Әлбиттә, ҡыҙыҡһынмайынса булдыра алманыҡ. Люциә апай тыумышы менән ошо ауылдан икән. Бәләкәйҙән оҫта ҡуллы ҡыҙ мәктәпте тамамлағас Өфөгә уҡырға юллана. Бер йыллыҡ курста ул сәғәт ремонтлау серҙәренә өйрәнә һәм уны Татарстанға эшкә ебәрәләр. Шунда кейәүгә сығып, оҙаҡ йылдар Яр Саллы ҡалаһында сәғәт мастеры булып эшләй. Шул йылдарҙа күп кенә оло йәштәге кешеләр, ниндәйҙер ҡомарты итеп һаҡлаған сәғәттәрен махсус рәүештә Люциә апайға үҙе килтереп бирә. Шундай бер сәғәткә хәҙер 100 йыл тирәһе, йәки бер быуат. Башҡа сәғәттәрҙең дә үҙ тарихы бар.
Бынан тыш Люциә апай сигеү эштәре менән дә шөғөлләнә. Уның ҡулдары менән эшләнгән сигеүле таҫтамалдар, япмалар, ҡулъяулыҡтар, ашъяулыҡтар сағыу төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштыра. Шулай уҡ сигеп эшләнгән картиналар ҙа байтаҡ.
Әгәр өйҙөң бер мөйөшө сәғәт музейын хәтерләтһә, тәҙрә төптәре бәләкәй генә ботаника баҡсаһына оҡшаған. Унда төрлө гөлдәр араһында емеш биреп ултырған лимон да бар. Шулай итеп, Люциә апай оҫта баҡсасы ла икән. Баҡый ауыл биләмәһе башлығы Фәнүр Вәлишин әйтеүенсә, бер нисә йыл инде иртә яҙҙан ул теплицала йәшелсә үҫтерә.
Матурлыҡты күңеле менән тойоп, шуны төрлө ҡул эштәре аша күрһәтә белгән Люциә Хәлиулла ҡыҙын Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын тип теләйбеҙ.