә йөрөткән портфелем айырыуса ҡәҙерле, - тип үҙенең мөйөшөн күрһәтә Илдус Ҡолһарин. - Бына бер ҡыҙыҡлы табыш-трофей - Германия кофемолкаһы, ләкин олатайым унда тәмәке ваҡлаған. Самауырҙар, иләктәр, йөн иләй торған ҡолға, ҡыуыҡлы кәрәсин шәмдәре, көйәнтәләр, радиоалғыстар, ҡомғандар, йоҙаҡтар, тегеү машиналары, балсыҡ көршәктәр, ҡайын туҙынан эшләнгән әйберҙәр — көнкүреш һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтарының төп өлөшө.
- Минең өсөн кавалерия ҡылысы менән штык-бысаҡ айырыуса ҡәҙерле. Уларҙы мин үҙем өйөбөҙҙән йыраҡ түгел, беҙҙең Юрматы ырыуының изге ағасы булып һаналған өйәнке үҫкән һаҙлыҡта таптым. Элек тә бында кешеләр Граждандар һуғышы осорона ҡараған артефакттар таба торғайны, сөнки беҙҙән алыҫ түгел аҡтар һәм ҡыҙылдар үткән. Бында хәрби хәрәкәттәр булмаған, ләкин коллективлаштырыу һәм кулактарҙы эҙәрләү (раскулачивание) осоронда кешеләр ҡиммәтле әйберҙәрен йәки ҡоралдарын ергә күмеп йәшергән, - тип һөйләй әңгәмәсем.
Илдус Сибәғәтулла улы - талантлы рәссам. Мәктәп-интернатты тамамлағас, ул Өфөләге 2-се педагогия училищеһында рәссам бүлегендә уҡыуын дауам итә. Армияла Волга буйы хәрби округы штабында чертежник булып хеҙмәт итә. Белемен камиллаштырыу маҡсатында Мәскәүҙә Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө филиалында, Разумовский исемендәге Юридик институтта (Мәскәү ҡалаһы) һәм БАГСУ курстарында уҡый. Уның төп хеҙмәт эшмәкәрлеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе менән бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ кәсебенә һөйөүе һүнмәй. Илдус Сибәғәтулла улы йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша. 2017 йылда ул «БР биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһын булдыра. Уның составында ҡул эштәре, төрлө һөнәрҙәр һәм башҡа ижад төрҙәре менән шөғөлләнеүсе 700-ҙән ашыу кеше бар. Улар тарафынан йөҙҙәрсә йәрминкә, фестивалдәр һәм башҡа саралар ойошторола. Был сараларҙа традицион башҡорт кәсептәренең дә, хәҙерге заман ҡул эштәре йүнәлештәренең дә иҫ киткес бай төрлөлөгөн - милли кейемдәрҙе һәм аксессуарҙарҙы, биҙәүестәр һәм баш кейемдәрен, сағыу кейеҙҙәр, аҫалы балаҫтар һәм башҡа әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Илдус Сибәғәтулла улына яңы, этно-мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ижади уңыштар һәм көс-ҡеүәт, ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың киң географияһын, уның күргәҙмәләре бөтә Рәсәйҙән генә түгел, ә сит илдәрҙән дә оҫталарҙы һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе йәлеп итеүен, экспозицияларҙың даими киңәйеүен, яңы исемдәр, йәш таланттар һәм халҡыбыҙҙың тағы ла матур кәсептәр асылыуын теләйбеҙ.
Илдус Сибәғәтулла улы - күп яҡлы талантлы һәм белемле кеше. Ул үҙенә яҡшы тәрбиә һәм белем биргән ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле.
- Улар бала саҡтан беҙҙә китап уҡыуға һөйөү уята белде. Атайым бик күп гәзит-журналдар яҙҙыра ине. Мин хәҙерге балаларҙы күберәк уҡырға саҡырам. Шуға күрә Аллағыуат ауыл мәктәбе балаларына гәзит һәм журналдар даими яҙҙырып барам, - ти әңгәмәсем.
Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, Илдус Сибәғәтулла улы тыуған ауылына һәр ваҡыт ярҙам итә. 2021 йылда «Атайсал» проекты сиктәрендә ул Ҡараяр менән Күндерәк ауылдары араһында ҡуйылған муниципаль берәмек атамаһы яҙылған аншлаг яһай. Мәктәпкә капиталь ремонт яһалғандан һуң, балаларға спорт инвентаре тапшыра. 2025 йылда ул мәктәпкә Урал тауҙары һүрәтләнгән ике картина, быйыл иһә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Аллағыуат мәҙәниәт йортона башҡорт тирмәһенең бер өлөшөн бүләк итә. Был тирмә өлөшө мәҙәниәт, уҡыу һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларының интерьерында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла. Иң мөһиме, Илдус Сибәғәтулла улы студент йылдарынан алып 9 Май байрамына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәлендәге исемлекте юбилей йылдарында яңыртып яҙа. Еңеүҙең 70 йыллығында ла ул был изге эште башҡара.
Хәҙерге ваҡытта уның музейында урындағы халыҡтың мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырған 500-ҙән ашыу экспонат йыйылған. Илдус Сибәғәтулла улы музейға боронғо әйберҙәр бүләк иткәндәре өсөн тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәргә тәрән рәхмәтен белдерә.
-Әгәр ҙә өйөгөҙҙә боронғо әйберҙәр бар икән, һеҙ ҙә ошо музей фондын байыта алаһығыҙ. Был йыһаздар, үткәндәрҙең мөһим шаһиты булараҡ, киләсәк быуындарға халҡыбыҙҙың бай мираҫы тураһында һөйләй. Теләге булғандар тарихи ҡомартҡыларығыҙҙы 8-927-338-31-66 телефон номерына шылтыратып, музейға тапшыра ала, - ти Илдус Сибәғәтулла улы. Уның әйтеүенсә, этномузейҙың маҡсаттары һәм бурыстары - мәҙәни һәм тарихи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, милли мәҙәниәтте танытыу һәм туризм потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Әйткәндәй, август айында яҡын-тирә ауылдарҙан 20-нән артыҡ кеше музейҙы килеп ҡараған. Яҡташыбыҙға ҙур хыялдарының ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ. Уңыштар Һеҙгә, Илдус Сибәғәтулла улы!
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотолары.