Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
10 Ғинуар 2020, 16:40

Бөйөк һәм изге һөнәр

Ризида Ғүмәрова (һүрәттә) - ғүмеренең 37 йылын китапханасы һөнәренә бағышлаған. Байтаҡ йылдар Әмир ауыл китапханаһында эшләп, ул ауылдаштары араһында хөрмәт һәм абруй яулай. Уны күптән беләм һәм уның инсафлығына, һайлаған һөнәрен ихлас һөйөүенә һоҡланам.

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та. Китапханаға килеүселәргә барлыҡ уңайлы шарттар булдырыу - китапханасы алдында торған төп бурыс. Әмир ауылы уртаһында урынлашҡан китапхана китап уҡыусылар өсөн бик уңайлы. Бында һәр ваҡыт йылы һәм яҡты, һәр килеүсегә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы мөнәсәбәт. Шуға ла китапхана ауыл халҡы өсөн аралашыу һәм ял итеү өсөн иң яратҡан урындарҙың береһенә әүерелгән. Китапхана хеҙмәткәре - кешеләргә китап яҙып биреүсе генә түгел. Ул тәрбиәсе, байрамдарҙы ойоштороусы һәм китапханала тәртип булдырыусы ла. Ул ремонтты ваҡытында башҡарыу өсөн маляр ҙа, штукатур ҙа. Ул үҙенә күрә психолог та, сөнки өлкән быуын бында китап артынан ғына түгел, ә уҡығаны менән уртаҡлашырға һәм тормош тураһында һөйләшергә килә.
Ризида Риф ҡыҙы халыҡ менән эшләүҙең төрлө ысулдарын ҡуллана: китапхана буйлап экскурсиялар, китап күргәҙмәләре, яңы әҙәбиәтте презентациялау, уйындар һәм викториналар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, шиғыр уҡыусылар конкурстары һ.б үткәрә. Ул шулай уҡ йөкмәткеле сценарийҙар ҙа яҙа, ул ойошторған саралар юғары кимәлдә үтә һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Әммә уның тураһында китапханасы булараҡ ҡына һөйләү - дөрөҫ түгел, сөнки ул шулай уҡ хәстәрлекле ҡатын, әсәй, өләсәй ҙә. Тормош иптәше Юрис Мәүлийәр улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларға белем алырға һәм оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итәләр. Ә тағы ла беҙҙең мәҡәлә геройы - оҫта хужабикә, ул ғаиләһе, туғандары һәм дуҫтары өсөн тәмле ризыҡтар бешерергә ярата.
- Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында хыялым тормошҡа ашманы. Һәм мин быға бер ҙә үкенмәйем! Китапханасы һәм уҡытыусы һөнәрҙәре бик оҡшаш. Кешеләр китапханаға китаптар артынан ғына түгел, ярҙам һорап, йәки шатлыҡтары менән уртаҡлашырға ла киләләр. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһын тыңларға, кәңәш бирергә һәм кәрәкле китапты табырға ярҙамлашырға кәрәк. Тап ошо һөнәрҙе һайлағаныма бик шатмын. Китапханасы булыу - бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, - Ризида Риф ҡыҙы эше тураһында бына шундай фекерҙә.
Китапханасы хеҙмәте еңел түгел, әлбиттә. Әммә күңел һалып эшләһәң, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп була. Һәм ошондай тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһаланһа ниндәй һөйөнөс. Мәҫәлән, 2019 йылда Р.Ғүмәрова ауыл биләмәләре территорияһында урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары республика конкурсында иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәре тип танылды һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант менән бүләкләнде. Был ысынлап та лайыҡлы бүләк. Уны еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади уңыштар, илһам, ныҡышмалылыҡ, һайлаған эшенә тоғро ҡалыуын һәм һөнәри үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Читайте нас: