Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы - Ғафури районынан. «Мин билдәле Еҙем-Ҡаран мәктәбен тамамланым, был Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы» - ти ул. Уның ошо һүҙҙәренән үк уның әҙәбиәтте һәм туған телде математиканан кәм яратмауы аңлашылып тора. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң, 1986 йылда Г.Ишбулдина яҙмышын ошо мәлгә Нефть институтын тамамлаған Стәрлебаш ауылы егете Зөфәр менән бәйләй. Йәштәр Стәрлебашҡа күсенә. Был август айы булғанлыҡтан мәктәптәрҙә уҡытыусылар комплектлау тамамланған була, шуға ла Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы бер йыл балалар баҡсаһында эшләй. Һуңынан, декрет ялынан һуң, беренсе мәктәпкә физика һәм математика уҡытыусыһы булып килә. Шул саҡтан 32 йыл үткән. Ошо ваҡыт эсендә ул бөтә күңеле менән Стәрлебашты яратып, бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышып, дуҫланып өлгөрә. Уға туған тел һәм Башҡортостан мәҙәниәте фәндәренән уҡытырға тура килә. Бының нисек килеп сыҡҡанын Г.Ишбулдина йылмайып хәтерләй: «Шул ваҡытта уҡытыусылар бүлмәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңлегөл Әхмәт ҡыҙы минең «парталаш иптәшем» ине. Уларҙың нимә өйрәнеүе миңә һәр ваҡыт ҡыҙыҡ ине, хатта уның дәресенең һәр темаһын белә торғайным. Минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, «Башҡортостан мәҙәниәте» дәресен алырға кәңәш иттеләр, һуңынан, курстарҙа уҡып, мин ниндәйҙер ваҡыт башҡорт дәүләт теленән дә уҡыттым. Был фәндәр күңел өсөн ине». Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы бик күп республика гәзит-журналдарын алдыра. Әхлаҡ темаһына, төрлө тормош хәлдәре тураһында мәҡәләләрҙе эшендә лә, юғарыла атап үтелгән гуманитар дәрестәрҙә һәм класс сәғәттәрендә лә оҫта файҙалана. Ул уҡытыусы ғына түгел, һәйбәт тәрбиәсе лә. Тормош иптәше Зөфәр Фәйзулла улы менән өс ҡыҙ үҫтереп, һәйбәт тәрбиә биргәнгә күрә лә, Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы уҡыусыларына ла һәр ваҡыт талапсаныраҡ ҡарайҙыр, моғайын. Уларҙың бөхтә, тыйнаҡ, итәғәтле булыуҙарын ҡайғырта. «Миңә һәр ваҡыт өләсәйем: «Тәүфиҡлы булһаң - бәхетле булырһың», ти торғайны, ә мин ошо ябай хәҡиҡәтте һәр ваҡыт ҡыҙҙарыма ҡабатлай торғайным, ә хәҙер уҡыусыларыма әйтәм», - ти ул.
Үҙенең фәне тураһында һөйләп, Г.Ишбулдина: «Математика - бик ҡыҙыҡлы фән. Иң мөһиме, уҡыусыны бәләкәй кластарҙа уҡ ҡыҙыҡһындырырға», ти.
Гүзәл Рафиҡ ҡыҙының яҙыуы бик матур. Уның ҡулдары менән шул тиклем күп аттестат тултырылған. Һанап бөткөһөҙ! Яҙыу - кешенең холҡоноң сағылышы ул, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ғәҙел, һиҙгер, тәртипле - уға ысын педагогҡа хас барыһы ла: талант, аҡыл һәм сибәрлеге бар. Тормошомда һәйбәт кешеләр күп осраны, тип иҫәпләй Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы. Иренең туғандары менән еңел һәм бик тиҙ уртаҡ тел таба, хеҙмәттәштәре уға кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, уҡыусылары, һәм, әлбиттә, уларҙың ата-әсәләре һәр саҡ ихтирамлы һәм рәхмәтле. Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы уларҙың барыһы менән дә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә, беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ быға сикһеҙ шат.