Ибраҡай ауылында тыуып-үҫкән Гөлфиә мәктәпте тамамлағас, ике лә уйламайынса уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм институтҡа уҡырға инә. Дипломлы белгес Первомайский ауылында урта мәктәп асылғандан алып хеҙмәт итә. Тап ошо мәктәптә ул үҙ эшен яҡшы белеүе, камиллыҡҡа ынтылғанлығын, уҡыусыларына, ата-әсәләргә кешелекле, иғтибарлы булыуы менән хеҙмәт яулай. Эшендә заман талаптарына ярашлы алымдар ҡулланып, уҡыусыларҙа ауыр фәндәрҙең береһе булған математикаға һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙыҡһыныу уята. Ул күп эшләй, күп эҙләнә. Математика уҡытыусыһы булараҡ, теш үтмәҫлек ауыр мәсьәләләрҙе сәтләүек ватҡандай еңел сисә белә. Ихтимал, теүәл фәндәргә һәләте тырышлыҡтандыр. Шуға күрә компьютер технологияһын да заманында бик тиҙ үҙләштерә һәм уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла бик теләп өйрәтә.
Аҡыллы, тыйнаҡ, белемле, уңған был аҫыл зат бик һәйбәт холоҡло. Уның оло йәнле булыуына йылдар үткән һайын уны күберәк аңлап, күберәк баһа биреп була. Кешеләр менән матур итеп аралаша белә. Шуға күрә, уға йәшәүе лә, эшләүе лә еңелерәк, рәхәтерәк төҫлө. Ул үҙенә генә хас йомшаҡлыҡ менән, үҙенсәлекле итеп, үҙенсә нәфис булып ҡала белә. Ҡыҫҡаһы, үҙ урынын, үҙ дәрәжәһен белгән нәзәкәтле, әммә үҙенә талапсан ханым, мәктәп тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә сумған кеше. Уның сабырлығы, тырышлығы, яй менән теләгәненә ирешеүе һәм, шул уҡ ваҡытта тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан булыуы тураһында 20 йылға яҡын мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләүе, мәктәптә биләгән урыны һөйләй. Ул - хөрмәтле, ҡәҙерле, туғандай яҡын һәм был камиллыҡҡа ул үҙе иреште. Ауыр, сетерекле эшендә көндәлек расписаниелар төҙөү булһынмы, айлыҡ, йыллыҡ пландармы, һәр дәрескә төҙөлгән конспекттармы, һәр уҡытыусыны, мәктәпте әҙерләп үткәргән бихисап аттестациялар, асыҡ дәрестәр, семинар-кәңәшмәләр, конкурстар, педагогик ойоштороуҙармы: һанап бөткөһөҙ был эштәр, имтихандарҙа нисә йылдар илаһилыҡ күрһәтте. Ҡырҡ милләт бер ғаилә булып, бигерәк тә Первомайский ауылында, дуҫ - татыу йәшәү өсөн уртаҡ ынтылыштар кәрәк булыуын Гөлфиә Мостафа ҡыҙы бик яҡшы аңлай һәм һәр бала үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йыр-моңон өйрәнһен өсөн күп көс һала. Һәр халыҡ үҙ йөҙөн, йолаларын, телен, уйындарын һаҡларға теләй. Бик зарури теләк бит был! Сөнки улар юғалһа, иреп юҡҡа сыҡһа, һин үҙең дә милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡһың. Бер дәресте өс төркөмгә бүлеп, расписаниелар төҙөү еңел булмағандыр уға. Ул үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ кеше, матур йырлай, оҫта бейей ҙә белә. Рәсем төшөрһөнме, ҡул эшенә: бәйләргә, тегергә, сигергә тотонһонмы, иҫ киткес матур гөлдәр үҫтерһенме - барыһы ла ҡулынан килә.
Етәксе ҡатын-ҡыҙға эш менән ғаиләне бер тигеҙ тартып барыу еңел генә түгелдер. Өйөндә уның һәр саҡ йылы, нурлы, йомшаҡ мөхит. Ул оҫта хужабикә лә, бик тәмле бешерә, яҡшы тормош иптәше, яратҡан әсәй ҙә. Хәрбиҙәрсә әйтһәк, тылы ныҡ уның: төп таянысы, тормош иптәше Марсель Хәйервара улы, күҙ алмаһындай ике балаһы: улы Артур, гөлдәрҙәй һылыу Гөлнәзирәһе, туғандары, яҡындары, дуҫтары.
Ул бик абруйлы шәхес. Уға рәхмәт әйтмәгән бер уҡытыусы, ата-әсә, уҡыусы ҡалдымы икән. Уңыштары өсөн бүләктәр бирелеүе лә шул турала һөйләй. Уның күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнде: ул Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды, уға РФ Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре исеме бирелде.
Ағымдағы йылда Гөлфиә Мостафа ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләне. Ғүмерен ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙең береһен башҡарыуға арнаған хеҙмәттәшебеҙҙе матур байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәрәкәтле оҙон ғүмер, эшендә уңыштар, һаман да шулай матур, дәртле, йәш булып ҡалыуын теләйбеҙ.