Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
20 Декабрь 2019, 23:50

“Иген-тау” ниҙәр тәҡдим итә?

Һуңғы ваҡытта кибет кәштәләрендә ит ризыҡтарының үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки был ризыҡтарҙың юғары сифатлы булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәнә бер ит эшкәртеү цехы асылды. Табышты арттырыу проекттары программаһы дәүләт ярҙамы менән Азамат Ильясов “Иген-Тау” кооперативын асып, барлығы 39 пайсыны бергә тупланы. Яңы цехта алты кешегә эш урыны булдырыу ҡарала. Әле предприятие ете төрлө сифатлы продукция етештерәсәк.
Сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләнгән котлет, тефтелиҙар тиһеңме, билмән, яңы ғына тартылған фарш булһынмы - барыһы ла тәмле һәм татлы булыуы менән айырылып тора. Яҡын арала ит ризыҡтары ҡаланың сауҙа нөктәләрендә һатыласаҡ.
Фото Фәнис Әминевтең сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: