Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙна менән сағыштырғанда, республикала айырыуса яңы өҙөлгән ҡыярға хаҡ артҡан — 20,5 процентҡа. Уртаса алғанда, бер килограмы 118 һумға тиклем. Ошо ваҡыт эсендә помидор 11 процентҡа тиерлек ҡиммәтләнгән — бер килограмы 113 һум тора. Шартлы өсөнсө урында – йомортҡа, уның хаҡы 5,6 процентҡа артҡан. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә ун йомортҡа уртаса 68 һумға төшә. Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ кишер, майлы эремсек, тоҙ, сосиска, сарделька, алма, дөгө, кәбеҫтә, башлы һуған, карамель, туңдырылған балыҡ, вермишель, үҫемлек майы, шоколад кәнфите, балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары, маргарин, ҡаймаҡ, һөт, тауыҡ, икмәк, ит консервалары, он, бешерелгән колбаса, макарон һәм печенье бар. Бер аҙнала уларҙың хаҡтары 0,1-2,8 процентҡа күтәрелгән. Башҡортостанда күҙләнсек сырҙар арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә беренсе урынды биләй, бер аҙнала минус 2,5 процент. Ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ 2,2 процентҡа төшкән — бер килограмы уртаса 75 һум. Шәкәр – бер аҙнала минус 1 процент. Республикала хәҙер уның бер килограмы яҡынса 48 һум тора. Аҡ май һәм шәкәр 1,7 һәм 1 процентҡа арзанайған. Бынан тыш, сусҡа ите, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, картуф, балалар өсөн ит консервалары, тары ярмаһы һәм ҡара сәй 0,04-0,7 процентҡа осһоҙайған. Бер аҙнала республикала һыйыр, һарыҡ итенә һәм балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаларына ғына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған. https://www.bashinform.ru/news/1536302-v-bashkirii-podeshevel-sakhar/