Уларҙың эш көнө иртәнге сәғәт һигеҙҙә башлана. Был ваҡытта улар биохимик тикшереүҙәргә, RWға, ВИЧ-инфекцияға һ.б. ҡан ала. Был эштә хатта медицина хеҙмәткәренә лә тәүге тапҡырҙан ҡан тамырына эләгеүе еңел түгел, ә уларҙың бик яҡшы килеп сыға. Был юғары һөнәри оҫталыҡ һәм тәжрибә тураһында һөйләй. Шуға күрә уларҙың кабинеты эргәһендәге сират бик тиҙ бөтә.
- Көн һайын беҙҙең аша 150нән 200гә тиклем кеше үтә, - тип һөйләй төрлө бүлексәләрҙә процедура кабинеттарында эш стажы 38 йыл булған Дания Гүзәл ҡыҙы. - Берәүҙәргә анализ тапшырырға, икенселәргә - укол яһатырға кәрәк. Пациенттар төрлө, әммә төп контингент - үҙҙәренә айырыуса иғтибар, ихтирамлы мөнәсәбәт талап итеүсе өлкән йәштәге кешеләр. Билдәләп үтергә кәрәк, Дания Гүзәл ҡыҙы һәм медицинала 29 йыл эшләгән Зөлфиә Ирек ҡыҙы ошо сифаттарҙың барыһына ла тулыһынса эйә. Ә тағы ла икеһе лә - бик яуаплылар, сөнки әгәр пробиркаларҙы яңылыш бутаһалар - был кемгәлер дөрөҫ ҡуйылмаған диагноз, сәләмәтлекте юғалтыу тигән һүҙ. Был эштән тыш, уларға Стәрлетамаҡҡа ебәреләсәк анализдарға документтарҙы аныҡ һәм дөрөҫ тултырырға, килгән пациенттарҙың иҫәп журналын алып барырға кәрәк, был да ваҡыт талап итә һәм ҡайһы саҡ... ҡайһы бер пациенттарға сәләмәтлектәрен нығытырға ярҙам итә.
Ҡайһы саҡ инъекцияның атамаһын онотҡан кеше килә һәм уны хәтергә төшөрөргә ярҙам итеүҙәрен һорай.
- Журналды алып уның ҡасан уколға йөрөгәнен эҙләйбеҙ һәм препараттың атамаһын табабыҙ. Сөнки беҙҙә кемгә ниндәй инъекциялар эшләнеүе тураһында аныҡ иҫәп алып барыла, - тип дауам итә Д.Рычкаль. Ошондай осраҡтар ҙа була, ВИЧ-ҡа анализ тапшырған пациенттың һөҙөмтәһе ыңғай була. Шул саҡ уны ҡурҡытмаҫҡа, борсомаҫҡа тырышып, ҡабаттан анализ тапшырырға кәрәклеге тураһында аңлатып йәнә саҡырабыҙ. Бәхеткә күрә, күпселек осраҡта, ҡурҡыныс диагноз дәлилләнмәй. Шулай ҙа була. Был пациентҡа ла, беҙгә лә ҙур шатлыҡ.
Һәр ваҡыт изге күңелле, йылмайып тороусан шәфҡәт туташтары шундай булып ҡалыр өсөн күпме нервы һәм түҙемлелек кәрәклеген үҙҙәре генә беләлер. Әммә был уларҙың килеп сыға. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә кешеләргә сәләмәтлектәрен ҡайтарырға ярҙам иткән ошо ханымдарға һәр ваҡыт һау-сәләмәт, һылыу, йәш күңелле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.