Проект күмәк көс менән сығарылған "Ауылым тарихында Бөйөк Ватан һуғышы" китабы буйынса осрашыуҙарҙы, "Һағышлы шул ул йырҙар", “Һуғыш йылы таҡмаҡтары”, "Өсмөйөшлө хаттар", "Батыр ғүмере ике" кеүек сараларҙы үҙ эсенә ала.
Яңы проектҡа ярашлы изге эштәрҙе башлап та ебәргән билалдар. Был хаҡта китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы хәбәр итте:
– "Ағинәй"ҙәр советы рәйесе Гөлдәр апай Юлмөхәмәтова һәм Йәмилә апай Ғилманова, Илүзә апай Юламанова оло йәштәгеләрҙең, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең өйҙәренә йөрөп хәл белде, Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе, күстәнәстәр ҡалдырҙы. Билалдан Лениза инәй Сәғитова, Лена апай Камалова, Рәсимә апай Ямалова, Һәмәндән тыл ветерандары Мәхмүзә инәй Асҡарова, Зөһрә инәй Әминевалар фатихаларын әйтеп оҙатып ҡалды.
Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Кешеләргә изгелек эшләү, яҡшы хәбәрҙәр еткереү, маҡтау һүҙҙәре әйтеү, көтөлмәгән бүләктәр биреү ҙә мөғжизә түгелме ни?! Әлбиттә, мөғжизә! Яҡшы хәбәрҙәр Яңы йылда ғына түгел, һәр ваҡыт, һәр көн күберәк булһын!
Фотолар “Бәйләнештә”ге “Билал ауылы китапханаһы” төркөмөнән.