Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
28 Сентябрь 2018, 11:56

Шатлыҡ һәм күңел йылыһы өләшә

Яңы Ҡалҡаш ауылынан Мәрзиә Нәзированың (һүрәттә) хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу, шуның 28 йылын ул хат ташыусы булып эшләй. Ул - яуаплы хеҙмәткәр һәм ярҙамсыл кеше, тиҙәр уның тураһында ауылдаштары.

Ауылдарҙа заманса хат ташыусылар - гәзит-журналдар һәм хаттар килтергән ябай кешеләр түгел. Ауыл халҡы ныҡ кәмене, тиңдәшле рәүештә, яҙҙыртҡан гәзит һәм журналдар күләме лә шулай уҡ аҙайҙы, әммә... газ һәм электр энергияһына түләү ҡағыҙҙары, заказлы хаттар һәм башҡа белдереү ҡағыҙҙары өҫтәлде. Хат ташыусылар заказ буйынса кәрәкле тауарҙар ҙа килтерә, ә ҡайһы саҡ хатта оло йәштәге кешеләрҙе хеҙмәтләндереп, социаль хеҙмәткәрҙәр ролен дә үтәй. Хат ташыусы яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең өйөн үтеп китмәй, әгәр һораһалар хат та яҙып ебәрә, кәрәккән ергә аҡса ла күсерә. Почта бүлексәләренә килгән гәзит-журналдарҙы хат ташыусылар ҡабул итеп, уларҙы таратырға әҙерләй.

Мәрзиә Хөснулла ҡыҙын беҙ ошо эш өҫтөндә фотоға төшөрөп алдыҡ. Күҙен дә алмайынса, ул етеҙ хәрәкәттәр менән корреспонденцияны айыра ине.

- Беҙҙең эштә иң мөһиме - иплелек һәм түҙемлелек, - ти ул. - Мин Яңы Ҡалҡаш һәм Байым ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәм. Ауыр булһа ла, эшем оҡшай. Тәү сиратта, ул кешеләр менән бәйле. Был һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, икенсенән, моңһоуланырға урын юҡ. Абоненттарға гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы таратыр алдынан, беҙ уларҙы тәүҙә айырырға тейешбеҙ.

Хат ташыусылар бөгөн бик һирәк. Һәм был ғәжәйеп түгел: хеҙмәт хаҡы күп түгел, ә яуаплылыҡ ҙур. Яңы Ҡалҡаш ауылынан хат ташыусы көн аралаш Иҫке Ҡалҡаш почта бүлексәһенә бара. Йәйен ғәҙәттә велосипедта, ҡышын осраҡлы машиналарҙа. Ошо уҡ көндө корреспонденцияны алып, тәүҙә Байым ауылына, артабан Яңы Ҡалҡаш ауылы халҡына тарата. Сөнки баҫмалар хужаларына ваҡытында барып етергә тейеш.

- Элегерәк, халыҡ гәзит-журналдарҙы күп алдырһа ла, эшләүе еңел ине, хәҙер яҙылыусылар бик күп түгел, әммә билдәле ауырлыҡтар бар. Әүҙем яҙылыусыларҙан Раян Ҡорбанов, Рәмил Шәйәхмәтов (Байымдан), Шәүрә Күсәрбаева, Фәрхәнә Чуракова, Миниса Ҡарамышева, Миһран Ғәлиев, Бибисара Күсәрбаева, Петр Нуктулов (Яңы Ҡалҡаштан), шулай уҡ фермерҙар һәм уҡытыусыларҙы әйтер инем. Йыш ҡына минән һуңғы яңылыҡтарҙы, кәңәштәр һорайҙар. Ниндәй гәзитте уҡырға һәм ҡайһыһына яҙылырға тәҡдим итәм. Кешеләрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Ул һис шикһеҙ үҙеңә әйләнеп ҡайта: һин башҡаларға изгелекле булһаң, үҙеңдең дә барыһы ла яҡшы була, - тип йылмая хат ташыусы.

Ә йылмайыу артында шәхси проблемалар һәм борсолоуҙар йәшеренгән. Мәрзиә Хөснулла ҡыҙы яңғыҙ йәшәй. Тормош иптәше Зөфәр бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Улар атай йортона йыш ҡайтып, әсәләренә ярҙамлашалар.

- Мәрзиә Хөснулла ҡыҙы - егәрле, иғтибарлы кеше, намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр. Төрлө ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға ҡарамаҫтан, һауа торошоноң ниндәй булыуына - эҫегә, ҡойма ямғырға, сатлама һыуыҡҡа иғтибар итмәйенсә, тиҫтәнән ашыу километр үтеп, гәзит-журналдарҙы ваҡытында илтеп бирә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел - икенсе ярты йыллыҡта 71 район гәзите һәм 100гә яҡын республика һәм үҙәк баҫмалары алдырабыҙ, - ти Нәзирова тураһында Иҫке Ҡалҡаш почта бүлексәһе начальнигы Нурия Хәсәнова.

Нисек кенә ауыр булмаһын, мәҡәлә геройыбыҙға эше оҡшай. Шуға күрә лә, хаҡлы ялда булһа ла ул эшләүен дауам итә. Яңы баҫмалар менән бергә ул кешеләргә шатлыҡ һәм күңел йылыһы өләшә.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: