Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
26 Ғинуар 2020, 12:55

Шәп егет ул Инсур!

Студенттар көнөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Инсур Ҡунафин ҙур еңеүҙәр менән ҡаршылай. Технология факультетының IV курсында белем алған егет “Мин – профессионал” олимпиадаһында иң күп балл йыйып, бәйгенең йомғаҡлау этабына сыҡты.

Инсур Белорет ҡалаһынан, мәктәптә белем алған саҡта уҡ компьютерҙы яҡшы белә, программалау буйынса төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡарай. Үҙаллы “Яндекс” программаһынаң бер нисә онлайн-курсын тамамлай.
- “Мин - профессонал” конкурсы беҙгә артабан үҫешергә яңы мөмкинлектәр аса. Унда ҡатнашыусылар өсөн артабан белемеңде камиллаштырыу, магистратураға инеү өсөн төрлө ташламалар ҡаралған. Конкурстағы проектта алған белемем, тәжрибәм миңә артабанғы уҡыуымда этәргес булыр тип ышанам, - ти Инсур.
Конкурстың йомғаҡлау өлөшө февраль-март айында үтә. Сибай студентына ҙур уңыштар теләйбеҙ. Байрам менән, йәштәр!
Фото Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Карима Усманова
Читайте нас: