“2021 йылдың ғинуарында республика халҡы 2020 йылдың һуңғы айы өсөн йылылыҡҡа түләү квитанцияларын алды. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә түләү суммаһы үткән айҙыҡынан күпкә артыҡ. Шул сәбәпле бик күп ялыуҙар килде. Анализлағандан һуң уларҙың күп өлөшө “БашРТС” йәмғиәтенә тура килеүе асыҡланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мәсьәлә хәл итергә ҡушылды”, – тип яҙа Борис Беляев.