Дамер Рәүеф улы гер спорты буйынса секция аса һәм уны алып бара, унда егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. 13 спортсы оҙаҡламай спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәй, шуларҙың өсөһө ҡыҙҙар: Динара Дәүләтшина, Зөлфиә Ғилманова, Рузилә Йәһүҙина. Һуңынан уның улы Айнур Ишбулдин гер спорты буйынса Башҡортостан чемпионы була.
Ишбулдин физкультураға һөйөү тәрбиәләй, ниндәй ҙә спорт төрө менән шөғөлләнергә теләгән һәр кешене дәртләндерә белә. Һуңғы йылдарҙа Дамер Рәүеф улы башланғыс кластарҙа физкультура уҡытыусыһы булып эшләй һәм был уның өсөн бик мөһим. Физкультура дәрестәрен алып барған Стәрлебаш башланғыс мәктәбендә һәйбәт спорт базаһы бар. Балалар рәхәтләнеп дәрестәргә йөрөй, кластан тыш киң күләмле спорт сараларында ҡатнаша. Бер ваҡыт миңә уның дәресендә булырға тура килде, унда мин мәшғүл булмаған бер уҡыусыны ла күрмәнем. Һәр тәжрибәле педагог спорт менән дуҫлашырға ярҙамлаша, өҫтәмә белемгә йәлеп итә. Ул шундай уҡытыусы, уны балалар хөрмәт итә, тыңлай һәм аңлай. Дәрестән һуң мин уҡыусылар янына килеп:
- Һеҙҙең иң яратҡан дәресегеҙ ниндәй? - тип һораным.
- Физкультура! - тип яуап бирҙе.
- Иң яратҡан уҡытыусығыҙ?
Район үҙәгенең башланғыс мәктәп уҡыусылары районда үткәрелгән төрлө спорт сараларында беренсе урындар яулай, уларҙа команда менән, шулай уҡ шәхси беренселектә уңышлы сығыш яһай. Уҙған 2018 йылда мәктәп командаһы ГТО нормаларын (биш спорт төрө буйынса) үтәү буйынса республика ярыштарында ҡатнаша һәм уҡыусы Регина Әхмәтова айырыуса уңыштары өсөн ике грамота менән бүләкләнә.
Ә тағы ла Д.Ишбулдин өҫтәмә рәүештә йөҙөү буйынса занятиелар алып бара. Бының өсөн «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында бассейн бар, ә һыу процедураларының файҙаһы ғәйәт ҙур, айырыуса бала организмы өсөн. Физрук занятиеларҙың программаһын үҙе төҙөй, балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә йәлеп итә. Үҙҙәренең оҫталыҡтарын ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп директоры Г.А.Хөсәйенова приздарына йөҙөү буйынса йыл һайын үткәрелгән ярыштарҙа күрһәтә, унда башланғыс мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы йөҙөүселәр билдәләнә. Уҙған йылдан алып башланғыс мәктәп базаһында спорт класы асылды, унда балалар мәғариф бүлеге менән берлектә төҙөлгән махсус программа буйынса шөғөлләнә.
- Балаларҙы һәм эшемде яратам. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән занятиеларыма йөрөй, шуға мин сикһеҙ бәхетлемен - ә был иң ҙур бүләк, - ти әңгәмәсем.
25 йыллыҡ педагогик стажға эйә булған физрук, БР физик культура һәм спорт буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр, бихисап наградаларға эйә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнаша. Ул ғаилә тормошонда ла бәхетле. Тормош иптәше Рәсимә Һаҙый ҡыҙы менән бына инде 33 йыл улар татыу ғүмер кисерә. Ә Дамер Рәүеф улы оҙаҡламай 55 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Матур дата! Уға эштәрендә ҙур уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ, Табылды ауылы.
Фото автор тарафынан бирелде.