- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Илшат Әхмәт улы күптән, 1991 йылдан, ә беҙҙә - 2008 йылдан алып эшләй. Ул намыҫлы һәм ышаныслы хеҙмәткәр, уға ниндәй ҙә эште ышанып тапшырырға мөмкин, сөнки ул уны һәр ваҡыт еренә еткереп башҡара, - ти предприятие етәксеһе Рафаэль Искәндәров. - Беҙҙең механик Назим Сибәғәтуллин барлыҡ иретеп йәбештереү эштәрен юҡҡа ғына уға ышанып тапшырмай. Йыл һайын предприятие исеменән зона һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашыуы ла Илшат Әхмәт улының һөнәри сифаттары тураһында һөйләй. Һәм ул унан бер ҡасан да наградаһыҙ ҡайтмай. Илшат Хисмәтуллин мотлаҡ һәйбәт һөҙөмтә күрһәтеп, еңеүселәр иҫәбенә инә. Кәрәк булһа шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә эшләүе менән дә ул башҡаларҙан айырылып тора. Шуға ла ул хаҡлы рәүештә ауыл халҡы һәм хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған.