Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
28 Декабрь 2018, 18:27

«Яратҡан шөғөлөмдән ҙур ҡәнәғәтлек алам»,

Уның матур, сағыу һәм ҡупшы ҡурсаҡтарын күреү менән үҙеңде әкиәт илендә кеүек хис итәһең. Мөйөштә йомшаҡ уйынсыҡтар - ҡуян, айыу балалары, маймыл, юлбарыҫ, эт, тәлмәрйен һәм башҡа персонаждар теҙелеп тора. Ошо иҫ киткес «оҫтахана» хужабикәһе - Стәрлебаш ауылынан Әлфиә Ильясова (һүрәттә). Гәзит уҡыусыларҙы уның яратҡан шөғөлө менән таныштырырға теләйбеҙ.

Әлфиә Тимерхан ҡыҙы барыһына ла табип-педиатр, спортсы, үҙешмәкәр сәнғәттең әүҙем ҡатнашыусыһы булараҡ билдәле. Оҙаҡ йылдар дауамында ул район дауаханаһында балалар табибы булып эшләне. Тормош иптәше Илшат Таһир улы һәм улдары менән йыш спорт сараларында ҡатнашты. Хәҙер Әлфиә Тимерхан ҡыҙы хаҡлы ялда. Буш ваҡытын ул тулыһынса яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Был эш менән ул бер нисә йыл элек, ҡулына йомшаҡ уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫта ҡуллы яҡташыбыҙ Ләлә Ғиззәтуллинаның китабы килеп эләккәс мауыға башлай.

- Әлбиттә, мин элек тә бәйләй, тегә торғайным, әммә унан мин бер ниндәй ҡәнәғәтлек алмай инем, - ти әңгәмәсем. - Ә ҡурсаҡтар миндә фантазия, ижад уята. Уларҙы эшләгәндә мин ниндәйҙер көс-ҡеүәт алған кеүекмен. Тәүҙә кәрәкле материалды оҙаҡ таба алманым. Күҙемә осраҡлы ғына Ольга Грузинцеваның «Амигуруми - бәйләнгән уйынсыҡтар» китабы салынды. Уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым һәм бер айҙа 30 уйынсыҡ бәйләнем. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙе бер коллекция булды.

Амигуруми - бәләкәй генә хайуандарҙы һәм кешеләргә оҡшаш заттарҙы энә йәки ырғаҡ менән бәйләү сәнғәте ул. Был йыш ҡына матур хайуандар (айыу, ҡуян, бесәй, эт һәм башҡалар). Уйынсыҡтарҙы Әлфиә бәйләй, улар өсөн сағыу туҡыма киҫәктәренән нимәлер тегә. Артабан һәр береһен кейендерә: улар өсөн кейем, башлыҡ һәм яулыҡтар тегә йәки бәйләй, төрлө төҫлө матур төймәләр менән биҙәй. Бер ваҡыт ул магазинда йомшаҡ битле ҡурсаҡ күреп ҡала. Шундай уҡ уйынсыҡ эшләү теләге менән яна башлай. Тырыша... һәм килеп сыға! Һәр ҡурсаҡты ул фантазия менән, матурлыҡты үҙенсә аңлап, күңел йылыһын һалып эшләй. Бәлки шуғалыр ҙа уның ҡурсаҡтары матур, һоҡланғыс килеп сыға. Уларҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, оҙаҡ ебәрге килмәй. Уйынсыҡтарҙан йылылыҡ һәм үҙенсәлекле энергия бөркөлә. Бер нисә йыл эсендә Әлфиә йөҙләгән ошондай ҡурсаҡ һәм уйынсыҡ бәйләй. Уларҙың күптәрен туғандарына, таныштарына бүләк итә. Заказдар ҙа була. Шулай итеп, китапхана һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре үтенесе буйынса ул билдәле тематикаға бер нисә ҡурсаҡ эшләй.

- Минең хеҙмәтем кемгәлер шатлыҡ килтерһә, бик шатланам, әлбиттә, - ти ул.

Бер ваҡыт, Интернетта ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләгәндә кейеҙҙән эшләнгән уйынсыҡтар фотоһын күреп ҡала. Шулай итеп уның кейеҙ әйберҙәргә лә ҡыҙыҡһыныуы арта. Кейеҙҙән тапочки баҫып ҡарай, бик һәйбәт килеп сыға. Йөндө ул магазиндан һатып ала. Был шөғөл, уның фекере буйынса - буш ваҡытты файҙалы үткәреү. Шулай уҡ хәҙер кейеҙҙең популярлығы арта бара һәм иғтибар талап итә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек һарыҡ йөнө бик ҡиммәтле һаналһа ла, хәҙер уның ҡәҙере юҡ һәм ул хаҡһыҙ рәүештә онотолоп бара. Ә йөн әйберҙәр матур ғына түгел, ә дауалай ҙа.

Хәҙер Әлфиә Тимерхан ҡыҙының гардеробында кейеҙҙән эшләнгән берет, бейәләй, төрлө төҫлө матур тапочкалар бихисап. Уның ҡайһы бер изделиелары йыш ҡына халыҡ оҫталары күргәҙмәһенә ҡуйыла. Кейеҙ әйберҙәрҙең дауалау файҙаһын белгәндәр уға йыш ҡына тапочкиға заказ бирә.

Әңгәмәбеҙҙе телефон шылтырауы бүлде. Һөйләшкәндә уға кемдер рәхмәт белдереп, ошо көндәрҙә килергә вәғәҙә итте.

- Заказ бирҙеләрме? - тип һорайым унан.

- Был юлы юҡ. Ҡурсаҡтар, кейеҙ - был минең хобби. Әммә мин күңелем менән барыбер табип. Кешеләргә бер нисек тә ярҙамдан баш тарта алмайым. Подымалово ауылында эшләгән ваҡытта «дөйөм табиплыҡ практикаһы» буйынса икенсе һөнәргә эйә булдым. 2008 йылда махсус курстарҙа уҡып, «Мануаль терапевт» белгеслеге алдым. Әйткәндәй, был миңә күптәрҙе дауаларға ярҙам итте, минең бер нисә сеансымдан һуң ҡатын-ҡыҙҙар әсә булыу бәхетенә иреште. Бына әле генә уларҙың сабыйҙары тыуыуы тураһында шатлыҡлы хәбәрҙәре менән уртаҡлашып, рәхмәт белдерҙеләр һәм уларҙың танышы миңә килеп, күренергә теләй.

- Мин Һеҙҙең һөлөк менән дауалауығыҙҙы ишеткәйнем.

- Эйе, был дауалау ысулы тураһында Гиппократ та яҙған һәм ул әле лә популярлығын юғалтмаған. Әйткәндәй, кешеләргә бик ярҙам итә. Миңә яҡындарым, таныштарым мөрәжәғәт итһә баш тартмайым. Ҡайһы саҡ балалары менән киләләр, сабыйҙары уйынсыҡ менән уйнағансы мин уларҙы дауалайым.

Әлфиә Тимерхан ҡыҙы тағы ла шиғырҙар яҙа, уҡырға ярата. Ул бер нисә гәзит-журнал алдыра, шул иҫәптән «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитен дә. Уҙған йылда ул район һәм «Өмет» гәзиттәренә яҙылып, планшет отҡайны.

Мәҡәлә геройыбыҙҙың иҫ киткес, ижади идеялары бихисап. Яңы йылда һәм киләсәктә лә уларҙың барыһының да тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: