Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы “Бәйләнештә” төркөмөндә “Сафияла ҡунаҡта” тигән театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһын асыу хаҡында белдерҙе. “Балалар һәм өлкәндәр өсөн ошондай студия булдырыу күптәнге хыялым ине, - ти был хаҡта Земфира. - Күп балалы һәм үҙенсәлекле сабыйҙың әсәһе булараҡ, балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлайым. Был уйымды тормошҡа ашырыу өсөн ентекле әҙерләндем. Унда балаларҙың актер оҫталығын, сәхнә телмәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса һәләтен үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыласаҡ”.