Бала саҡ илендә үҙҙәре лә балалар кеүек булып бөткән тәрбиәселәр бар. Улар өсөн дә был илдә «йәшәү» мауыҡтырғыс. Сөнки саф бала күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеү, тәрбиәләү изге ғәмәл һанала. Изге генә түгел бик яуаплы ла был һөнәр. Ата-әсәләр үҙ сабыйына яҡшыраҡ баҡсаны һайларға тырыша. Баҡсаның һәйбәт булыуыколлективтан һәм, иң мөһиме - етәксенән тора. Әгәр ҙә етәксе эште дөрөҫ ойоштора ала икән, балалар баҡсаһының да абруйы арта. Зәкиә Шакир ҡыҙы Сәфәрғәлиева ошондай абруйлы, яуаплы,тынғыһыҙ етәкселәрҙең береһе. Ул үҙ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Хеҙмәт юлын рус теле уҡытыусыһы булып башлаһа, уның эшкә булған мөнәсәбәтен, ойоштороу һәләтен күреп иңдәренә тағы ла яуаплыраҡ бурыс һалалар. Бына инде дүрт йыл Зәкиә Шакир ҡыҙы Стәрлебаш
ауылының 3 һанлы балалар баҡсаһы менән етәкселек итә. Ул эшләгән осорҙа баҡсабыҙ ҙа, балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә район һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙа еңеү яулай. Баҡсабыҙ районда иң яҡшыларҙан иҫәпләнә, сөнки Зәкиә Шакир ҡыҙы үҙе лә тырышып эшләй, башҡаларҙы ла эшләтә белә. Ҡул аҫтындағыларға талапсан етәксе генә түгел, кәңәшсе лә ул. З.Ш. Сәфәрғәлиева өс балаһына өлгөлө әсәй, ике килененә терәк-таяныс ҡәйнә, алма кеүек ейәнсәренә яратҡан өләсәй ҙә. Йөҙөнән дә, өйөнән дә нур бөркөлөп тора уның. Ошо көндәрҙә Зәкиә Шакир ҡыҙы күркәм юбилейын – 50 йәшен билдәләй. Беҙ, 3 һанлы балалар баҡсаһы коллективы, уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Етәксебеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, балалар изгелеге, эшендә уңыштар, йән тыныслығы, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Алдағы ғүмере тик шатлыҡ-ҡыуаныстан торһон!