Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ғинуар 2021, 02:00

Капиталь ремонт өсөн түләргә тура киләсәк

Һуңғы ваҡытта ике ҡатлы муниципаль йорттарҙа йәшәүселәр капиталь ремонт өсөн элекке кеүек «Жилищник» йәмғиәтенә түгел, ә Төбәк операторына түләй. Әммә, ҡайһы бер граждандар түләргә ашыҡмай. Был осраҡта фатир хужаларына нимә янауы тураһында район хакимиәтенең тереклекте тәьмин итеү бүлеге начальнигы - райондың баш архитекторы Нәзиф Әминов һөйләй.

Республикала ун ай дауамында капиталь ремонт өсөн түләмәүселәргә пеня иҫәпләнмәне. Граждандарға хәл-торошто аңлап, яңы түләү төрөнә өйрәнергә мөмкинлек бирелде. 2016 йылдың авгусынан Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн ваҡытында түләмәгәнгә пеня иҫәпләнә башланы. Взностар буйынса бурыстар суд аша түләтеләсәк һәм был эш алып барыла ла инде. Суд тарафынан дәғүәләр буйынса ҡарарҙар Төбәк операторы файҙаһына ҡабул ителә. Өҫтәүенә, бурыслыларҙан бурыс суммаһы ғына түгел, ә иҫәпләнгән пеня һәм суд сығымдары түләтеләсәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурыстарҙы түләтеү суммаһы иҫәпләнгән сумманың яртыһынан бер аҙға ғына күберәк.

Муниципаль адреслы программа даирәһендә, беҙҙең район территорияһында ике күп фатирлы йортта 717920 һум дөйөм суммаға электр менән тәьмин итеүҙе капиталь ремонтлау тамамланды.

Билдәләп үтергә кәрәк, капиталь ремонт өсөн аҡса йыйылмауға бәйле Төбәк операторы пландарын үҙгәртергә һәм капиталь ремонтҡа планлаштырылған өйҙәрҙең һанын кәметергә мәжбүр. Мәҫәлән, 2017 йылда Стәрлебашта йыйылға аҡса суммаһынан сығып өс күп фатирлы йортто ғына ремонтлау планлаштырыла.

Стәрлебаштарға мөрәжәғәт итеп, тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: биналарҙың һәр милексеһе капиталь ремонт өсөн түләргә бурыслы. Квитанциялар буйынса түләмәгәндәр үҙҙәренең хәлдәрен ауырлаштыра ғына. Иртәме-һуңмы, барыбер түләргә тура киләсәк. Эш судҡа еткәнсе, пенялар һәм суд сығымдары йыйылғансы түләү зарур.

Читайте нас