Бала сағында медицина тураһында хыяллана ул. Ҡурсаҡтар менән «дауахана» уйнап, кескәй Гүзәл үҙен киләсәктә табип балараҡ күрә. Уға сабыйҙар тураһында бер туҡтауһыҙ хәстәрлек күреү үтә оҡшай. Әммә, һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, мәҡәлә геройыбыҙ ҡарарын үҙгәртә. Быға шул мәлдә уҡытыусы булып эшләгән өлкән апаһының кәңәштәре йоғонто яһай. Гүзәл көсөн һынап ҡарарға тип, документтарын Салауат педагогия училищеһына тапшыра, инеү экзамендарын тапшырғандан һуң уҡырға алыныуы тураһында белә. Ул мәктәптә уҡытыусылар араһында һәр саҡ яҡшы иҫәптә була. Уны һәйбәт уҡығаны өсөн генә түгел, ә оҫта, инициативалы ойоштороусы булараҡ хөрмәт итәләр, уға ышаналар. Ул мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Директор Иван Петрович Шутенко ҡыҙҙың һәләтен һәм потенциалын күреп, училищены тамамлағас Стәрлебашта эшләүен үтенә. Әммә ҡыҙҙың киләсәккә үҙ пландары була. Шулай итеп, 1984 йылда уға тәүге тапҡыр тыуған йортон һәм яҡындарын ҡалдырып китергә тура килә.
Гүзәл Абдрахман ҡыҙы ата-әсәһе тураһында яҡты хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Уның әсәһе Фәйрүзә Сәйфетдин ҡыҙы ике йәшендә генә үкһеҙ етем ҡала, әсә һөйөүе һәм хәстәрлегенән мәхрүм була. Шуға күрә тормош иптәше Абдрахман Зиннәтулла улы менән балаларына икеләтә бар һөйөүен, хәстәрен һәм наҙын йәлләмәй өләшә. Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһендә ғаилә мөнәсәбәттәре изгелек һәм тырышлыҡтан төҙөлә. Рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Ғаиләлә төпсөк ҡыҙҙары Гүзәлде өлкәндәр ҙә, ағай-апайҙары ла бик ярата. Апайҙары Фәниә, Фәриҙә, Фәүзиә һәм ағаһы Ғәбделхәй менән улар бөгөн дә туғандар араһындағы йылы мөнәсәбәтте һаҡлап, һәр нимәлә бер-береһенә ярҙам итә. Уларҙың барыһына ла белемгә һәм маҡсатҡа ынтылыуҙа ныҡышмалылыҡ кеүек яҡшы сифат хас. Был сифаттар уларҙа әсәйҙәре кәңәше ярҙамында барлыҡҡа килә: «Әсәйебеҙ минең өсөн төп идеал булды», - ти Гүзәл Абдрахман ҡыҙы. «Төплө кәңәштәр алыр өсөн мин уға мөрәжәғәт итә инем. Тормош тәжрибәһенә таянып, ул һәр саҡ тынысландыра һәм дөрөҫ ҡарар табырға ярҙам итә ине. Дини кеше булараҡ, мине сабыр, изге күңелле, мәрхәмәтле булырға өйрәтте».
Диплом алғас, 1988 йылда, йәш уҡытыусыны Октябрьский ҡалаһына эшкә йүнәлтәләр. Яңы ҡала һәм беренсе уҡыусылар менән танышыуҙы тулҡынланып күҙ алдына килтерә ул. Әммә юлға сығыр алдынан уны деканатҡа саҡыртып факт алдына ҡуялар. Тыуған район вәкилдәре уны районға, ВЛКСМ район комитетына йүнәлтеүҙәрен һорай, унда уға мәктәптәр менән эшләү бурысын йөкмәтәләр. «Комсомол, активист һәм сибәр ҡыҙ», ошо сифаттарҙың барыһы ла Гүзәл Абдрахман ҡыҙына хас була. Район комсомол комитетында эшләгән ваҡытта уны креатив, ижади, һәр ерҙә һәм һәр нимәлә инициатива белдергән, ҡыҙыҡлы шәхес булараҡ беләләр.
1989 йылда директор И.Шутенко саҡырыуы буйынса ул тәүге тапҡыр башланғыс кластар уҡытыусыһы сифатында мәктәп тупһаһын атлап үтә. Балаларға булған икһеҙ-сикһеҙ һөйөүе һәм тәүәкәллеге уға хеҙмәт эшмәкәрлеген башларға ярҙам итә. Ул бар белемен һәм көсөн уҡыусыларына бағышлай. Уның дәрестәре төрлөлөгө менән айырыла, ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс була һәм юғары кимәлдә үтә. Дәрес планын ентекле өйрәнеп, ул 45 минут дауамында әҙерлек кимәле төрлө булған балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә ала. Тәнәфес ваҡытында һәм дәрестән һуң ул балалар тормошо, хәстәре, борсолоуҙары менән йәшәй. Уҡыу процесынан тыш, йәйен мауыҡтырғыс экскурсиялар, ә ҡышын балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн саңғыла походтар ойоштора. 1993 йылда үҙенең тәүге сығарылыш класы тураһында һөйләгәндә, Гүзәл Абдрахман ҡыҙының күҙҙәренә йәш эркелде: «Сәләмәтлегем менән проблема булған саҡта мин әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында табип-хирург булып эшләгән элекке уҡыусыма шылтыраттым. Ул шунда уҡ үтенесемде тыңлап, ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Мин уның кеше хәленә инә белеүсәнлегенә ғәжәпләндем, һәм үҙемдең хеҙмәт һөҙөмтәһен күреүемә сикһеҙ ғорурландым. Ата-әсә һәм уҡытыусылар менән бергә беҙ ярҙамсыл, изге күңелле кеше үҫтергәнбеҙ. Һәм шул мәлдә мин һәм хеҙмәттәштәрем бар көсөбөҙҙө һәм тырышлығыбыҙҙы балалар тәрбиәләүгә бағышлауыбыҙҙың юҡҡа булмауына инандым. Бына ул коллективыбыҙҙың тырыш хеҙмәте, тәрбиә емеше».
Ошо йылдар эсендә Гүзәл Абдрахман ҡыҙы тарафынан белем биреү өлкәһендә бик күп нимә эшләнгән. Уның ойоштороу һәләте, шулай уҡ коллектив хеҙмәте, тырышлығы, һөнәри оҫталығы ярҙамында, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе тураһында хатта Мәскәүҙә лә беләләр. Ул «Школа 2100» мәғариф системаһын индерә. Ул үҙе лә күп тапҡыр һөнәри конкурстар еңеүсеһе, семинарҙар ҡатнашыусыһы һәм хатта РФ Президенты Грантына эйә була. Әммә ул буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп асыуҙы, балалар баҡсаһынан башланған реабилитациялау һәм әҙерләүҙе үҙенең мөһим хеҙмәте тип иҫәпләй һәм тырышлыҡ үҙ емештәрен бирә. Был еңел түгел. Сөнки ул бер ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институтында ситтән тороп уҡып йөрөп, практика һәм теорияны бергә алып бара, ә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында идара итеү белемен нығыта.
2010 йылдан алып Гүзәл Абдрахман ҡыҙы башланғыс мәктәп директоры булып эшләй. Уның һәр иртәһе руль артына ултырып, эш урынына тиклем барыуҙан башлана. Коллегалары һәм уҡыусылары уны йылмайып ҡаршы ала. Ә ул - кемделер маҡтай, кемделер шелтәләп ала, икенсеһенә нимәлер кәңәш итә. Бер аҙ тын алып, ул баш-көллө бихисап төрлө идара итеү эшенә сума, уларҙың күбеһе кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Көндәлек, бер төрлө эш ғәҙәткә инергә тейеш кеүек, әммә битараф булмаған ҡайнар йөрәкле етәксе өсөн түгел. Уның туған «батшалығында» булған һәр нимәгә үҙенә генә хас ҡарашы, принципиаль баһаһы бар.
Гүзәл Абдрахман ҡыҙының тәҡдире һәм булмышы - изге эштәр ҡылыу. Уға ярҙам һорап бик күп кеше мөрәжәғәт итә. Район Советы депутаты булараҡ, ул ауылдаштарының тормош сифатын яҡшыртырға ынтыла, һайлаусылар ышанысын аҡларға тырыша. Ул фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙа, ауыл мәҙәниәт йортонда пәрҙәләр тегеүҙә ярҙам итә йәки бер проблеманы ла ситләп үтмәйенсә, ауыл халҡының ниндәй ҙә ғаилә мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ итә. Быны уның коллегаларынан, һайлаусыларҙан һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләренән редакцияға килгән рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хаттар дәлилләй.
«Гүзәл Абдрахман ҡыҙы бер нисә йыл рәттән йыл йомғаҡтары буйынса башланғыс мәктәптә бер тапҡыр бирелә торған исемле премия булдыра, уның маҡсаты - сифатлы белем алыуға, үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә ынтылыу. Йылдан-йыл мәктәптә матди-техник база нығынғандан-нығына. Яңы уҡыу йылын балаларыбыҙ йылы һәм төҙөк кластарҙа ҡаршы ала».
«Коллегалары менән мөнәсәбәттәрен хеҙмәттәшлек нигеҙендә төҙөй, эш өсөн уңайлы шарттар булдырыуға айырыуса иғтибар бүлә».
Гүзәл Абдрахман ҡыҙының төрлө сифаттары уның тураһында бер юлы тылсымлы фея һәм етди етәксе тигән фекер йөрөтөү мөмкинлеге бирә. Әммә, иң мөһиме, ул яратҡан ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше Айҙар Хөсәйенов менән улар ныҡлы ғаилә булдыра, ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Динар Екатеринбург прокуратура институтын тамамлай. Бөгөнгө көндә Нефтекама ҡалаһы прокуратураһында граждандар хоҡуғын яҡлау системаһында эшләй. Ҡыҙы Дениза ҡасандыр әсәһе хыялланған изге һөнәрҙе һайлай. Ағымдағы йылда ул Башҡорт дәүләт медицина университеты дауалау факультетының өсөнсө курсын тамамлаған. Гүзәл Абдрахман ҡыҙы яҡындарына уларҙың уңайлы, яҡты, иркен өйөндә күңел йылыһы һәм һөйөүен бүләк итә. Аш бүлмәһендә лә фантазия күрһәтә, сөнки ул тормош иптәшен һәм балаларын төрлө тәмле аш-һыу менән һыйларға ярата.
Ул бер ҡасан да күңелһеҙләнеп ултырмай, ҡыйынлыҡтарға зарланмай, ә һәр ваҡыт яңы көндө күрергә насип булғанына Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле. Тормош юлында уға бихисап ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡатмарлы операциялар үткәрергә тура килә. Ярты быуатлыҡ юбилейын ҡаршылағанда ул үҙен әле генә училище тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан элеккесә йәш комсомол кеүек хис итә. Һәм бөгөнгө көндә ул барлыҡ көс-дәртен яңы, заманса башланғыс мәктәп төҙөүгә йүнәлтергә хыяллана. Һәм был уның мотлаҡ килеп сығасаҡ! Әммә был яңы тарих...
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Фото ғаилә альбомынан.