Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
13 Декабрь 2017, 11:28

Ижади оркестр дирижеры

Концертҡа килгәндәрҙең күбеһе уны әҙерләү һәм үткәреү буйынса күпме көс талап ителеүен уйлап та бирмәй. Артистарҙың репетициялары, тауыш операторының, яҡтылыҡ техникаһы белгесенең, музыканттарҙың, реквизиторсыларҙың, сценарий төҙөүселәрҙең тырыш хеҙмәте сәхнә артында ҡала. Ә быларҙың барыһына ла художество етәксеһе идара итә. Ул буласаҡ сәхнәләштерелгән тамашаны контролдә тота һәм уның өсөн яуап бирә. Ошо ябай булмаған ролдә Венера Латипова (һүрәттә) район Мәҙәниәт йортонда ете йыл эшләй. Ә күптән түгел ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре слетында ижади хеҙмәте өсөн уға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

- Сәхнә - минең бар булмышым! Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаштым, бында беҙгә уҡытыусыбыҙ Гөлшат Тәтегәсева ярҙам итте, - ти ул. - 11 класс тамамлағандан һуң ата-әсәйем минең педагогия институтына уҡырға инеүемде теләне. Мин: «Мәҙәниәт техникумына, йәки бөтөнләй бер ҡайҙа ла уҡырға бармайым!» тип, үҙ юлымды һайланым. Һәм 2003 йылда яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған белгесте Миәкә мәҙәниәт йортона агитбригада методисы итеп эшкә алалар. Бер йылдан һуң уны шунда уҡ башҡорт халыҡ театры режиссеры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Эшкә баш-көллө сума: бик күп сығыш яһайҙар, бихисап конкурстарҙа ҡатнашалар. Венера Нуриян ҡыҙы үҙе лә сәхнәлә уйнай. Төрлө ролдәр башҡара, әммә, айырыуса, уның комедия ролдәре һәйбәт килеп сыға. Быға ул 2009 йылда район Мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас стәрлебаштар ҙа инана. Спектаклдәр, скетчтар, юмористик миниатюраларҙа В.Латипова уйнаған персонаждар тамашасылар күңеленә хуш килә. Уҙған йылда яңы йыл тамашаһында «Морозко» әкиәтендәге Марфушенька ғына ни тора! Ә шулай ҙа уның төп хеҙмәте тамашасыларға күренмәй. Концерт программалары һәм сәхнә өҙөктәре ойоштороусыһы булыу еңелдән түгел. Был ҙур яуаплылыҡ талап итә, берәй нимә була ҡалһа барыһына ла ул яуап бирә. Әммә Венера Нуриян ҡыҙы хеҙмәт ауырлыҡтары алдында баҙып ҡалмай. Ул алсаҡ йөҙлө, мөләйем, дәртле, изгелекле, үҙ эшенең оҫтаһы. Уның ветерандарҙың «Моң шишмә» фольклор ансамблен етәкләүенә бер йыл. Коллектив менән репетициялар аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә. Венера Нуриян ҡыҙы үҙ үрнәгендә күп көс һәм тырышлыҡ һалғанда ғына бар хыялдарҙың тормошҡа ашыуын дәлилләй. Йәш сағында ул сәхнә тураһында хыяллана һәм ныҡышмалылығы, эшһөйәрлеге арҡаһында уны тормошҡа ашыра ала.

Елена ХӘЛИУЛЛИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: