Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
12 Ғинуар 2018, 11:54

Йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ кеше

Әмир ауыл мәҙәниәт йорто директоры Йәүҙәт Мифтаховтың кесе йәштән үк йыр-моңға, музыкаға ғашиҡ булыуын ата-әсәһе һәм ауылдаштары һәйбәт белә. Олатаһы Ямали һәм уның атаһы менән бер туғаны Зөһрә лә донъя мәшәҡәттәре менән булышҡанда, ҡул эше тотҡанда һәр саҡ йырлап, моңланып йөрөгән кеше була. Бына ошо моңланыуҙар ҙа Йәүҙәттең үҙенә ғүмерлек һөнәр һайлауына сәбәп булып торғандыр.

6-7 йәш тулғанда атаһы уға ике рәтле гармун алып бирә. Малай яңынан-яңы көйҙәр ота, йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлай. Бер үк ваҡытта үҙе уйнап, йырлай ҙа башлай. Мәктәптә, ауыл клубында, районда үткән концерттарҙа, смотрҙарҙа ҡатнаша. Шулай итеп, сәхнә уның ижад майҙанына әүерелә. Бынан һуң сәхнәнән төшкәне лә юҡ, буғай. Халыҡ йырҙарын башҡарғанда ул бер ваҡытта ла икенсе йырсыны ҡабатламай, уның үҙ теле, үҙ йүнәлеше бар. Урта мәктәпте тамамлағанда Йәүҙәт алдында: «Ҡайҙа барырға, кем булырға?» тигән һорау тормай. Уның уйҙарын башҡа һорау борсой: «Музыка мәктәбен тамамламаған ауыл малайын сәнғәт училищеһына ҡабул итерҙәрме икән?». Ошо уйҙары менән ул Өфө сәнғәт училищеһына юл тота. Ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, вокал, йырсылар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһенең улын алыҫҡа ебәргеһе килмәү сәбәпле, ул документтарын Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының хор-дирижерлыҡ бүлегенә тапшыра. Беренсе курсты тамамлағас, уны һалдат хеҙмәтенә алалар. Музыкант сифатында тынлы оркестрҙа хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, мәҙәниәт техникумының бер юлы ике бүлеген уңышлы тамамлай, тынлы оркестр һәм хор-дирижерлыҡ коллективы етәксеһе һөнәрен алып сыға. Юллама буйынса үҙебеҙҙең район Мәҙәниәт йортона йәш белгес булып эшкә ҡайта һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Тиҙ арала һүнеп, тарҡалып барған ирҙәр вокал ансамблен тергеҙә, бер үк ваҡытта академик стилдә ансамблгә костюмдар тектереүгә ирешә. Ансамблдең репертуарын байыта, йырҙарҙы ике-өс тауышҡа башҡаралар, үҙе лә ҡушылып йырлай. Ансамблдә йырлаған егеттәр Фәрит Ҡасимов, Вәкил Ҡәйүпов, Фәнир Малбаев, Ирек Туҡбаев, Әхмәт Рыҫҡолов, Рәхмәтулла Сәлихов, Раян Ғәҙелшин һәм башҡалар ул йылдарҙы һағынып, йылы хистәр менән иҫкә алалар. Һүҙ уңайында әйтеп үтәйем, был ансамбль телевидение буйынса ла сығыш яһау бәхетенә эйә була. Был коллективҡа мин аккомпаниаторлыҡ иттем, һуңыраҡ Анатолий Тарасов ҡушылды.

Шулай уңышлы ғына эшләп йөрөгән осорҙа, ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе һәм баянсы-аккомпаниатор штаты асылды. Ул йылдарҙа колхоздың партком секретары Ғәйнулла Фәтҡуллин, колхоз рәйесе Мансаф Шәйәхмәтовтың һорауы буйынса Йәүҙәт Әмир ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә күсерелә. Бында ла егет юғалып ҡалмай. Мәҙәниәт йорто директоры Йәғәфәр Хәлиҡов менән тиҙ арала һәүәҫкәр баянсылар ансамблен төҙөй. Һүҙ ңайында ауылдаштарым булараҡ уларҙың исемдәрен дә атап үткем килә: Йәғәфәр Хәлиҡов, Йәүҙәт Мифтахов, Мәннәф Шәйәхмәтов, Ғүмәр Фәхретдинов, Рауил, Рауис Абсаттаровтар, Фәрғәт Фәсхетдинов, Зиннур Сәйфетдинов, Әбдрәхим Мөрәсев, Марат Әлимовтар.

Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Йәғәфәр ағай ваҡытһыҙ фани донъянан китеп барғас барлыҡ хужалыҡ эштәре лә, мәҙәниәт саралары ла Йәүҙәт ҡулына күсә. Егет юғалып ҡалмай, барлыҡ яуаплы эштәрҙе, мәҙәни сараларҙы теүәл башҡара. Бер үк ваҡытта Хәлекәй ауыл клубына ла шефлыҡ итә. Йәүҙәттең хеҙмәт кенәгәһендә лә бары тик ике-өс яҙма. Район Мәҙәниәт йортона эшкә алынған, Әмир ауыл мәҙәниәт йортона күсерелгән, мәҙәниәт йортона директор итеп билдәләнгән. Бөгөнгө көндә «Кейеҙ баҫыу», «Киндер һуғыу», «Килен төшөрөү», «Һыу юлы», «Исем ҡушыу» кеүек халҡыбыҙҙың онотолоп барған матур йолаларын тергеҙеп, халыҡҡа, бигерәк тә йәш быуынға күрһәтә. Уның «Кейеҙ баҫыу» йолаһы хатта Интернет селтәрендә лә бар. Шуны әйтеп үткем килә, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡ телендә. Мәҙәниәт техникумында уҡыған йылдарҙа ул факультативҡа йөрөп, баян буйынса дәрестәр ала һәм был һөнәр уға ошо көнгә тиклем бик ныҡ ярҙам итә. Йәүҙәттең тағы бер күркәм сифатын әйтмәй ҡалыу гөнаһ булыр. Үҙ эшендә баянсы-аккомпаниатор булараҡ, йырсы фекере менән иҫәпләшә белә, үҙен йырсынан өҫтөн тотмай. Йырсы теләгәнсә уйнарға тырыша, уға үҙенә мөмкинлектәрен асырға ирек бирә, ҡатмарлы аккордтар менән мауыҡмай, кәрәк урында баян моңо менән күтәреп ала.

Әмир ауыл мәҙәниәт йортонда күп йылдар «Аҡ шишмә» ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле уңышлы эшләне. Бында ла Йәүҙәт репертуарҙы үҙе һайлай, 2-3 тауышҡа һала, аккомпаниатор вазифаһын үҙе үтәй. Ансамбль район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә йыш сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡасандыр Матросов исемендәге хужалыҡтың әлеге рәйесе Харис Хәлиҡов менән берлектә «Йәштәр» тип аталған труппа асып ебәрәләр. Ул ваҡытта Харис Рәйес улы комсомол ойошмаһы секретары һәм бригадир булып эшләй. Улар концерт программаһы һәм спектаклдәр менән район ауыл клубтарында сығыш яһайҙар, алмаш концерттар ойошторалар. Өҫтә әйтеп киткән сараларҙа ҡатнашып, миңә ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ ауылдаштарыма, өлкән һәм башланғыс класс уҡыусыларына мең-мең рәхмәтлемен, ти Йәүҙәт Фәрғәт улы.

Тағы ошоно өҫтәп әйткем килә, ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе булараҡ, ул ауылдаштары Айрат Хәлиҡов, Миңлеғәли Хөснөтдинов, Буҙат ауылы егете Инсаф Ғәлимовҡа ла үҙ-үҙен табырға, һөнәр һайларға ярҙам итә. Бөгөн улар танылған, популяр йырсылар. Айрат Хәлиҡов - Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Миңлеғәли һәм Инсаф - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тигән маҡтаулы исемдәрҙе йөрөтәләр.Йәүҙәт үҙе лә моңло йырлай . Ул башҡарған «Элмәлек», «Һыу буйлап», «Гүзәлем», «Һибелә сәсем» халыҡ йырҙары тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта ул Рөстәм Яхин, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Нәжиб Йыһанов кеүек композиторҙарҙың йырҙарын да яратып, үҙенсәлекле итеп башҡара. Әйтеп үткәнемсә, баянсы булараҡ ул район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Көмөш телдәр» ҡатнаш гармунсылар һәм баянсылар ансамблендә уйнай. Улар менән бергә район, зона һәм төбәк ижади конкурстарында даими ҡатнаша. Йәүҙәт Фәрғәт улының ижады һәм тормош юлы менән яҡындан таныш кеше булараҡ, районыбыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған, оҙаҡ йылдар үҙен шул хеҙмәткә бағышлаған, ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын ҡаршылаған яҡташыбыҙ, райондашыбыҙ, йырсы, музыкант Йәүҙәт Мифтаховтың һөҙөмтәле, ижади хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ тип уйлайым. Минең был фекеремә еҙмәттәштәре лә, районыбыҙҙың йыр-моң һөйөүселәре лә һәм башҡалар ҙа ҡушылыр, тип уйлайым. Ә Йәүҙәт Фәрғәт улына, һөнәренә һәм сәнғәткә сикһеҙ ғашиҡ кешегә, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

Илдар ХАЛИҠОВ,

мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт ветераны. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: