....граждандарға ҡуртым килешеүе буйынса тапшырыу өсөн бер күп фатирлы (4 ҡатлы, 24 фатир) һәм 37 шәхси йорт төҙөлә. Райондарға ошондай торлаҡ төҙөү өсөн субсидия бирелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Башҡортостанда был программаны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра. Быйыл Башҡортостандың муниципаль райондарына программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 84,3 миллион һум бүленде, шуның 67,2 миллионы – федераль бюджеттан. Был 61 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш. «Башҡортостандың ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә төҙөлә башлаған иң ҙур объект – Йәрмәкәй ауылындағы 24 фатирлы йорт, тиҙҙән ул файҙаланыуға ташырыла. Ошо йорттағы һигеҙ фатир – республиканың ауыл хужалығы предприятиеһы – «Северная Нива Башкирия» йәмғиәте белгестәренә, ҡалған 16-һы — дауахана, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә бирелә», — тине Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов. https://www.bashinform.ru/news/1533135-v-ermekeevo-zavershaetsya-stroitelstvo-24-kvartirnogo-doma-po-programme-razvitiya-sela/