Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
22 Август 2018, 11:52

Балалар менән эшләү - ҙур кинәнес, тип иҫәпләй Әлфиә Шәрипова

Бала саҡта ул педиатр булып, балаларҙы дауаларға хыяллана. Һуңынан педагогик юғары уҡыу йортон һайлай һәм 30 йылдан ашыу уларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтә. Хыялланғанса, балалар менән эшләй һәм уларға аң-белем тарата.Һүҙ Йәлембәт урта мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Әлфиә Шәрипова тураһында бара.

Башҡаса булыуы ла мөмкин булмайҙыр, моғайын, сөнки Әлфиә кескәй сағынан йырларға, бейергә һәм китап уҡырға ярата. Миәкә районында урынлашҡан тыуған Богдан ауылдарында бай китап фонды була. Шулай уҡ урындағы китапханасы, үҙ эше менән мауығып, төрлө конкурстар уҙғара. Әлфиә уларҙа йыш еңеүсе була, шулай уҡ күп тапҡыр иң күп китап уҡыусы исеменә лайыҡ була.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, алты балала ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ Сәфәр ауылында ике йыл художество етәксеһе булып эшләй.

- Эш миңә оҡшай ине. Әммә бер ваҡыт, гәзиттә Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡыусылар йыйыу тураһында иғлан күреп, уҡырға һәм балаларҙы уҡытырға теләүемде аңланым. Өҫтәүенә, ике апайым шул ваҡытта педагог һөнәрен һайлаған ине, - ти ул.

Уҡыуы бик ҡыҙыҡлы була, сөнки уларҙы юғары категориялы үҙ эшенең оҫталары уҡыта, уларға белем биргән профессорҙар составы бик көслө була. Әлфиә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында яратҡан һөнәр үҙләштереүҙән тыш, ошонда тормош иптәшен дә осрата. Дүртенсе курста танышып, ике йылдан Йәлембәт ауылы егете Наил Шәрипов менән яҙмыштарын бәйләп, улар бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Улар бер-береһенә тоғро иптәш, фекерҙәш, коллегалар. Сөнки Наил Ҡасим улы ла Стәрлетамаҡ педагогия институтының элекке студенты, әле - Йәлембәт урта мәктәбе директоры.

- Балалар менән эшләү - ҙур кинәнес, - тип иҫәпләй Әлфиә Өмәтҡол ҡыҙы. - Сөнки беҙҙең ауыл балалары - эшһөйәр, аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан, ихтирамлы. Мәктәптә һәйбәт уҡыйҙар, өйҙә ярҙамлашалар, шиғырҙар яҙалар, йырлайҙар, бейейҙәр.

Артабан ул район һәм республика фән олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа еңеүсе һәм призер булған уҡыусыларының оҙон исемлеген уҡып ишеттерҙе. Уларҙы һанап сығыу ғына ике бит урын биләр ине. Уларға үрнәк алырлыҡ кешеләр бар. Сөнки мәктәп коллективы, шул иҫәптән Әлфиә Өмәтҡол ҡыҙы ла, абруйлы «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүсеһе - «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле составына инә. Шулай уҡ беҙҙең мәҡәлә геройы - байтаҡ республика, район, фәнни-практик конференцияларҙа һәм ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнаша. 9 класс уҡыусыларының иң яратҡан класс етәксеһе. Ул изге күңелле, һәр баланы тыңлай белгән һәм бәхәсле мәсьәләләрҙе ғәҙел хәл иткән, уҡыусыларының тормошо менән даими ҡыҙыҡһынған һәм мауыҡҡан, һәр баланың шәхесен асыу өсөн шарттар булдырған, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған уҡытыусы.

- Ваҡыттың бик тиҙ үтеүе генә йәл. Йылдар артынан йылдар үтеүен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, әммә улар шул тиклем матур ваҡиғаларға бай, - ти ул.

Был уҡытыусының үҙ фәне менән ихлас мауығыуы, балаларға, томошҡа ҡарата һөйөүе тураһында һөйләй. Шулай уҡ Әлфиә Өмәтҡол ҡыҙы төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә ярата. Улар Шәриповтарҙың йортон һәм баҡсаһын биҙәй.

Балалар - тормош сәскәләре, тибеҙ. Йәлембәт мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Шәрипова 30 йылдан ашыу уларҙы наҙлап, хәстәрләп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Һәм ошоноң менән бәхетле.

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: