Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
22 Февраль 2019, 12:34

Тырыш хеҙмәте менән яуланған ихтирам

Миңнулла Вилданов (һүрәттә) – ярты быуат механизатор булып эшләй. Шуларҙың күбеһен гусеницалы, бер нисә йыл тәгәрмәсле тракторға идара итте. Уның кеүек уңғандарҙы бармаҡ менән генә һанарға мөмкин. Ленин исемендәге хужалыҡта эшләгән йылдары өсөн ул бер ваҡытта ла үкенмәй. Өҫтәүенә, ошо йылдар дауамында ул хужалыҡ эштәре буйынса янып-көйөп, көсөн йәлләмәй, шәхси ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй. Үҙ эшенең мөһимлеген аңлап, ең һыҙғанып эшләне.Тракторсы һөнәренә ул Стәрлетамаҡ училищеларының береһендә уҡый. Артабан армияға саҡырыу ҡағыҙы килә. Хеҙмәтен Германиялағы Бернбург ҡалаһында үтә. 12 ай түгел, ә теүәл өс йыл хеҙмәт итә. БТР хәрби машина командиры була. Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәндән һуң сержант Вилданов тыуған Ҡуғанаҡбаш ауылына ҡайта.

Уның хеҙмәт кенәгәһендә беренсе яҙыу 1966 йылдың 1 ғинуарында барлыҡҡа килә. ДТ-75М, Т-4А тракторҙарында эшләй башлай, ҙур оҫталыҡ талап иткән мөһим бурыстарҙы үтәй. Яҙын сәсә, сәсеүлектәрҙе эшкәртә, көҙөн ерҙе туңға һөрә.

Бер ни тиклем ваҡыт миңә лә Миңнулла Әнүәр улы эшләгән икенсе бригадала эшләргә тура килде. Ул йылдарҙа колхозға Шакир Камалетдинов етәкселек итә ине. Агрономдар Фларит Искәндәров, Вәғиз Нәҙершин, инженер Шамил Ғәлиев, Илдар Искәндәров эште намыҫлы алып барҙы. Техника буйынса бригадир ярҙамсылары Рауил Ғәлиев, Рәүеф Моратовтар тырышып эшләне, үҙҙәренә ышанып тапшырылған ауыл хужалығы техникаһын төҙөк тотто. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында механизатор төшкө ашһыҙ ҡалһа, Шакирйән ағай барыһын да аяҡҡа баҫтыра ине. Инженерҙар һәм техник хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ ватылыуҙы асыҡлап, кәрәкле деталде эҙләп табып, баҫыуға ашыға торғайнылар.

Беҙҙең ашхана районда иң яҡшыларҙың береһе булды. Ашнаҡсылар Вәғизә Ишбулдина, Миңнур Бикҡолова, Фәриҙә Муллағолова, икмәк бешереүсе Баныу Ҡорбанғәлиева иртә таңдан алып, кискә тиклем эшләп, игенселәрҙе тәмле аш менән һыйлай торғайны. Был турала хәтирәләр әле лә күңелде йылыта һәм шатлыҡ хистәре уята.

Мәҡәлә геройы тураһында һүҙемде дауам итәм. Ул ваҡытта сәсеү нормаһы бер агрегатҡа 41 гектар тәшкил иткәндә, Минулла Вилданов 60 гектар сәсте! Ә сәскестәр һанын тағын берәүгә арттырғас, сәсеү нормаһын 100-120 гектарға тиклем еткерҙе. Уның тың ғыһыҙ холҡо хеҙмәттәштәренә лә тынғы бирмәне. Сәсеү осоронда эшләгәндә машина йөрөтөүселәр, орлоҡ ташыусылар Ришат Бикҡолов, Мөхәррәм Синәғолов, Инсур Йәрмиев баҫыуға орлоҡтарҙы саҡ сәсеп, ә мин сәселгән майҙандарҙы үлсәп, бухгалтерияға саҡ тапшырып өлгөрә инек. Миңнулла ағай тәүлек әйләнәһенә колхоз эшендә булды. Балалар тәрбиәләү, хужалыҡ мәшәҡәттәре уның тормош иптәше Зөһрә ханым, һуңынан үҫеп, эш тәмен белә башлағас балалары иңенә ятты. Атайҙарының күп ваҡыты эштә үтеүенә өйҙәгеләрҙең береһе лә ғәжәпләнмәне. Был улар өсөн ғәҙәти хәл булды.

М.Вилданов кәңәше һәм аныҡ эше менән хеҙмәттәштәренә ярҙам итте. Улар иҫәбендә райондың алдынғы комбайнсыһы Ришат Йәминев, алдынғы механизаторҙар Рәфҡәт Синәғолов, Рәфис Йәғәфәров, Ринат Муллағолов (мәрхүм) бар ине.

Еңел холоҡло, тәккәбер булыу уға хас түгел. «Почет билдәһе» һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары, бихисап Грамоталар һәм Рәхмәт хаттарына эйә булып та ул үҙенә ҡарата иғтибар, айырым эш шарттары талап итмәне.

Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. 1975 йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ булды. Ул ваҡытта гектарынан ни бары ике центнер ғына иген алдыҡ. Шулай ҙа дәүләт колхоз хеҙмәтсәндәренә премияны элеккесә бирҙе. Урып-йыйыу эштәре тамамланғандан һуң йыйылыш үткәрелде, хатта ҙур булмаған табын да әҙерләнгәйне. Шунда тракторсыларҙың береһе яңғылыш ҡына: «Ҡоролоҡ булғас рәхәт – эш аҙ, һәйбәт түләйҙәр» тине. Шул ваҡыт Миңнулла ағай әкрен генә урынына тороп, шул ирҙе елкәһенән тотоп урамға сығарып ебәрҙе. Ул ундай мәғәнәһеҙлекте яратманы.

Миңнулла Әнүәр улы тракторҙан ҡеүәтле К-700гә күсә, уға тиклем унда Шамил Ғәлиев, Ришат Моратов эшләгән. Һуңынан Миңнулла тракторҙы Сәмерхән Иҫәнбәтовтың ышаныслы ҡулдарына тапшыра. Һуңғы йылдарҙа Миңнулла ағай К-701 тракторында ла, «Агратор» сәсеү комплексында ла йыл эшләне. Йәй айҙарында, ғәҙәттәгесә, баҫыуҙа, ҡышын шундай уҡ яуаплы эш башҡара - юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә.

Яртҡан эш, татыу ғаилә, тирә-яҡтағыларҙың хөрмәте – кешенең бәхет нигеҙе булып тора. Вилдановтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә оҙаҡламай 43 йыл тула. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре өсөн улар лайыҡлы үрнәк булып тора. Күрше йортта 90 йәшлек Әнүәр ағай менән Райхана апай йәшәй, улар һәр көн доға ҡылып, ҡараштары менән улдарын эшкә оҙата. Был, ысынлап та, иң ҙур бәхет! Миңнулла Вилданов кеүек тырыш, егәрле кешеләр булғанда, Юрис Синәғолов етәкселек иткән Ленин исемендәге хужалыҡ киләсәктә лә юғары күрһәткестәргә ирешеп, республикала танылыу яулар, тип ышанырға була.

Фәрит ИСКӘНДӘРОВ. Г.ҒӘФИЕВА фотоһы.
Читайте нас: