Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
28 Ғинуар 2020, 10:50

Яратҡан шөғөл дауалай

Бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү... Ниндәй генә шөғөлдәр юҡ донъяла! Күңел тартҡан шөғөл тынысландыра, үҙеңде аңларға, алда торған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Һүрәт төшөргәндә йәки шиғыр яҙған мәлдә беҙ төпкө аңыбыҙҙан хәбәр алғандай булабыҙ. Ижад ярҙамында дауалау - арт-терапия бөгөн психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла.

Хобби һайлауҙа төп ҡағиҙә - ул һеҙгә ҡыуаныс килтерергә тейеш. Психологтар был тәңгәлдә түбәндәге кәңәштәрҙе бирә:
* Башлаған эшен тамамлап ҡуйыу бик ауыр бирелгән холериктарға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлелек талап иткән шөғөл файҙаға булыр.
* Борсоулы уйҙар, тынғыһыҙлыҡ баҫһа, иғтибарҙы икенсегә күсереү яҡшы. Туҡымаға йә ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йә башҡа нәмә өсөн ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле биҙәктәр ижад итеү, еңел булмаған мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уйҙарығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа борорға ярҙам итер.
* Үҙ көсөгөҙгә ышанмағанда, тормошоғоҙға идара итә алмаған тойғо биләгәндә иң яҡшыһы - балсыҡ менән эшләү. Балсыҡ - ул ер, был шөғөлгә кинәйәләп төрлө мәғәнә һалырға була. Хатта тәүге кеше лә балсыҡтан әүәләнгән, тигән ҡараш йәшәй. Ҡулығыҙға балсыҡ тотоп, нимәлер һынландыра башлау менән ижадсы булыуығыҙға инана башларһығыҙ. Барыһы ла үҙегеҙҙең ҡулда икәнлеген бер ваҡытта ла онотмағыҙ!
Автор фотоһы.
Карима Усманова
  • Читайте нас: