- 2006 йылда үҙебеҙҙең ауыл клубына экспонаттар йыйғанда боронғо бер туҡыу станогына тап булдыҡ. Мәҙәниәт йорто мөдире менән ошо станокта эшләй белгән кеше эҙләй башланыҡ. Үҙебеҙҙең ауылда туҡыу-һуғыу эшен белеүсе табылмағас, күрше Ҡыҙыл Еҙем ауылында йәшәгән 82 йәшлек Мария Антипинаға мөрәжәғәт иттек. Уны 3 көнгә ауылға алып ҡайтып, табылдыҡ станокты ҡорорға өйрәнеп, эш айышына төшөнөп алдыҡ. Хәҙер беҙҙең биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубында 11-ләп кеше йөрөй, 2010 йылдан алып туҡыусылыҡ буйынса 4 республика семинары үткәрҙек, ауылдағы оҫталар араһында конкурстар, фестивалдәр ойоштороп торабыҙ. Ә һаҡланып ҡалған боронғо станоктарҙы музейға ҡуйып, үҙебеҙ яңыларын эшләп алдыҡ.
Осраҡлы ғына табылған туҡыу станогы тотош ғаиләбеҙ менән яратып шөғөлләнер һөнәргә йәлеп итер тип кем уйлаған. Тәүҙә үҙем генә тотоноп киткәйнем, яйлап ирем дә был эшкә ылығып китте: башта станоктар эшләп бирһә, хәҙер үҙе лә келәмдәр һуға. Беҙҙең яҡта Башҡортостандың башҡа райондарында булмаған үҙенсәлекле бер һуғыу ысулы - күп көрөлө туҡыусылыҡ (многоремизное ткачество) һаҡланып ҡалған. Иғтибар итһәгеҙ, балаҫ һәм таҫтамалдарҙы ике көрөлә генә һуғалар, ә был 4 көрөлө һәм 4 аяҡлы була. Кейеҙҙәрҙе генә түгел, сүпләү-хисаплау ысулы менән таҫтамалдарҙы ла шулай һуҡҡандар. Был ҡатмарлы ысулдар менән берәр генә таҫтамал һуҡҡайным, 26 ноябрь БР Милли музейында ойошторолған күргәҙмәгә венгрҙар килеп, өләсәйемдең ошондай таҫтамалдары бар ине, тип һатып алып киттеләр. Тамырҙары беҙҙең яҡтарҙан булыуҙарын да телгә алғайнылар улар. Шуға әле күрһәтергә таҫтамал өлгөләрем юҡ, ғөмүмән, беҙҙә таҫтамал һуғыусылар һирәк хәҙер, шаршау һуҡҡан кеше бөтөнләй юҡ. Бына шулай, үҙ ваҡытында ошо шәп кәсепте һаҡлап ҡала алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Әммә шуныһы үкенесле: мин тыуып үҫкән Заһит ауылында ла туҡылған таҫтамал, аҫалы балаҫтар һаҡланмаған, сөнки, әсәйем әйтеүенсә, оло йәштәге ҡарт өләсәйемдең киндерҙән һуҡҡан таҫтамалдары, шаршауҙары һуғыш ваҡытында аҙыҡҡа алмаштырып бөтөлгән булған. Шуға нәҡ беҙҙең төбәккә хас биҙәк үҙенсәлектәрен белеп бөтмәйем, эҙләп тапҡан әйбер үрнәктәренә генә ҡарап эшләйем...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Быуындар бәйләнеше өҙөлә тип борсолғанда, бер әмәле табылып, ата-бабаларыбыҙҙың белемдәре киләсәккә барып етеренә ышанырға кәрәк. Быға миҫал: эргә-тирәләге ауылдарҙы ҡалдырмай эҙләп, туҡыусылыҡты тергеҙеп һәм сифатлы келәм, таҫтамал, билбау, сумка, аҫалы балаҫтарына күңел йылыһын һалып эшләгән алтын ҡуллы Фәнисә Сәйфетдинова.
Сәриә ҒАРИПОВА.