Һөнәри бурыстарына ярашлы, улар райондың ауыл биләмәләрендә йәшәгән юридик һәм физик шәхестәр булған бурыслыларҙың документтарын үтәй. Йәш белгестәрҙең бурыстары күп - бурыслыларҙы эҙләү, уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында тикшереү материалдарын йыйыу һәм тәүтикшереүсегә тапшырыу, милеккә арест һалыу, штрафтарҙы түләтеү.
- Беҙҙең эш еңел түгел, - ти бүлек начальнигы Урал Әминов. - Шуныһы һөйөнөслө, хеҙмәткәрҙәр, йәш булыуға ҡарамаҫтан, белемле, аралашыусан һәм ярайһы уҡ тәжрибәле. Коллективҡа бик тиҙ өйрәнделәр, иптәштәренән тәжрибә алдылар. Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм яуаплылыҡ - бына уларҙың иң мөһим сифаттары, шуның арҡаһында Шәүҡәт һәм Аяз хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында хөрмәт яулап өлгөргән, - ти Урал Миңлехажи улы.
Ҡайһы саҡ стресс йәки агрессив хәлдә булған кешеләр менән аралашырға тура килә, шуның менән дә эш ауырая, тиҙәр приставтар үҙҙәре һөнәрҙәре тураһында.
- Беҙ һәр кемдең хәленә объектив ҡарарға, бурыслылар менән итәғәтле һөйләшергә һәм уртаҡ тел табырға тырышабыҙ. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы саҡ был еңел түгел, - ти егеттәр. Шәүҡәт һәм Аяз һайлаған һөнәрҙәрендә яңылышманыҡ, тиҙәр һәм, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, суд приставтары булып эшләү уларға оҡшай.
Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.