Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
17 Ғинуар 2018, 11:03

Булмышы менән уҡытыусы

Уҡытыусылар тураһында яҙыу - үҙе бер кинәнес, сөнки улар - талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм шәхес һәм изге йән. Уҡытыусы - ул белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе ул. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Первомайский урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Гөлнара Урал ҡыҙы Абсатарова ла уҡыусылары тураһында шундай илһамланып һөйләй, хатта уның йөҙөнән нур бөркөлә, ә һүҙҙәрендә уларға ҡарата ихлас һөйөү сағыла. Ысын уҡытыусы ғына уҡыусыһында белемгә һөйөү уята, уны аң-белемгә әйҙәй ала. Гөлнара Урал ҡыҙы ла тап ошондай уҡытыусыларҙың береһе.

Ул Ейәнсура районынан. Ата-әсәһе «Инәк» совхозында эшләй, балаларында патриотизм хис-тойғоһо, Тыуған илгә һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Биш баланың өсөһө педагогик юғары уҡыу йортон һайлай. Гөлнара, ғаиләлә дүртенсе бала, һигеҙенсе класта уҡығанда уҡ уҡытыусы булырын ныҡлы белә. Был һөнәр шул йылдарҙа абруйлы булғанға түгел, ә күңеле ҡушыуы буйынса һайлай уны. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле ҡыҙ мауығып тарихты, телдәрҙе һәм әҙәбиәтте өйрәнә. Мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған башланғыс кластар уҡытыусыһын туған мәктәбе коллективы шатланып ҡаршы ала. Һөйөклө уҡытыусылары уны ошо һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәренә өйрәтә. Дәрестән һуң ул матур әҙәби кисәләр ойоштора. Уҡыусылары менән Ғәлиәскәр Камалдың «Беренсе театр» спектаклен ҡуя, концерттар ойоштора. Ауыл клубтарында

ғына түгел, һөтсөлөк фермаларының ҡыҙыл мөйөштәрендә лә сығыш яһайҙар, бында уларҙы һауынсылар һәм малсылар ихлас алҡышлай. Өҫтәүенә, Гөлнара һәйбәт агитатор ҙа була. Уның хәтерендә ошо йылдар ғүмере буйына оҙайлы һәм уңышлы хеҙмәт эшмәкәрлегенең яҡты һәм онотолғоһоҙ башланғысы булып һаҡлана. Оҙаҡламай Салауат педагогия училищеһы директоры Нәжип Ғафур улы Ярышев элекке уҡыусыһына йүнәлтмә буйынса баш ҡаланың Герцен исемендәге Мәскәү гуманитар педагогия университетына уҡырға барырға тәҡдим итә. Ошо уҡыу йорто турала күптәр хыяллана, әммә Гөлнара был тәҡдимдән баш тарта. Сөнки ул был ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында ситтән тороп уҡыған була. Һәм уға бында уҡыу бик оҡшай. Бына шундай әүҙем, әммә шул уҡ ваҡытта яратҡан эшенә башкөллө сумған ҡыҙға ағаһы тәҡдим яһай. Беҙҙең райондың элекке прокуроры Рәүеф Ғибаҙулла улы Дәминов шул йылдарҙа туғанын үҙенең эргәһенә саҡыра, быны мәғрифәтле район үҙәгендә эшләүе ҡыҙығыраҡ булыуы менән аңлата. Туған мәктәбендә биш йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң Гөлнара Стәрлебаш районына күсә. Район мәғариф бүлеге етәкселеге тәүҙә уны Корнеевка ауылының башланғыс мәктәбенә эшкә билдәләй, ә һуңынан Первомайский урта мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Амур Абсатаров менән ғаилә ҡороп, Гөлнара бында үҙ бәхетен таба. Эшлекле һәм аҡыллы ҡыҙҙың «Өйҙәгеләр шатланып-һөйөнөп ҡайтһын өсөн өй һәр ваҡыт уңайлы булырға тейеш» тигән ябай принцибы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бөгөн Абсатаровтарҙың ғаиләһе татыу, берҙәм һәм бәхетле. Ике ул тәрбиәләйҙәр. Атайығыҙ һеҙҙең ҡылыҡтарығыҙ өсөн ҡыҙарырға тейеш түгел, тип ҡабатлай Гөлнара уларға һәр ваҡыт. Өлкән улдары Тимур - Өфө дәүләт авиация-техник университетының өсөнсө курс студенты, кесе улдары Илнур Наумовкала, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалында уҡый. Тормошта осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы улар бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп үтә.

- Беҙгә улыбыҙҙың береһе менән йыш ҡына дауахана һәм шифаханаларға йөрөргә тура килде, был ваҡытта тормош иптәшем хужалыҡ эштәрен һәм икенсе улыбыҙҙы тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды. Ул һәр йәһәттән: эштә лә, тормошта ла ярҙам итә. Һөнәремде бик яратам. Тарих буйынса репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнәм. Эштән һуң буш ваҡытымды тулыһынса шуға бағышлайым. Һәр ваҡыт камиллашырға, уҡырға, ә ҡайһы саҡ китаптарҙы ҡабаттан уҡып сығырға тура килә. Үҙеңә ни тиклем күберәк белем һеңдерһәң, шул тиклем күберәк балаларға бирәһең. Тарихты һәр кем белергә тейеш, тип

иҫәпләйем. Был фекеремде уҡыусыларыма ла еткерергә тырышам, - тип һөйләй Гөлнара Урал ҡыҙы.

- Белемле белгес, һәйбәт уҡытыусы! - тип ҡыҫҡа ғына, әммә аныҡ баһалай уны Первомайский урта мәктәбе директоры Фидан Фәрғәт улы Усманов. Был һүҙҙәр - «Йыл уҡытыусыһы - 2017» район конкурсында еңгән Гөлнара Урал ҡыҙы өсөн иң юғары баһа. Ул шулай уҡ БР Мәғариф министрлығының, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаты менән үләкләнгән.

Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: