Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
15 Октябрь 2018, 12:26

Оҫталығы өсөн хөрмәт итәләр

Иретеп йәбештереүсе һәр производствола ла кәрәк. Унһыҙ бер тармаҡта ла эшләп булмай, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла. Әммә был еңел булмаған һөнәрҙе бик һирәктәр һайлай. Көслө һәм ныҡышмалы кешеләр генә ут менән эш итә ала. Илдар Ишморатов (һүрәттә) тап шундай сифаттарға эйә. Уның Ленин исемендәге хужалыҡта хеҙмәт стажы яҡынса өс тиҫтә йыл, шуларҙың 20һе - иретеп йәбештереүсе булып эшләй.

Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1981 йылда, Илдар комбайнсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Артабан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Салауат автомобилдәр мәктәбендә водителгә уҡый. Ике йыл Польшала хеҙмәт итеп, туған хужалығына ҡайта. Йәш һәм дәртле егет шул ваҡытта һорау менән файҙаланған электрогазосварщик һөнәренә уҡырға ҡарар итә. Һәм 1987 йылдан алып ул - техника ремонтлау мәлендә алыштырғыһыҙ оҫта. Баҫыу эштәре ваҡытында ла эш етерлек. МТЗ-80 тракторына тағылған иретеп йәбештереү агрегаты менән Илшат Тимерхан улы баҫыуға сыға.

- Эш күңелгә ятһа, барыһы ла еңел һәм ябай эшләнә. Беҙҙең хужалыҡ тотороҡло. Хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләйҙәр. Йәшәргә һәм шатланырға ғына кәрәк, - ти Илшат Тимерхан улы.

Тормош иптәше Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы менән улар ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәндәре Илвир - нефтсе, Себерҙә эшләй. Кеселәре Инсаф - төҙөүсе. Ишморатовтарҙың хужалығы ҙур һәм ныҡлы. Оҫталығы, ярҙамсыллығы һәм эшһөйәрлеге арҡаһында Илдар Тимерхан улын хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: