Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
17 Сентябрь 2019, 13:13

Матурлыҡ булдырыусы

Ләйсән Фролова 14 йыл парикмахер булып эшләй, һәм уның яҙыу дәфтәре клиенттары фамилияһы менән бер айға алдан тулған. Улар араһында даими ғына түгел, ә тулыһынса имиджын үҙгәртергә теләгәндәр ҙә бар. Сөнки был мастер-универсал клиенттың теләген аңлай һәм һәр гүзәл зат үҙен иң матуры итеп хис итһен өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.

Парикмахер һөнәрен ул мәктәпте тамамлағас үҙләштерә. Әммә беренсе балаһы тыуғас ҡына эшләй башлай. Уңыш шунда уҡ йылмаймай. Етмәһә, Ләйсән Стәрлебаш ауылынан түгел. Ваҡыт үтеү менән парикмахер сәнғәте серҙәренә төшөнә, төрлө курстарҙа, мастер-кластарҙа квалификация кимәлен арттыра башлай. Уның һөнәре, тәү сиратта, зауыҡлы булыуҙы, һәйбәт күреү һәм фекер йөрөтөүҙе талап итә. Тәбиғәт уны ошо һәм башҡа сифаттар менән бүләкләгән. Ул шулай уҡ һәйбәт психолог та, эш көнө дауамында уға клиенттар менән аралашырға тура килә. Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемдең үҙ һөйөнөсө, проблемалары, тормошо.

- Ҡайһы саҡ берәй кеше менән аралашһаң, үҙеңде арыған кеүек хис итәһең, һәм, киреһенсә, клиенттар менән көн дауамында аралашып та өйгә күтәренке кәйефтә арымай-талмай ҡайтып инәһең, - тип уртаҡлаша Ләйсән.

Матурлыҡ төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемгәлер ҡыҫҡа сәс оҡшаһа, икенсеһенә - оҙонорағы. Прическа һайлағанда оҫталарға бик тырышырға тура килә. Мәҡәләбеҙ геройы ла клиенттарының прическаһы матур булһын өсөн күңел һалып эшләй. Ул клиенттың теләге буйынса уға ғына килешкәнен тура килтерә белә. Йәштәр уға заманса, матур прическа эшләтергә яҙылһа, өлкәнерәк гүзәл заттар ҡасандыр уларға Ләйсән һайлап тапҡан ябай стилде хуп күрә. Иң мөһиме - тәбиғи матурлыҡты һаҡлап ҡалыу һәм кешенең үҙ сифатын билдәләү. Бер үк ваҡытта барыһы менән дә дуҫтарса, иң мөһиме - түҙемле, эштә етеҙ булырға кәрәк. Һәм был көн дауамында аяҡ өҫтө эшләүгә ҡарамаҫтан. Клиенттар урыны бер ваҡыт та буш тормай. «Ауыр түгелме?» тигән һорауыма, йылмайып: «Ә беҙ ултырып тора белмәйбеҙ!» тине ул. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны һәм Ләйсән йылмайыу менән үҙенең блокнотында буш ваҡытты эҙләй башланы.

Өйөндә уны тормош иптәше һәм ике балаһы көтә. Улы Данил хужалыҡта төп ярҙамсы. Ҡыҙҙары Даринаның сәсе ҡуйы, оҙон, был да әсәһенең тырышлығы. Уның прическаһы әсәһенең визит карточкаһы булып тора!

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: