Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
2 Февраль 2018, 11:16

Уның сере ябай - яҡшы кәйеф менән бешерергә

«Һәйбәт ашнаҡсы - табипҡа тиң», тиҙәр халыҡ араһында. Ысынлап та, ашнаҡсыға, табип кеүек үк, битараф булырға ярамай. Сөнки кешенең сәләмәтлеге һәм кәйефе уның нимә бешереүенә бәйле. Ашарға бешерә белгән ниндәй ҙә кеше ашнаҡсы була ала, кеүек, әммә был һөнәргә мөккибән бирелеп эшләгәндәр генә эш һөҙөмтәһен сәнғәткә әүелдерә.

Әмир балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Әнисә Фәсхетдинованы (һүрәттә) аш бүлмәһе тылсымсыһы тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин. Ул тормошон төрлө аш-һыуһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Балалар баҡсаһында Әнисә Абдулла ҡыҙы 1996 йылдан алып, ә быға тиклем Әмир мәктәбе интернатында эшләй.

- Баланың сәләмәтлеге - тәү сиратта, нисек туҡланыуға бәйле. Бында балалар баҡсаһының роле бик ҙур, - ти Әнисә Абдулла ҡыҙы. - Балалар һәйбәт ашай. Айырыуса, ҡоймаҡ һәм ҡамыр аштарын яраталар. Ә уның сере ябай - һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә бешерергә, сөнки ашнаҡсының кәйефе аштың тәменә йоғонто яһай. Дөйөм алғанда, балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе яҡшыны ямандан, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтергә тырыша. Кескәйҙәрҙең бешергән ашты рәхәтләнеп ашауҙарын күреү - минең өсөн ҙур бәхет.

Бер нисә быуын кескәйҙәр уның бешергән бутҡаһын ашап үҫә. Ул ябай аҙыҡ-түлектән дә ысын шедевр әҙерләй белә. Һәм балалар уның бешергән тәмле-тәмле аштарын ғүмер буйына иҫләрҙәр әле.

Улар тормош иптәше Фәрғәт менән өс бала тәрбиәләй. Хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләләре бар. Фәрғәт Фәррәх улы ғүмер буйына физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән, уның тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарҙа почетлы урындар яулай. Уртансы улдары Арсель - йүгереү буйынса Рәсәй спорт мастеры.

«Мин һөнәремде бик яратам. Һәр иртән тәмле һәм файҙалы аш-һыу әҙерләү өсөн яратҡан эшеңә, кескәйҙәр янына ашығыу - иң ҙур бәхеттер, моғайын», - ти Әнисә Абдулла ҡыҙы.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Фото В.ХӘЙБУЛЛИНА тарафынан бирелде.
Читайте нас: