Миңә уның менән шәхсән осрашырға тура килгәне юҡ, әммә Замир Мөхтәр улының тыуған йортонда уның тураһында бик күп мәғлүмәттәр һаҡлана. Уның тарафынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының формалашыуына һәм һуғышҡа инеүенә 75 йыл тулыуға бағышлап яҙылған «Геройҙар алдында баш эйәбеҙ» тип аталған ҙур булмаған брошюра ла бар. Очеркты ул әлеге дивизия составында һуғышҡан ауылдашы Ғәйфулла Йосопов тураһында бала саҡ хәтирәләренән башлап яҙған. Ҡыҙыҡһыныусан Замир бәләкәйҙән үк, айырыуса, һуғыш тураһында китаптар уҡырға ярата. Уның ике олатаһы ла фронтта ҡатнашҡан. Бер туған ҡустыһы Радмир һүҙҙәре буйынса, китапҡа булған һөйөүе Замир ағайға тормошта күп нимәгә ирешергә ярҙам итә.
Медицина институтын тамамлағандан һуң, яҙмыш ҡушыуы буйынса уны Липецк өлкәһенең Тербун районына эшкә ебәрәләр. Әсәһе Фроза Рамазан ҡыҙы әйтеүенсә, уны унда олатаһының рухы саҡырғандыр, күрәһең. Сөнки юллама буйынса уға Йылайыр районын тәҡдим итәләр. Әммә ул Липецк өлкәһен һайлай. Олатаһы Зәкәриә Вахитов 1941 йылда фронтҡа алынған һәм 219-сы дивизия составында Дон буйында һуғышҡа кергән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡатыны Рәзифә рядовой Вахитовтың 1942 йылдың 16 авгусында геройҙарса һәләк булыуы һәм Воронеж өлкәһенең Колодежный ауылы янында ерләнеүе тураһында хәбәр ала. Улы Мөхтәр атаһының ҡәберен бик оҙаҡ эҙләй, әммә һөҙөмтәһеҙ. Асыҡланыуынса, Зәкәриә Вахитов һәләк булған район Липецк өлкәһе менән сиктәш була. Шуныһы ғәжәп, унда Колодежный тигән ауылдар бер нисәү икән. Шуға ҡарамаҫтан, 72 йылдан һуң Замир олатаһы ерләнгән туғандар ҡәберлеген эҙләп таба һәм унан бер ус тупраҡ алып ҡайта.
- Был район тураһында мин бер нимә лә белмәй инем. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында китаптар уҡыһам да, хәрби хәрәкәттәрҙең ҡайһы ерҙә барыуына иғтибар итмәгәнмен, күрәһең - тип яҙа ул үҙенең брошюраһында. - Бында минең Башҡортостандан икәнемде белгәс, һуғыш ваҡытында әлеге дивизияның ошо районда алышыуы һәм икенсе Тербун ауылында уларға һәйкәл ҡуйылыуы тураһында һөйләнеләр. Уларҙың һүҙҙәре миндә ҡыҙыҡһыныу уятты, әлбиттә.
Совет осоронда урындағы Тербун мәктәбенең пионер дружинаһы батырҙарса һәләк булған 294-се полк командиры, майор, Миәкә районынан Гәрәй Нафиҡовтың исемен йөрөткән. Шунда уҡ 112-се дивизияға бағышланған стенд урынлаштырылған. Шулай итеп, Замир мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән дуҫлашып китә, яйлап Башҡортостан Республикаһының Тербун районы менән 90-сы йылдарҙа һүлпәнәйгән элемтәһе лә нығына. Йыл һайын бында төрлө делегациялар килә, был урындағы халыҡтың беҙҙең республикаға ҡарата ыңғай ҡарашын формалаштырыуға ярҙам итә.
Мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш ваҡытында әлеге район территорияһында алыштар барышында 26 меңдән ашыу совет яугире һәләк булған. 1942 йылдың йәйендә немец ғәскәрҙәре Кавказ, Воронеж һәм Сталинград яғына хәрәкәт иткәндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы өс ай ярым дауамында Тербун районы территорияһында оборона тота. Шуға күрә әлеге район кешеләренән башҡорт яугирҙәренә ҡарата тик рәхмәт һүҙҙәре генә яңғырай. Һәләк булған һалдаттар ете туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Уларҙың барыһында ла һәйкәлдәр ҡуйылған, геройҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре яҙылған. Әммә уларҙың исемлеген тулыһынса асыҡлап булмаған. 2013 йылда Тербун районы хакимиәте Замирҙы урындағы эҙәрмәндәр менән бергә һәләк булғандар исемлеген өҫтәмә өйрәнеү өсөн РФ Оборона министрлығы архивына ебәрә. Бынан һуң тағы ла меңгә яҡын һәләк булғандарҙың исемдәре табыла, шуларҙың 107-һе - башҡорт дивизияһынан.
