Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
10 Ғинуар 2018, 10:53

Һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн ҙур хөрмәт

Изге күңелле, хәстәрлекле, балаларҙы сикһеҙ һөйөүсе, ярҙамсыл, был Рәшиҙә Шиһапованың (һүрәттә) төп сифаттары. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен ул балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Педагогик эшмәкәрлеген Ырымбурҙа йәслибаҡсаларҙың береһендә башлай, шунда уҡ педучилищеның киске бүлегенә уҡырға инә.

Тормошҡа сыҡҡандан һуң, 1985 йылда, тыуған Айҙарәле ауылына ҡайтып, урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. 2001 йылда Рәшиҙә Шафиҡ ҡыҙы беренсе квалификация категорияһына аттестациялана. Һуңғы 15 йылда, штатты ҡыҫҡартыуҙарына бәйле, кесе тәрбиәсе вазифаһында эшләй. Ул балаларҙы ихлас ярата, уларҙың ата-әсәләре менән дә һәйбәт мөнәсәбәттә. Тәрбиәләнеүселәренең барыһын да Р.Шиһапова наҙ һәм һөйөү менән иҫкә ала. Үҙ сиратында, ҡасандыр балалар баҡсаһына йөрөүселәр уға йыш ҡунаҡҡа килеп, бергәләшеп бала саҡтарының сағыу мәлдәрен иҫкә төшөрә, хәстәрлеге һәм иғтибарлы булғаны өсөн Рәшиҙә Шафиҡ ҡыҙына рәхмәт белдерә. Белем биреү системаһында күп йыллыҡ

һәм һөҙөмтәле хеҙмәте, балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн ул район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ә күптән түгел үткән Ауыл хеҙмәтсәндәре слетында Рәшиҙә Шафиҡ ҡыҙына тағы бер лайыҡлы награда - район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Рәшиҙә Шиһапова шәхси тормошонан да уңа. Тормош иптәше Ғәлинур Йәғәфәр улы менән (ул уҡытыусы булып эшләй) өс бала тәрбиәләп, һәр ҡайһыһына юғары белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер улар рәхәтләнеп ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Коллективта Рәшиҙә Шафиҡ ҡыҙы ҙур абруй ҡаҙанған. Беҙ уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ һәм һәр ваҡыт уның ярҙамын тоябыҙ. Уның менән эшләүе еңел һәм рәхәт.Гүзәлиә ЙОСОПОВА, Айҙарәле балалар баҡсаһы мөдире.
Читайте нас: