Бөтә яңылыҡтар
Күңел һалған эш
12 Декабрь 2017, 13:20

Һөнәре буйынса ла, кескәйҙәр өсөн дә иң яҡшыһы

Фәйзүнә Ғәлиәкбәрова (һүрәттә) 20 йыл 1 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Ғүмереңдең күп өлөшөн балаларға бағышлау өсөн уларҙы ихлас яратырға һәм һайлаған һөнәреңә тоғро булырға кәрәк.

- Фәйзүнә Килмөхәмәт ҡыҙы барлыҡ бурыстарын еренә еткереп үтәгән яуаплы, бөхтә, намыҫлы, тәжрибәле хеҙмәткәр. Ул бергә эшләгән тәрбиәсе Гөлнара Ғилмановаға һәр ваҡыт занятиелар үткәрергә ярҙамлаша. Сөнки балалар шундай шуҡ һәм шаян, - ти балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Йәғәфәрова. - Ул балалар йөрәгенә асҡыс таба белеүҙән тыш, уларҙың атаәсәләре менән дә һәйбәт мөнәсәбәттә. Сөнки ата-әсәләргә нимә кәрәк? Баҡсала балалары туҡ һәм ҡәнәғәт, саф һауаға йөрөргә сыҡҡанда кейенгән булһын. Әйтергә кәрәк, ата-әсәләр ҙә уның эшенән ҡәнәғәт. Ә был иң мөһиме. Фәйзүнә Килмөхәмәт ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһаланған. Ағымдағы йылда үткән Ауыл хеҙмәтсәндәре слетында ул «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ булды.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.

Читайте нас: