- Һөнәрҙе мин осраҡлы ғына һайламаным. Мин йыш ҡына әсәйемдең эшендә булып, уның нисек иҫәпләүен, яҙыуын күҙәтә торғайным. Ул банкта, һуңынан район хакимиәтендә экономист булып эшләне. Мәктәптән һуң документтарымды Өфө финанс-иҡтисад колледжына тапшырҙым, - тип һөйләй Гүзәл Ингел ҡыҙы.
Коммерция агросәнәғәт банкының Стәрлебаш ауылы филиалында эшләгәндә, ул белгеслеге буйынса беренсе тәжрибә ала, һуңынан почтамтта экономист булып эшләй, унда өлкән хеҙмәттәштәре уға эштең бөтә нескәлектәрен аңларға ярҙам итә, эш тәүҙә ауыр кеүек тойолһа ла, ваҡыт үтеү менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңә. Бер үк ваҡытта юғары белем дә ала.
- Әлеге эш урынымда ла коллективтан уңдым. Кәрәк булһа бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ, был да бик мөһим, тип иҫәпләйем. Минең йәнәшәмдә яҡшы хеҙмәткәрҙәр - Светлана Михайлова, Гөлнара Хәбибуллиналар эшләй. Башҡа райондарҙан хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашабыҙ, тәжрибә, белемдәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, - ти ул.
Гүзәл Ингел ҡыҙы үҙ аллы яңы программаларҙы, мәғлүмәттәрҙе өйрәнә, уның эшмәкәрлеге өлкәһендә йыш булған барлыҡ үҙгәрештәрҙе үҙләштерә.
Буш ваҡытында яратҡан эше - бәйләү менән шөғөлләнә, был уның ғүмерлек мауығыуына әүерелгән. Улдары ла әсәләрен уңыштары менән һөйөндөрә. Руслан атаһы менән бергә эшләй, улар көнбағыш майы етештереү менән шөғөлләнә, бәләкәйҙәре 3 һанлы Стәрлетамаҡ башҡорт лицейында белем ала. Тимур һәйбәт уҡый, футбол ярыштарында йыш ҡына миҙалдар менән дә бүләкләнә.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.