Был хаҡта “Туймазы хәбәрҙәре” гәзите хәбәр итә. Был уның күптәнге шөғөлө икән. Бер тапҡыр һикерҙем дә унан һуң тағы, тағы – шулай өйрәнеп киттем, ти ул. Был шөғөлгә һөйөү әрме хеҙмәтендә, 1976 йылдан, барлыҡҡа килә - Һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Унда тәүгә һикерә лә инде парашюттан. Шунан бирле яратҡан шөғөлөнән айырылмай. Әле лә, Октябрьскиҙағы аэродромдағы авиация техник спорт клубына килеп, яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә.
“Ҡурҡыу тойғоһо бар инде ул, ләкин осҡандағы тойғоларҙы бер ни менән дә сағыштырып булмай! Көслө энергия туплана, хатта тау емерерлек хәл инә, - ти парашютист. - 2 августы түҙемһеҙләнеп көтәм. Йәнә, һауаға!”
Яратҡан шөғөлөң булып, шунан көс-дәрт алып, кинәнеп йәшәүгә ни етә! Афарин, ир-уҙаман!
Фото “Туймазы хәбәрҙәре”.