Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
12 Март 2018, 11:42

«Коллективым - минең терәгем»

Альбина Макашеа (һүрәттә) коррекция мәктәп-интернатында ун йылдан ашыу эшләй. Бында тәрбиәсе булып килә. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлағас, һуңғы ете йылда Альбина Рим ҡыҙы тәрбиәләнеүселәргә телмәрҙәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итеп, уҡытыусы-логопед булып эшләй.

- Бында әсәйем Фәнизә Рәшит ҡыҙы байтаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләне. Мин һәр ваҡыт әсәйемдең балаларға ҡарата мөнәсәбәтен, уларҙы хәстәрләүен һәм яратыуын күрә инем. Уға ҡарап, ошо һөнәрҙе һайлағанымдыр, бәлки. Уға бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.

Коллективта Альбина Макашеваны барыһы ла хөрмәт итә. Уны һөнәри оҫталығы, эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы өсөн яраталар.

- Уға ниндәй ҙә үтенес менән мөрәжәғәт итһәң, бер ваҡытта ла «юҡ» тип әйтмәй, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, - ти уның тураһында уҡытыу эше буйынса директоры урынбаҫары Дилфүзә Ғәйнуллина. - Альбина Рим ҡыҙы - яҡшы белгес. Ул үҙ-үҙен камиллаштырыу һәм квалификацияһын арттырыу өҫтөндә күп эшләй. Әлеге мәлдә юғары квалификация категорияһына аттестация үтә. Ул уны уңышлы үтер тип ышанам. Асыҡ күңелле, аралашыусан, ижади шәхес.

Әйткәндәй, күптән түгел үҙенең ижади һәләттәрен ул район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2018» һөнәри оҫталыҡ конкурсында күрһәтте.

- Конкурсҡа әҙерләнгәндә миңә тотош татыу коллективыбыҙ ярҙам итте, мин уларҙы ныҡ яратам. Хеҙмәттәштәрем һәр ваҡыт һәм һәр йәһәттән миңә ярҙам итә, улар менән эшләүе еңел һәм рәхәт. Командабыҙҙың ярҙамы менән сәхнәлә ышаныслы сығыш яһаным һәм барлыҡ заданиеларҙы үтәнем, - ти беренсе урын яулаған ханым. - Репетицияларҙа шөғөлләнгән саҡта ейәндәре менән ултырғаны өсөн әсәйемә рәхмәт.

Альбина Макашева тормош иптәше Радмир Рәфис улы менән өс бала үҫтерәләр. Өлкән улдары Данир 6 класта уҡый, бик етди үҫмер. Техника һәм машинаға бәйле барлыҡ нимә менән ҡыҙыҡһына. Радмила - беренсе класта уҡый. Кескәй улдары Рәдискә - өс йәш. Өс йыл элек Макашевтар ғаиләһе яңы, иркен йорттарына күсеп, уңайлылыҡ һәм матурлыҡ булдыра, ғаиләлә һәр кем наҙ һәм һөйөүгә сорналған.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: