– Мин туғандарымды һәр ваҡыт үҙ эштәрен асырға өгөтләй торғайным. Тик магазин менән генә сикләнергә ярамай. Магазинда ла шул уҡ сит ил әйберҙәрен йәки башҡа өлкәләрҙән килгән тауарҙарҙы күберәк һатырға тура килә бит. Нимәлер етештереү тураһында уйларға кәрәк. Ә Баймаҡта нимә менән шөғөлләнергә мөмкин? Әлбиттә, игенселек һәм малсылыҡ – иң отошло һәм тәбиғи шөғөлдәр. Әллә нимә уйлап сығарырға ла кәрәкмәй, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға килгән милли ризыҡтарын күпләп етештерер һәм уны һатыуҙы тейешенсә ойошторор. Беҙ магазинда тауарҙы күрһәк, уны берәй ҙур предприятиела етештерелгән тип уйлайбыҙ. Ә бит уны ауылда, бәләкәй генә ғаилә көсө менән матур, заманса ҡаптарға һалып та һатыуға сығарып була. Кемдер һалма ҡырҡһын, колбаса етештерһен, ҡорот, эремсек, талҡан, башҡа милли ашамлыҡтар эшләһен. Бер мәл яҡындарымды машинаға ултырттым да талҡан эшләүсе үҙебеҙҙең яҡташ ағайға алып сығып киттем. Нисек эшләй, ниндәй ҡорамалдары бар, ҡурмасты нисегерәк ҡыҙҙыра, барыһы ла ҡыҙыҡ бит инде. Тик ағайыбыҙ беҙҙе бер ҙә көтмәгән икән, күрһәтмәйем дә, өйрәтмәйем дә, миңә конкуренттар кәрәкмәй, тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Эй ҡыйын булды. Беҙгә уның эште нисек ойоштороуы ҡыҙыҡһындыра бит инде, талҡан ғына түгел. Шунан, буш ҡайтмайыҡ тип, Хәйбулла районындағы дуҫтарыма киттек. Унда ике егет Себерҙән ҡайтып ун бишләп быҙау алыуҙан эш башлап ебәргәйне. Улар бик ихлас нисек эшләүҙәрен һөйләне, яҡындарым, беҙгә лә берәй нәмә асырға кәрәк тип, дәртләнешеп ҡайтты. Миңә әйтәләр, һин ас, Гөлдәр апай, беҙ ҡурҡабыҙ, тиҙәр.. Ауылда халыҡ егәрле, тик үҙ эштәрен асырға ҡыйыулыҡ йәки белем етмәй. Ә ҡурҡыу ул белмәгәнлектән килә. Мин был мәлдә телевидениела иҡтисад, финанс белем нигеҙҙәре тураһында тапшырыу асыу хыялы менән яна инем. Бала менән декрет ялында ултырған саҡта БДУ-ның иҡтисад факультетына уҡырға ингәйнем. Өйҙә ултырып “мүкләнмәҫ”, донъянан артта ҡалмаҫ өсөн. Шундағы уҡытыусыларым һөйләй торғайны, баҡһаң, үҫешкән сит илдәрҙә балаларҙы беренсе синыфтан финанстар менән эш итеү серҙәренә өйрәтәләр, ғаилә бюджетын, сығымдар һәм табышты планлаштырыу серҙәренә өйрәтәләр. Ә беҙҙәге халыҡтың күбеһе был йәһәттән наҙан, кредиттар алғанда ла договорҙы уҡып тормайҙар, отошлораҡ юлды, түбәнерәк процент менән аҡса биргән банкыны һайлау тигән нәмәне белмәйҙәр. Уларға иҡтисад закондарын аңлатҡым, финанстар донъяһында аҡты ҡаранан айырырға өйрәткем, тапшырыуҙа төрлө йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙарҙың уңышҡа нисек өлгәшеүен күрһәткем килде. Шулай итеп, миңә тәүге тапшырыуҙарҙы ла, һөт эшкәртеү цехын асыуҙы ойоштороуҙы ла бер юлы алып барырға тура килде.
– “Бай” тапшырыуын ҡарап үҙ эшен башларға ҡарар иткән бер нисә кешене беләм. Эшҡыуарлыҡ менән йөҙ кешенән алтау-етәү генә шөғөлләнергә һәләтле, тиҙәр. Тапшырыу геройҙарының башҡаларҙан айырылып торған ниндәй һыҙаттарын айырып әйтә алаһығыҙ? Миллиардер Фридман фекеренсә, уңышлы эшҡыуар, ғәҙәттә, һәйбәт психолог, кешеләр менән эшләй белә, ауырлыҡтар, стресс шарттарында ла башын юғалтмай, тормош – көрәш тигән девиз аҫтында йәшәй, уңышһыҙлыҡтар уны сәмләндерә генә. Был фекер менән килешәһегеҙме?
– Башҡортостан телерадиокомпанияһы етәкселеге үҙ эшен асып, уңышҡа өлгәшкән кешеләр хаҡында һөйләйәсәк социаль проект кәрәк тип тапты. Шуға күрә геройҙарыбыҙ өсөн программала ҡатнашыу бушлай. Миңә йыш ҡына таныш булмаған кешеләр шылтыратып, тапшырыу геройҙары менән осрашырға ярҙам итеүемде һорайҙар, тап шул бизнес менән шөғөлләнергә теләүҙәрен әйтәләр. Бындай мәлдәрҙә мин үҙемде үтә бәхетле тоям, ана бит, кешенең күңел ҡылдарын сиртә алғанбыҙ һәм ул үҙ яҙмышын үҙгәртергә ҡарар иткән. Беҙ барлығы йөҙгә яҡын тапшырыу эшләнек. Һәр бер геройыбыҙ уңышлы эшҡыуар, ныҡлы характерлы, көслө энергиялы кеше. Улар шул энергияһы менән башҡаларҙы ла “ҡабыҙа”. Беләһегеҙме, мин улар араһында һаран, тәкәббер кешеләрҙе осратҡаным булманы. Лайыҡлы кеше бит кемгәлер нимәлер иҫбат итеп йөрөүҙән алыҫ тора, үҙ баһаларын былай ҙа яҡшы беләләр.
Стресҡа бирешмәү тыумыштан килмәйҙер, тәжрибә туплаған һайын ҡалыныраҡ елкәле була бараһыңдыр, тип уйлайым. Бер геройым хәтергә төштө әле. Ул үҙ эшен ун биш тауыҡ тотоуҙан башлап ебәргән. Бөгөнгө көндә ҡош-ҡорто тиҫтәләгән мең баш, ит эшкәртеү, уны һатыу менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ауырыу арҡаһында бер мәл меңәрләгән тауығын юғалтыуын күҙҙәренә йәш алып һөйләп ултырҙы. Тәүге мәлдә ул төшөнкөлөккә бирелеп алһа ла, бер аҙҙан тағы ла нығыраҡ сәм менән эшкә тотона һәм элекке күләмгә барып етә. Хәҙер иһә уңышһыҙлыҡтарға ла философтарса ҡарай, иң мөһиме – яҡындарҙың иҫән-һау һәм бәхетле булыуы, ти ул. Шул уҡ ваҡытта тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә. Беләһегеҙме, эшҡыуар булараҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән кешеләрҙең ғаиләһе лә ныҡлы. Сериалдарҙа күрһәтелгәнсә, ир тирләп-бешеп аҡса тапҡан мәлдә ҡатын эшһеҙлектән аптырап магазиндар ҡыҙырмай, һәр ауырлыҡты тиң күтәрешеп, бергә уңышҡа өлгәшә. Йә ғаилә менән эшләйһең, йәки бөтөнләй эшләмәйһең. Уларҙың һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй алам. Кемдер балыҡты башта кәритәгә һалып аҙбарында ыҫлай башлаған, һыуҙы биҙрәләп ҡоҙоҡтан ташыған. Хәҙер балығы менән күрше төбәктәрҙе лә тәьмин итә. Башҡалар иген, еләк, бәшмәк үҫтерә, ит һәм һөт продукцияһын етештереп һата, туризм менән шөғөлләнә... Үҙ эшемде асып ебәргән мәлдә ауырлыҡтар осраһа, тапшырыу геройҙарын иҫкә төшөрә инем. Бәй, нишләп ауыҙымды бәлшәйтеп ултырам әле, улар кеүек ике ҡулым, ике аяғым бар бит, уларҙан ҡайһы ерем кәм! Уларҙың һәр береһе һоҡландыра, өлгө булып тора. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең тапшырыуҙа төшөүҙән баш тарта. Бер эшҡыуар яңыраҡ аптыратты, төшөрмәгеҙ, күҙ тейер, ти. Шундай эгоист, тар күңелле булырға кәрәкмәй, бәлки, һинең миҫалыңда кемдер үҙ эшен асырға дәртләнеп китер, үҙеңә сауап булыр. Аҙаҡҡы сиктә һиңә реклама кәрәкмәйме ни? “Кока-кола”, “Адидас” кеүек компанияларҙың продукцияһы менән бөтә донъя тулған, тик улар һаман да рекламанан баш тартмай, ә бына һиңә кәрәкмәй! Һинең кеүек ике ауыл өсөн эшләмәй бит улар! Ә ниңә, исмаһам, күрше райондар баҙарына сығыу хаҡында уйланмаҫҡа?
Ҡайһы бер тапшырыуҙар айырыуса ауыр төшөрөлә. Кемдер камера алдында тартына, асылмай. Ҡабатлай торғас иҫебеҙ китә, уның да, үҙебеҙҙең дә. Бындай саҡтарҙа инде хәйләгә бармай булмай. Эш бөттө, тим, ә үҙем һорашыуҙы дауам итәм. Шунда ул иркенләп китеп асыла, инде камераға тип түгел, миңә тип тәмләп, бер нәмә лә йәшермәйенсә һөйләй. Операторға был мәлдәрҙе эләктереп ҡалырға ғына кәрәк була.
– Эшҡыуар булараҡ уңыштарығыҙ хаҡында тулыраҡ белге килә. Һеҙҙең предприятие етештергән продукцияны инде ике-өс йыл Өфө супермаркеттарында күрәбеҙ. Үтелгән кәртәләр, ауырлыҡтар йыш хәтерегеҙгә төшәме? Үҙ эшен асырға ниәт итеүселәргә ниндәй кәңәштәр бирергә мөмкин?
– Һәр кем олоғайған көндә үҙен нимә көтөүе, балаларға ниндәй мираҫ ҡалдырасағы хаҡында уйлана. Телевидениелағы эшем ҙур булмаған эш хаҡы һәм рухи ҡәнәғәтләнеү килтерә. Тимәк, киләсәктә мине самалы ғына пенсия аҡсаһынан башҡа бер нәмә лә көтмәй. Тимәк, ғаиләмә киләсәктә матди йәһәттән ныҡлы нигеҙ ҡорорға бөгөндән тотонорға тейешмен. Эш йүнәлешен һайлар алдынан оҙаҡ ҡына баҙарҙы өйрәндек, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе барланыҡ. Беҙ башлағанда һөт эшкәртеүселәр районда юҡ ине. Һөттө йыялар ҙа эшкәртергә Силәбе, Ырымбур яҡтарына ебәрәләр. Һуңғы биш йылда Баймаҡта ҡоролоҡ булды бит, кешеләр малдарын ныҡ ҡыҫҡартты. Шулай итеп, ҡаймағы ситкә китә, төрлө аралашсылар кеҫәһенә инеп юғала. Ә бит шул малды аҫрайым тип, беҙҙең яҡ халҡы йәй буйы бесән саба, унан шул һөттөң литрын ни бары ун һумдан һата. Әле һуңғы осорҙа ғына уның хаҡы 18 һумға тиклем күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта кефир етештереүсе күп, әгәр беҙ Баймаҡ, Сибай тирәһендә сауҙа итһәк, бында күптән сауҙа иткән кешеләргә конкурент булабыҙ, ауыл халҡы шул һөт продукттары менән ғаилә бюджетын тулыландыра бит. Беҙ ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡан, май, эркет һыуы етештереп Өфөлә сауҙаға сығарырға булдыҡ. Миллионлы ҡалалағы аҙыҡ-түлек өсөн халыҡ тотонған аҡсаның бер өлөшөн үҙебеҙгә йүнәлтергә ине иҫәп. Бына әле өс йыл самаһы ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Өс ауыл һыйырҙарының һөтөн йыябыҙ. Үҙебеҙҙең ике тиҫтәләп һыйырыбыҙ бар. Йылына ун тонна булһа ла экологик йәһәттән таҙа ҡорот, ҡыҙыл эремсек, май етештереп халыҡҡа ашатабыҙ. Әлбиттә, аптыратҡан мәлдәр ҙә булғылай. Бына беҙ үҙебеҙҙең 200 грамлы ҡоротто 39 һумға ғына тәҡдим итәбеҙ. Бер сауҙа нөктәһендә уны 90 һумға тәҡдим итеүҙәрен белеп хайран ҡалдым. Ә бит уның өсөн күпме хеҙмәт һалына! Таң һарыһынан тороп һыйырҙар һауыла, һөт киптерелә, эшкәртелә, махсус ҡаптарға һалына, уны баш ҡалаға тиклем биш йөҙ саҡрым килтерәбеҙ...
Әлбиттә, үҙ эшеңде ойошторор булһаң, иң башта, ҡайҙан етерлек аҡса табырға, тигән һорау алға килеп баҫа. Беҙгә лә бик ҙур суммала кредиттар алырға тура килде. Әгәр һөт цехы өсөн бөтә ҡорамалдарҙы яңылай һатып алырға тура килһә, ул үҙе генә 15 млн һум самаһына төшөр ине. Ә былай, яҡын-тирәләге райондарҙы гиҙеп, тотонолған, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында эшләмәй торған ҡорамалдарҙы ҡороп эшләткәс, осһоҙораҡҡа тура килде. Һыуытҡыс танк алдыҡ, йәйгеһен бит икешәр тонна килә, ә беҙ шул тиклем һөттө эшкәртеп өлгөрә алмайбыҙ, шуға күрә үҙебеҙгә етерлекте алып ҡалабыҙ ҙа ҡалғанын Мәләүез һөт заводына оҙатабыҙ. Шундай юлын таптыҡ. Эште ойоштороп бер йыл эшләгәс, миллион һум ярымлыҡ грант бирҙеләр. Грантты һәр кем алырға мөмкин, бары тик бөтә талаптарҙы еренә еткереп үтәргә һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, шулай уҡ лизинг компаниелары, эшҡыуарҙар союзы, башҡа дәүләт һәм шәхси структуралар тарафынан ярҙам бар ул, бары тик ҡыҙыҡһынырға, уларҙың талаптарын үтәргә кәрәк. Минең иҫәп-хисап буйынса беҙ теүәл йыл ярымдан табышлы эшләй башларға тейеш инек, тик быға өс йылдан һуң ғына өлгәштек. Кризис ныҡ аяҡ салды, ә ул минең планымда юҡ ине (көлә). Шулай итеп, халыҡтың тауар һатып алырға аҡсаһы юҡ, шуға магазиндар беҙҙең менән иҫәпләшә алмай. Ә банктан алған кредиттар буйынса аҡсаны ваҡытында түләп барырға кәрәк. Бурыстар йыйылып киткәс, башта ирем үҙ машинаһын һатты, шунан – минекен. Иң һуңынан Өфөләге фатирҙы һатып, осһоҙорағын алдыҡ. Нисек кенә булмаһын, һөт эшкәртеү цехын һаҡлап алып ҡалдыҡ, хәҙер инде иң ҙур ауырлыҡтар артта ҡалғандыр тим, сөнки барыһы ла яйға һалынды. Һөт эшкәртеү цехында өс кеше эшләй, уларҙан тыш штатта һауынсы менән мал ҡараусы, һөт йыйыусы, продукция таратыусы, администратор бар. Халыҡ һөттө бик теләп тапшыра, сөнки беҙҙең һымаҡ юғары хаҡҡа алыусы яҡын-тирәлә юҡ.
– Эшҡыуарҙар илдәге һалымдар түләү, банк системаһының камил булмауына зарлана...
– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: беҙ һөттө эшкәртеп, магазиндарға ҡуйғансы аҙна-ун көн, улар иҫәпләшкәнсе йәнә бер-ике ай үтә. Ә бит кешеләр менән тиҙерәк һөт өсөн хисаплашырға кәрәк. Тап шуға ла әйләнештәге аҡса етмәй. Әммә кредиттарға батыр алдынан йөҙ тапҡыр уйларға кәрәк, проценттар өсөн генә эшләргә тура киләсәк бит. Уныһын да алыуы еңел түгел. Әйтәйек, шәхси предприятие ойоштораһың икән, иҫәбеңдә ике миллион һум булмай тороп, банк һиңә кредит бирмәй. Үҙ эшен яңы башлаған кешенең шул тиклем аҡсаһы ҡайҙан булһын?! Ике йыл эшләмәйенсә, йәнә кредит эләкмәй. Нишләп банкыларҙың шарттары шундай – үҙҙәре лә аныҡ яуап бирмәй.
Һалым системаһы ла аптырашта ҡалдыра. Шәхси предприятиеңды теркәйһең дә, шул мәлдән алып һалым түләй башлайһың. Әйтәйек, малсылыҡ менән шөғөлләнергә уйлап быҙауҙар һатып алаһың. Ул әле башмаҡ та, һыйыр ҙа булмаған әле, унан һөт тә һаумайһың, һуйып, итен дә тотонмайһың. Ә пенсия фонды, һалым органдары аҡсаңды ҡайырып ала. Йәғни быҙау көйө уны киҫкеләп һоғоналар, малҡай нисек үҫһен!
Миңә йыш ҡына эшҡыуарҙар өсөн ойошторолған сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәр һаман да властарҙың, министрҙарҙың эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыуына ышана. Ә бит күп нәмә халыҡтың үҙенә бәйле. Әгәр һин эш хаҡы алғас та супемаркеттарға барып, башҡа илдәрҙән һәм башҡа төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алаһың икән, һин бит үҙебеҙҙекеләрҙе түгел, уларҙың фермерҙарын ашатаһың. Күптәр был турала уйлап та бирмәй. Башҡортостанда етештерелгәнен алһаң иһә урындағы бюджетты тултырырға, юлдар, мәктәптәр, дауаханалар төҙөргә ярҙам итәһең. Һуңғы йылдарҙа күп кенә эшҡыуарҙар сауҙа нөктәләрен ябырға мәжбүр булды. Мин бындай таныштарыма, һеҙ бит сауҙа итеүҙең рәтен-сиратын белгән кешеләр, экологик йәһәттән таҙа продукция һатыусы магазиндар асығыҙ, беҙ ҙә һеҙгә тауар ташырбыҙ, тим. Шундай сауҙа нөктәләре күбәйгәс, хаҡтары ла төшәсәк. Был тауарҙарҙы барыһы ла белгән һәм таныған бренд менән һатырға мөмкин бит. Беҙ тапшырыуҙар төшөргәндә химикаттар, шикле өҫтәмәләр ҡушмай продукция етештергән намыҫлы эшҡыуарҙар менән йыш аралашабыҙ. Киләсәктә ошондай аҙыҡ-түлеккә ихтыяж арта ғына барасағына шикләнмәйем.
– Ҡаланан тыуған ауылына күсеп ҡайтып, үҙ эшен асҡан ижад кешеһен беләм. Ул яҡташтарының һалҡын ҡарашына, беҙҙең иҫәпкә байырға ҡайтҡанһың, тип төрттөрөүенә, етештергән продукцияһын һатып алмаҫҡа тырышыуына зарланғайны. Унан өлгө алырға тейештәр ҙә бит. Нишләптер беҙҙең менталитет бик әкрен үҙгәрә, бай кешеләр күберәк булған һайын йәмғиәтебеҙ ҙә байыраҡ буласағын аңлап етмәйбеҙ, буғай.
– Мин уны аңлайым. Еңел генә байырға ниәтләнһәм, ул һөт цехын мин дә Өфөнән 450 саҡрымдағы Баймаҡта түгел, ә Өфө тирәһендәге райондарҙың береһендә асыр инем. Әҙ булһа ла яҡташтарға эш урындары булһын, үҙҙәренән артҡан продукцияны һатырға мөмкинлек алырҙар тип тырышаһың бит инде. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғәҙәттә, кемдер ауылда предприятие асып эш урындары булдырһа, туғандары, ауылдаштары унда эшкә барырға атлығып тормай. Шуға бил бөккәнсе, өйҙә ятам, тигәндәре лә бар. Беҙҙә кешеләрҙең психологияһы, ысынлап та, әкрен үҙгәрә. Бына беҙҙең етештереү күләмдәре әллә ни ҙур булмаһа ла, эш етерлек. Йыш ҡына иртәнге биштә торам, ҡайһы берҙә өс-дүрт сәғәт йоҡлайым. Командировкаларҙа программа өсөн сюжеттар эшләп ҡайтаһың, уны төн уртаһына тиклем монтаж эшләйһең, өйгә ҡайтып, балаларҙың өҫ-башын йыуып, ике-өс көнлөк ашарға әҙерләп, йәнә Баймаҡҡа китәһең. Һуңғы өс йылда тормошом шундай режимда бара. Мин кешеләр яратып ҡараған тапшырыуҙар эшләүҙән, һатып алыусылар теләп алған ҡорот етештереүҙән ләззәт алам, тормош иптәшем менән мал-тыуар менән булашыуҙан, уларҙы ҡарауҙан да рәхәтлек кисерәбеҙ. Беләһегеҙме, үҙем хөрмәт итмәгән кешеләрҙең кире фекерҙәре мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, был хаҡта уйланмайым да, был ваҡытты ғаиләмә, ижадҡа йәки бизнесҡа арнауым дөрөҫөрәктер тим.
Тормош иптәшем Рөстәмдең таянысым һәм фекерҙәшем булыуы, балаларым Шайморат, Шахнәзир һәм Сабираның кескәй уңыштары менән ҡыуандырып тороуы, мине аңлауҙары бәхетле итә һәм яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға көс бирә.
Әле үҙебеҙҙәге һөт йыйыусыларҙы, яҡташ эшҡыуарҙарҙы берләштереп, “Бай” кооперативы төҙөнөк. Кешеләр берләшеп эшләүҙе хуп күрә, төрлө дәүләт программаларында ҡатнашып гранттар алыуы ла еңелерәк буласаҡ. Өфөлә экологик йәһәттән зыянһыҙ продукция һатыу буйынса сауҙа нөктәләре асыу ҙа яҡын киләсәктәге маҡсат.
Тормош тәжрибәһе шуны күрһәтә: уҫал, һаран, ҡара уйлы кешеләр ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, эшҡыуарлыҡта ла был асыҡ күренә. “Шоңҡар” журналы уҡыусыларына ла теләгем шул: беҙгә үҙ еребеҙҙә тулы хоҡуҡлы хужа булып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай йәшәргә һәм эшләргә кәрәк. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында бит ул. Һау булығыҙ, бай булығыҙ!