Замир Мөхтәр улы ҙур изге эш башҡара. Ул эҙләнеү эштәре генә алып бармай, шулай уҡ һәләк булғандарҙың туғандарын эҙләп таба, уларҙы осрашыуға саҡыра, ҡаршы ала һәм оҙата. 2012 йылдың июлендә Тербун районында Миәкә районынан делегация - һуғышта батырҙарса һәләк булған майор Гәрәй Абдулла улы Нафиҡовтың яҡташтары булып китә. Миәкәлеләр концерт программаһы менән сығыш яһай, урындағы музейҙа була һәм осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡала. Бер йылдан яуап итеп Тербун районынан делегация Ҡырғыҙ-Миәкәгә Һабантуйға килә.
Замир Мөхтәр улы билдәләүенсә, сайтҡа инеүселәрҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән таныштырыу буйынса Интернетта эшләү бушҡа уҙмай. Ҡыҙыҡһыныусылар бик күп була. 2016 йылда Мәскәүҙән яҡташыбыҙ Гөлсинә Батыршина етәкселегендә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге лә килә. Улар Еңеү көнөнә бағышланған митингта ҡатнаша, һәйкәлгә веноктар һала, Ҡөрьәндән аяттар уҡый. Шул уҡ йылда яңы табылған исемдәрҙе лә индереп, Тербун ауылындағы һәйкәлде тулыһынса яңыртырға ҡарар ителә.
Замир Мөхтәр улы яҙыуынса, Республика «Хәтер китабының» электрон варианты мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора. Һөҙөмтәлә, 112-се кавалерия дивизияһынан 276 һалдат исеме туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштерелә. Һәләк булғандарҙың һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, госпиталдәрҙә вафат булғандарҙың фамилия - исемлеге Тербун районы хакимиәтенең сайтында урынлаштырылған:
http://terbuny.images/stories/dokuments/raznoe/112 spisokpogibshih.pdf. Ул билдәләүенсә, архив хеҙмәткәрҙәре тарафынан мәғлүмәттәрҙе күсереп яҙғанда һалдаттарҙың исем-фамилияларында етди хаталар ебәрелгән. Шул сәбәпле, мәғлүмәттә бер төрлө фамилия яҙылған, ә Хәтер китабында - икенсе. Төрки исемдәр төркөмө архивтар һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә таныш булмау сәбәпле: Ҡунаҡҡужин - Тунаҡҡужин, Заһиҙуллин - Засидуллин кеүек орфографик хаталар ҙа ебәрелгән. Булдыра алғанса ул архив хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итә, әммә барлыҡ документтарҙа ла төҙәтмәләр индереү, уның һүҙҙәре буйынса, мөмкин түгел. Шуға күрә, үҙҙәренең туғандарын, олатайҙарын эҙләүселәр өсөн Тербун районы хакимиәте сайтына Замир Мөхтәр улы индергән исемлек ҙур ярҙам буласаҡ.
Даими эҙләнеүҙәр, кешеләр менән аралашыу, ундағы ваҡиға шаһиттары менән әңгәмәләшеү эҙһеҙ үтмәй. Һөҙөмтәлә, алыҫ ерҙә геройҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре уның ярҙамы менән туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштерелгән, исемлеккә индерелгән.
2018 йылдың 22 июнендә Озерки ауылында 2018 йылда табылған 26 һалдаттың һөйәктәре ҡабат ерләнгән. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтар ҙа әлеге ваҡиғала ҡатнаша. Бөгөнгө көндә Замир Мөхтәр улы республикабыҙҙың төрлө райондарынан атайҙарының һәм олатайҙарының, яҡташтарыбыҙҙың һуңғы төйәген табыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре яҙылған бик күп хат ала. Мәләүез районында тыуып үҫкән, 313-сө полкта хеҙмәт иткән һәм 1942 йылдың 22 июлендә һәләк булған Ғимран Яҡуповтың ейәне Айгөл Үзбәкова бына нимә яҙа.
«Ҡәҙерле Замир Мөхтәр улы, Һеҙгә ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Минең өләсәйем Хәйриә Кинйәбулат ҡыҙы Яҡупова оҙон ғүмер кисерҙе - 100 йәшкә тиклем йәшәне. Ул һәр ваҡыт: «Мин йөҙ йәшкә етә яҙҙым, ә минең ғәзиз ирем 29 йәшендә генә һәләк булды, олатайың менән бергә 50шәр йыл ғына йәшәһәк тә риза булыр инем», тип әйтә торғайны. Июндә атайымдың юбилейы - уға 80 йәш тула, миндә хәҙер уның атаһы тураһында документтар бар, күрһәтеп һөйләйәсәкмен, ул бик шатланыр инде. Шулай уҡ ҙур хәстәрлек күргән улығыҙ Ренатҡа ла ҙур рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек теләйем».
Бына Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзитендә 2019 йылдың 11 ғинуарында сыҡҡан мәҡәлә. Бында Сәғиҙә Рахманғолова олатаһының ҡәберен табырға ярҙам иткәне өсөн Замир Вахитовҡа ихлас рәхмәттәрен еткерә. «Харис Ғималетдин улы 1942 йылда фронтҡа алына һәм 112-се дивизия составына эләгә. Фронттан уның «хәбәрһеҙ юғалды» тигән «ҡара ҡағыҙы» ғына килә. Ул үҙе һуғышҡа киткәс тыуған улы хаҡында белмәй ҙә ҡала. Атаһының төҫө булып, улы Әнүәр тыуа. Ғаилә башлығының булмауы, илдәге ауыр тормош был ғаиләгә лә ҙур һынауҙар ҡуя, әлбиттә. Әсәйҙәре ҡаты ауырып китә. Атаһының төҫөн дә күрмәгән Әнүәр әсәйҙән дә бик иртә етем ҡала. Туғандарының ҡарамағында үҙенең сослоғо, әрһеҙлеге арҡаһында ауырлыҡтарға бирешмәй, үҫеп буй еткерә ул. Бик матур донъя көтә, яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ярһып сапҡан ат нисек барып тәгәрәһә, ул да шуның һымаҡ ҡапыл, эшләп йөрөгән ерендә ныҡ ҡына ауырып китеп, вафат булып ҡуйҙы. Шуныһы ҡыҙғаныс, атаһының ҡәбере табылыуын белмәй ҡалды. Юғиһә, ул мотлаҡ барып, уның алдында баш эйер ине. «Һаҡмар» гәзитендә өҫтә әйтеп киткән мәҡәлә донъя күргәндән һуң беҙ Замир Вахитов менән бәйләнешкә индек. Беҙгә ул Харис Мәжитовтың ниндәй сәбәптәр арҡаһында үлеп ҡалыуы, ҡайҙа ерләнеүе тураһында мәғлүмәт ебәрҙе. «Хәбәрһеҙ юғалғандар» исемлегендә булған Харис Мәжитовтың даны тиҫтә йылдарҙан һуң тыуған яҡтарға ҡайтты. Замир Вахитов яҙған хаттан өҙөк: «Һеҙҙең олатайығыҙ Мәжитов Харис Ғималитдин улы 275-се полкта хеҙмәт иткән. Полк командиры – Күсимов Таһир Таип улы. Дивизия 10 июль төнөндә Лобановка ауылын алырға, тигән етди бойороҡ ала. 294-се полк уны-быны уйламайынса, Лобановка ауылына барып инә һәм ҡамауҙа ҡала. Улар миномет утына эләгә. Шунда байтаҡ һалдаттар һәләк була. Табылғандарының кәүҙәләрен ерләйҙәр, табылмағандарын «хәбәрһеҙ юғалды»лар исемлегенә индерәләр. Һәләк булған һалдаттарҙың исемлектәре тергеҙелде, исем-шәрифтәре улар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплексҡа уйып яҙылды.
Шулай итеп үҙе һуғышҡа киткәндә тыумай ҡалған балаһы хаҡында бер нәмә лә белмәйенсә, сит-яҡтарҙың тупрағын үҙенә мәңгелек төйәк иткән Харис Ғималитдин улы тураһындағы хәбәр туғандарының хәтер-иҫтәлектәрен ҡуҙғатып, ҡайғыларҙы яңыртып ебәрһә, Әнүәр Харис улының атаһы хаҡындағы хәбәрҙе ишетмәйенсә яҡты донъянан иртә китеүе үкенесле».
Ә быныһы Мәскәү ҡалаһынан килгән бик эстәлекле хат.«Замир, ышанаһығыҙмы, мин илайым. Олатайым бик йәшләй генә һуғышҡа алына, ә өләсәйем ғүмер буйы уны көттө. Уның тураһында мәғлүмәт өсөн мин бик шатмын. Хоҙай Һеҙгә һаулыҡ бирһен, минең кеүектәр өсөн Һеҙ бик кәрәк. Элегерәк мин был турала бик уйламағанмын, ә Һеҙҙең мәҡәләләрҙән һуң миндә ниндәйҙер тойғолар уянды, барыһына ла шылтырата башланым һәм олатайымдың бер туған ағаһы менән Сталинград өсөн алышта булыуы асыҡланды. Ағаһы иҫән ҡайтҡан, ә олатайым хәбәрһеҙ юғалған. Өс көндән һуң алыштар тамамланғас отрядтың йыйылыуы, ә олатайымдың табылмауы тураһында ағаһы һөйләгәйне. Әлфиә Килдейәрова».
Ошо көндәрҙә Замир Мөхтәр улы рәхмәт һүҙҙәре менән бергә 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөҙләгән хат ала. Беҙ уның алыҫ Липецк ерендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса арымай-талмай эшләүенә һоҡланабыҙ. Китапта ул былай тип яҙа: «Тербун ерендә беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ хаҡына баштарын һалған һалдаттар алдында мәңге бурыслы һәм уларҙың изге исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейеш». Легендар кавалерия дивизияһы исемлеген тергеҙеү буйынса уның хыялы тормошҡа ашты. Юбилярға сәләмәтлек һәм ошо изге эштә уға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото ғаилә альбомынан.