Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2020, 13:39

Башҡортостанда 650 миллион һумға электротехник изделиелар етештереү заводы эшләй башланы

Башҡортостанда «БИТ» стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электротехник корпустар етештереү заводы эшләй башланы.

Ике йылда «Элком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районы Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы заводҡа 650 миллион һум аҡса һалды. 2023 йылға – 209-ға тиклем яңы юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыу, 2026 йылда проект ҡеүәтенә сығыу планлаштырыла. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы предприятиеның эшенә рәсми старт бирҙе. Шуны әйтеп үтәйек: 2018 йылдың ноябрендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә дәүләт ярҙамы саралары менән етештереү заводын төҙөү проекты тәүгеләрҙән булып ҡаралып, хуплау тапҡайны. Яңы предприятие стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торға электротехник корпустар, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм эшкәртеү үҙәктәре өсөн корпустар, металл конструкциялар етештерә. «Элком» йәмғиәте директоры Илшат Шәйхетдинов һүҙҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларының сит илдә етештерелгән электротехник шкафтарҙың төрлө төрҙәре менән тәьмин итеүгә бәйлелеген кәметергә, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларын сифатлы металл конструкциялар менән тәьмин итергә тейеш. «Бөгөн, Энергетиктар көнөндә, Өфө районында яңы «Элком» предприятиеһын астыҡ. 2018 йылдың ноябрендә икенсе тапҡыр ғына уҙғарған «инвестиция сәғәте»ндә ошо хаҡат килешкәйнек)... Ә хәҙер бында, 8000 квадрат метрлыҡ сәнәғәт биналарында, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн электротехник корпустар әҙерләү башлана. Инвестор предприятиеға 650 миллион һум һалды. Бөгөн ул аяҡҡа баҫты, тип әйтергә мөмкин, бында 200-ҙән ашыу эш урыны бар. Предприятиеға артабан да ярҙам итербеҙ, тиҙҙән «сәнәғәт сәғәте»ндә уның үҫеш мөмкинлектәрен тикшерербеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. https://www.bashinform.ru/news/1538101-v-bashkirii-zapustili-zavod-po-proizvodstvu-elektrotekhnicheskikh-izdeliy-za-538-mln-rubley/
Читайте нас: